RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ижад миҙгелен асыу тантанаһына рәхим итегеҙ!

05.10.2010 Ижад миҙгелен асыу тантанаһына рәхим итегеҙ!

72-се ижад миҙгелен асырға әҙерләнгән филармония йылдан-йыл камиллаша бара. Әйтергә кәрәк, үҙенсәлекле концерт программаларының географияһы киңәйә, жанрҙары төрлөләнә. Быйыл да миҙгел төрлө йүнәлештәге концерттар, ҙур проекттар менән байытылыуы, билдәле музыканттар саҡырылыуы менән үҙенсәлекле һәм абруйлы булмаҡсы.
5 октябрҙә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы «Илһам артынан сәйәхәт» исемле юморға ҡоролған концерт программаһы менән үҙенең ишектәрен аса (режиссеры – Илшат Фәхретдинов). 72-се ижад миҙгеле ҡыҙыҡлы концерттарға, тамашаларға бай булмаҡсы. Әйтергә кәрәк, октябрь айында ғына репертуар төрлө йүнәлештәге концерт программалары менән тулыландырылды. ҡурай байрамы, сәхнә ветерандары менән тамашасының бер залда осрашыуы менән бер рәттән, Италия, Франция, Израилдән килгән ҡунаҡтарҙың сығыштары ла көтөлә. 17 октябрҙә – «Көҙгө йыр» романс кисәһе, 19 октябрҙә Эльвира Хәй­ретдинованың орган кисәһе үтә.
Миҙгел асыу тантанаһының йөкмәткеһенә килгәндә, юморға ҡоролған программа әҙерләнгән. Артистарыбыҙ йәйге ялда кем ҡайҙа булып, ниндәй хәлдәргә, мажараларға тарыуын һөйләр, төрлө жанрҙағы йырҙары менән һөйөндөрөр. Был концертҡа әле ҙур әҙерлек бара: яңы йырҙар, әҫәрҙәр өйрәнелә. Фәдис Ғәниев, Әлфиә Юлсурина, Лилиә Биктимерова, Вәхит Хызыров, Римма Амангилдина, Азамат Тимеров, Искәндәр Ғәзизов, Марсель ҡотоев, Сәйҙә Ильясова, Заһир Иҫәнсурин дәртле йырҙары менән концертҡа йәм өҫтәйәсәк. «Илһам артынан сәйәхәт» тамашаһында филармонияның талантлы артистары Рафаэль Сәғитов, Юлиә Чанышева, Әлиә Нурғәлиева, Урал Мортазин бейеү сәнғәтенең бөтә нескәлеген, гүзәллеген, камиллығын асып бирер.
Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин етәкселегендә Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры, Илдар Ишбирҙин етәкселегендә Дәүләт академия хор капеллаһы, Олег ҡасимов етәкселегендәге эстрада-джаз оркестрының сығыштары программаны тағы ла баҙыҡландырасаҡ. Шулай уҡ «Каруанһарай», «Далан» төркөмдәренең ҡатнашыуы концерттың юғары кимәлдә үтәсәгенә дәлил булып тора.
Йыр-моң кисәһенә рәхим итегеҙ, дуҫтар!










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы