RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә 11-17 октябрь

09.10.2010 Йондоҙнамә 11-17 октябрь

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Осор аралашыуҙарға бай булмаҡсы. Был йәһәттән иң өмөтлө көндәрегеҙ – шаршамбы һәм йома. Аҡсаны бәрәкәтле тотоноу өсөн шәмбе уңайлы. Дошмандарығыҙҙың йәнләнеп китеүе ихтимал.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Шишәмбенән һуң хәлегеҙ бер аҙ еңеләйер. Шәхси тормош өсөн дә ваҡыт табырһығыҙ. Шаршамбыла кемдер һеҙҙән ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүе ихтимал. Уға яҡты йөҙ күрһәтһәгеҙ, аҙаҡ үкенмәҫһегеҙ.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Был арала йондоҙҙар һеҙгә хәҙерге хәлегеҙҙе яҡшыраҡ аңларға һәм киләсәгегеҙҙе күҙалларға, дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итер. Төп эшегеҙҙә дәғүәләшеү көсәйер. Унан мөмкин тиклем алыҫ тороғоҙ.
ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Аралашыу бик файҙалы булыр һымаҡ. Был арала яңы фекерҙәш табырһығыҙ. Яҡын араға сәфәрҙәр ҙә уңышлы көтөлә. ҡайһы бер өлкәлә тәжрибәгеҙ етмәүе бер аҙ ҡамасаулар.
Буға (21.04 – 21.05)
Осор һаулығығыҙҙы нығытыу­ға булышлыҡ итәсәк. Төп эшегеҙҙә лә һеҙҙе уңыштар көтә. Әүҙемлегегеҙ, яуаплылығығыҙ ҙа артыр. Икенсе яҡтан, эшкә артыҡ бирелеп, яҡын кешеләрегеҙгә ҡарата иғтибарығыҙҙы кәметеүегеҙ ихтимал.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Элек бирелгән вәғәҙәләр, күптәнге бурыстар йыш ҡына ҡамасаулап торор, моғайын. Ғөмүмән, был арала әллә ни алға китешкә өмөтләнмәһәгеҙ ҙә була. Иң мөһиме – яуланғанды юғалтмау. Аҙна аҙағы яҡшыраҡ үтер.
ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Алдығыҙҙа торған мәсьә­ләләр­ҙең күпселеге аҡса менән бәйле булыр. Шар­шам­была уйламаған ерҙән ярҙам алырһығыҙ. Иң мөһим ваҡиғалар йомала буласаҡ. Шәхси мөнәсәбәттәр ҡыуандырып торор.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Осор йәнлерәк һәм күңеллерәк үтер. Өйөгөҙҙә лә, эшегеҙҙә лә тәртип урынлаштыра алырһығыҙ. Шаршамбыла иң яратмаған һәм ҡатмарлы эштәр ҙә ҡулығыҙҙан килер. Аҙнанан бик ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ.
ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Аҙнаның тәүге яртыһында шәхси мөнәсәбәттәр әүҙемләшер. Шулай ҙа йондоҙҙар яңылыҡ артынан ҡыумаҫҡа кәңәш итә. Яңы танышлыҡтар оҙайлы булмаҫ һымаҡ. Буш ваҡытығыҙҙы ғаиләгеҙгә арнау дөрөҫ булыр.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Төп эшегеҙҙә ниндәйҙер үҙгәрештәр көтөлә шикелле. Тик әлегә уларҙың ниндәй йүнәлештә булыуын төҫмөрләүе ауыр. Был арала һиҙгерерәк булырға тырышығыҙ. Күберәк күҙәтегеҙ, тыңлағыҙ һәм фекер туплағыҙ.
Саян (24.10 – 22.11)
Донъя мәшәҡәттәренә тынысыраҡ ҡарарға ҡушыла. Күберәк үҙегеҙ хәл итә алырлыҡ мәсьәләләргә иғтибар биреүегеҙ хәйерле. Эргәгеҙҙәге кешеләргә лә ярҙам итергә онотмағыҙ. Иң өмөтлө көндәрегеҙ – шаршамбы һәм йәкшәмбе.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Аҙна башынан уҡ күптән уйлаған үҙгәрештәрҙе тормош­ҡа ашыра башлар­һығыҙ, моғайын. Шаршамбыла үҙегеҙгә оҡшамаған эш менән дә шөғөлләнергә тура килер. Шулай ҙа осорҙан ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”