RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

09.10.2010 Төш

Бәхетенә күрә, Сания ҡыҙы урынында ине. Бүлмәһе лә хәҙер айырым икән. Элегерәк барыһы ла бергә ине.
– Һаумы, ҡыҙым! Инергә мөмкиндер бит? – тине ул, ишекте шар асып.
– Әйҙә, әйҙә, мөмкин. Һауғынабыҙ, Хәким бабай. Үт, ултыр. Шунан, ни хәлдә йөрөп ятаһың?
– Арыу ғына, ҡыҙым, Аллаға шөкөр. Бына бер яңылыҡ ишетеп килдем әле һиңә. Ветерандарға бүләктәр килгән тиҙәр, шул дөрөҫмө?
– Эйе, дөрөҫ. Һәр ветеранға бүләктәрен әҙерләп тә ҡуйҙыҡ.
– Ә-ә-ә, улай икән. ҡыҙым, һиңә бер үтенесем бар. Бир әле һин миңә үҙемә тейешлеһен. Коньягы ла бар, тиҙәр бит. Алып ҡайтып, эсәйем әле шуны...
– Уф, бабай! ҡайҙан белдең коньягы ла бар икәнен? Ну, шпионһың да инде үҙең. Байрамға бит ваҡыт әҙ генә ҡалған. Бөтөн ветерандарҙы тантанаға саҡырып, бүләктәрен тапшырған саҡта бергә алырһың.
– Юҡ, булмай, ҡыҙым, булмай. Ул көнгә мин барып етмәҫмен шул. Булмаҫмын шул.
– Булмай ни! ҡайҙа китмәксе булаһың? Бөтәһе лә бүләк тотоп шатланып ултырғанда, һин бүләкһеҙ ултырһаң, уңайһыҙ булыр.
– Уныһы шулай ҙа ул. ҡыҙым, ул көнгә мин барып етмәҫмен шул. Шуға күрә, үҙ аяғым менән йөрөгән саҡта, һуңғы тапҡыр шул тейешле бүләгемде алайымсы!
– Һы, бына ҡыҙыҡ. Китергә иртәрәк бит әле, бабай.
– Бәлки, шулайҙыр ҙа ул, тик өҫтән ҡушалар бит, – тип күккә күрһәтеп кеткелдәп ҡуйҙы Хәким ҡарт.
– Ярай, улай бик ашығыс булғас, бирмәй булмаҫ, – тине баш бухгалтер. – Хәҙер генә бирә алмайым. Эш көнө бөтөп барғанда, сит-ят күҙҙәр ҡайтып бөткәс, килеп алырһың.
– Бына, рәхмәт. Хәлемде аңланың, ҡыҙым. Мең рәхмәт.
Йортона йүгерә-атлай ҡайтып ингәндә әбейе ҡаҙан тирәһендә нимәлер мәшәҡәтләй ине.
– Әбей, тим, әбей, – тине ул, тулҡынланыуын көскә баҫып. – Әллә балаларҙы бөгөн кис йыйып алайыҡмы? Малайҙар өйҙә булырмы икән?
– Атаҡ, атаҡ! Ни тигән һүҙең ул? Һөйләшкәйнек түгелме? Балалар ни, йылдағыса, 9-ына йыйыла инде. ҡыш сыҡҡан тәкәне һуйһаҡ, фронтовиктарыңа ла, балаларға ла етер.
– Ул бөгөнгә тороп торһон, кәрәге тейер әле. Бер-ике тауыҡты салайым да, һин кискелеккә, таҙартып, бешереп ҡуйырһың. Бер ынтылғас, йыяйыҡ. Мин теге ветеран бүләген дә алып ҡайтырмын.
– Кем һиңә көн элгәре ул бүләкте тотторор икән?
– Һөйләшеп ҡайттым инде. Кис барып алам. Юл ыңғайы балаларға ла һуғылырмын.
Төшкөлөккә бешерелгән бойҙай бутҡаһын Хәким ҡарт бик яратып, танһыҡлап ашаны.
Әбейе йыбанмай. Гәрәбәләй тере бойҙайҙың таш-тошон сүпләп, килелә ҡабығы һыҙырылып бөткәнсе төйөп ала. Шунан елгәреп, ҡул тирмәнендә тарта. Эре генә иләктән иләһә, эреһе менән оно айырыла. Бына тигән бутҡалыҡ ярма әҙер була. Хәҙер бындай бутҡалыҡтар әҙерләмәйҙәр, магазинда төрлө ярма тулып ятҡас ни. Әүәл генә шулай ине.
ҡарттың кис еткерә алмай тәҡәте ҡороно. Теге тауыҡтарҙы салып, әҙ-мәҙ әбейенә булышып йөрөнө лә, елпелдәтә баҫып, кире урамға сығып китте.
Эш көнө бөтөргә иртәрәк әле. Шуға күрә туп-тура өҫкө урамға йүнәлде. Ике улы, яңы өй бөтөрөп, шул урамда йәшәй. Әҙерәк кенә түбәндәрәк – ҡыҙы менән кейәүе. Өлкән улы үҙенән бер өй аша ғына. Кинйә ҡыҙына шылтыратһа, хәҙер килеп етә. Ә алыҫтағыларға һуңынан хәбәр итерҙәр.
Эшен бөтөрөп, идараға килеп ингәндә, ысынлап та, бер кем юҡ ине. Сания ҡыҙының бүлмәһенән генә иҫәп төймәһен тартҡан тауыш ишетелә.
ҡарт асыҡ ишектән шыпырт ҡына инеп, ситтәге ултырғысҡа ултырҙы. «Мин килдем» тигәнде аңлатып, тамағын ҡырып ҡуйҙы. Баш бухгалтер эшенән туҡталып, ҡартҡа күтәрелеп ҡараны ла:
– Эй, Хәким бабай, шәпһең дә инде үҙең. Әйткән ваҡытҡа килеп тә еттең.
– Коньяк тигәс, йүгереп түгел, осоп килдем, – тип шаяртты Хәким ҡарт.
– Ней, ҡара әле, ҡыҙым, теге ай һайын бирелә торған «заслуженный колхозник» аҡсаһын да биреп ебәр­һәң, шәп булыр ине. Магазинға ветерандар өсөн «аҡбаш»тар килгән икән. Бер юлы шуныһын да алып ҡайтыр инем.
– Ә-ә-ә, ул аҡсамы? Әйҙә уныһын да бирәйем һуң!
Хәким ҡарт идаранан күтәренке күңел менән сыҡты. Шулай булмай ни, ниәт иткәнен бойомға ашырып килә бит.
Эстән генә Сания ҡыҙын да маҡтап бөтә алманы. Кеше хәленә инә белә. Башҡа берәү булһа, бирмәйем, кеше ыңғайына алырһың, тип ҡырталашыр ине.
«Их, йәш сағым булһа, был һы­лыуҙы барыбер үҙемә ҡаратыр инем, ә!»
Юл ыңғайына магазинға һуғылып, һатыусының ай-вайына ҡарамай, ике «аҡбаш»ты ла алды.
Ул ҡайтыуға балалары йыйылыша башлағайны. Килендәр йүгереп йөрөп өҫтәл әҙерләй, уландары ла булыша. Әленән-әле аталарына сәйер ҡараш ташлайҙар.
Мәж килеп өҫтәл артына ултырышып бөткәс, Хәким ҡарт һүҙ башланы:
– Йә, балалар. Һеҙҙе ҡапылғара йыйыуымдың сәбәбе ниҙә? Белеп тораһығыҙ, тиҙҙән ҙур байрам – Еңеү көнө яҡынлаша. Эйе, һеҙ әйтерһегеҙ, был атайымдың байрамы, тип. Был байрам минеке генә түгел, ул һәммәбеҙҙеке лә. Тик һәр кеше был байрамды үҙенсә ҡабул итә. Балалар өсөн ул – ветерандарҙы данлау, уларға хөрмәт күрһәтеү, ә беҙҙең инде оло быуын кешеләренә был байрам – Еңеү, Ҙур Еңеү. Бына мин үҙем инде быйыл 50-се Еңеүемде ҡаршылайым. Һаман да ошо көн етә башлаһа, яңынан оло күңел кисерештәре кисерәм, яңынан шул фашисты еңәм.
Минең теләк шул: яңынан бындай һуғыштар ҡабатланмаһын. Ил-ер имен торһон.
Бына ветерандарға йыл да бирелә торған күстәнәстән һеҙгә лә ауыҙ иттерәм, һеҙҙең менән бәхилләшеп китәйем тигән уйҙамын.
– Һаман шул бер нәмәһен һөйләй. Юҡты һөйләмәй тор әле, – тип әбейе һүҙ ҡыҫтырҙы.
– ҡуй, атай, үлемде уйламай тор әле, – тип улдары өндәште.
Хәким ҡарт был һүҙҙәргә иғтибар бирмәне.
– Бына Сания ҡыҙыма рәхмәт инде, мине аңланы. Байрам көнөндә генә тапшырыла торған бүләкте, барып һорағас, тотторҙо ла сығарҙы. Хужаһынан да ҡурҡып торманы. Әйҙәгеҙ, уландар, ветеран коньягынан ауыҙ итегеҙ!
Хәким ҡарт тәүге аяҡты төп күтәреп эсте лә, башҡаса был зәм-зәм һыуына ҡағылманы. Үҙ ҡулдары менән ейәндәренә кәнфиттәр өләште.
Бер аҙ ултырғас, килендәр бала-сағалары менән, көтөү ҡайта тип, таралышты. Һуңынан улдары ҡуҙғалды. Өй бушап ҡалғас, моңһоу ҙа, ҡыйын да булып китте уға. «Бөттө», – тип уйланы ҡарт.
Көндөҙ генә бит, балаларҙы йыям, тигән ниәт менән йүгерә-атлай йөрөй ине, хәҙер инде уныһы ла осланды. Күңел буп-буш, тик йөрәк кенә әле үҙ эшен дауам итә.
Өмөт осҡоно быҫҡып торҙо-торҙо ла, филтәһе янып бөткән шәм шикелле, «былҡ» итеп һүнеп ҡуйҙы.
ҡарт иртәнсәк күҙен асҡанда өй эсе нурға тулғайны. Иҙәндә көлтә шикелле нур ята һәм ул нәҙек кенә булып түшәмгә тоташҡан. Ни ғәжәп, тәҙрәнән төшкән ҡояш нуры түгел бит был. «Минең нурымдыр, ахыры». Ул күҙҙәрен йомдо.
Баҡсалағы муйыл ағасында һандуғас һайрап ебәрҙе: «суйыт-суйыт», «зиң-зиң». Ниндәй генә моңдарҙа моңланмай ҙа, ниндәй генә көйҙәр көйләмәй. Һандуғас өсөн ғүмер башлана ғына.
Төшкә табан Хәким ҡарттың хәле ҡырҡа насарайҙы. Әбейгенәһе, һәр ваҡыт янында булып, һәр йомошон үтәп торҙо.
Май ҡояшы тауҙар артына ышыҡланғанда Хәким ҡарттың ғүмер йомғағы һүтелеп бөтөп, ҡояш нурҙары менән төшөп юҡ булды.
Иртәгәһенә ҡарт яугирҙы хөрмәтләп мәңгелек йортона оҙаттылар.
Байрам тантанаһында колхоз рәйесе, һуғыш ветерандарын байрам менән ҡотлап, бүләктәр тапшырғанда Сәмиғуллин Хәкимдең үҙ бүләген алдан алыуын белеп, хайран ҡалды.
«Күңеле һиҙенгәндер мәрхүмдең», – тип һығымта яһаны ул.

(Аҙағы. Башы 27-се һанда).
Тәнзилә ФӘТҡУЛЛИНА.
Әбйәлил районы,
Асҡар ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!