RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Байрамыбыҙ мөбәрәк булһын!

04.09.2010 Байрамыбыҙ мөбәрәк булһын!

Ураҙа ғәйете
Изге ҡөрьән төшөрөлгән матур ай, һәр көнө үҙе бер байрам булған Рамаҙан Ураҙа ғәйете менән тамамлана. Ураҙа ғәйете – әһәмиәте менән ҡорбан байрамынан ҡала икенсе урында торған оло көн.
Ураҙа ғәйетен шәүүәл айының тәүге көнөндә байрам итәләр. Тантана рамаҙан айындағы 30 көнлөк тыйылып тороуҙың тамамланыуын аңлата. Изге рамаҙан айының тамамланыуы, бер яҡтан ҡараһаң – һағышлы, икенсе яҡтан ҡараһаң – ҙур байрам. Был көндө һығымталар яһау ваҡыты тип тә атарға булыр ине. Ысынлап та, ураҙа тотоу еңелдән булманы – көндәр оҙон, ҡояш ҡыҙҙыра... Ләкин ураҙа тотоуҙың мәғәнәһе, файҙаһы шул тиклем ҙур. Шуға ла хаҡ мосолмандар бындай ғына һынауҙарға бирешеп тормай.
Ураҙа ғәйете алдынан һәр мосолман йортон ғына түгел, мал һарайына тиклем тәртипкә килтерә, таҙарта, йыуа, ремонтлай. Шулай уҡ һәр кеше Ураҙа байрамы алдынан үҙе лә йыуына, сәсен, тырнағын ҡырҡа. Байрам алдынан бер-беребеҙҙе ғәфү итергә лә онотмайыҡ – мосолмандарҙың үҙ-ара татыу йәшәүенә ни етә. Был көндә халыҡ мәсеткә йыйылып, байрам намаҙын уҡый, бергә йыйылып аралаша, ҡунаҡҡа саҡырыша.
Байрамды матур ҡаршылайыҡ, матур итеп оҙатайыҡ! Был көндә һәр кем шуны белһен ине – кешеләргә изгелек эшләү, хәйер биреү, таҙа һәм матур кейенеп йөрөү, йылмайыу өсөн байрам көндәре генә кәрәкмәй. Донъялыҡтағы бөтә көндәрҙе лә үҙебеҙ үк нурға күмәйек.

ҡәҙер кисе

Ислам динендәге мөбәрәк кистәрҙең иң ҡиммәтлеһе – ҡәҙер кисе. Ул рамаҙан шәриф айында булған бер кистә билдәләнә, тик ҡайһы кисендә булғаны теүәл генә әйтелмәгән. Шулай ҙа имам Әғзәм Әбү Хәнифә әйтеүенсә, ҡәҙер кисе рамаҙан айының 27-се кисендә була. ҡәҙер кисе шулай уҡ ҡеүәтте, Тәҡдирҙе аңлата. Шуныһы ла бар – был көндө шайтан бер кемгә лә зыян килтерә алмай, ул тулыһынса көсөнән яҙа.
ҡөрьән Кәримдә раҫланыуынса, ҡәҙер кисе – йылдың иң файҙалы, иң ҡиммәтле кисе. Сөнки ҡөрьән Кәрим Рәсүлебеҙгә нәҡ ошо кистә тапшырыла башлаған.
Был һоҡланғыс кисте нисек үткәрергә һуң? Бер хәҙистә: «ҡәҙер кисендә инанып, сауабын өмөт итеп, ғибәҙәт ҡылғандарҙың бөтә гонаһын Аллаһы Тәғәлә ғәфү итер», – тиелә. Был кистә мосолмандар ҡөрьән уҡый, тәүбә итә, башҡа мосолмандарҙы һөйөндөрөрлөк эштәр башҡара, үҙенең теләктәрен Хоҙай Тәғәләгә еткерә, ҡыҫҡаһы, изге эштәр менән генә булыша.
Шулай уҡ ҡәҙер кисен тәҡдирҙе билдәләү кисе тип тә атарға булыр ине. Шуға ла был кистә үҙең, туғандарың, бөтә мосолмандар өсөн Аллаһтан бәхет, һаулыҡ, байлыҡ һорар­ға кәрәк. Хоҙай Тәғәлә: «Һонолған ҡулдарға бирмәй ҡалдырмам», – тип әйткән, шуға ла теләгәнегеҙҙе һорағыҙ, ялбарығыҙ. Ысын күңелдән теләгән теләктәрегеҙ мотлаҡ ҡабул булыр.
ҡәҙер кисенең сауабы мең айҙан да хәйерлерәк, мең ай ҡылған ғибәҙәттән дә артығыраҡ булыуы юҡтан түгел, шуға ла был төндө йоҡламайынса, изге эштәр башҡарып үткәреү үҙебеҙгә файҙа ғына булыр. Иғтибар итегеҙ: ҡайһы бер ғалимдар раҫлауынса, ҡәҙер кисе еләҫ булыр, бик һыуыҡ та, эҫе лә һиҙелмәҫ.

Фитыр саҙаҡаһы

Ураҙаның тамамланыуын бөтә мосолмандар ҙа бер төрлө билдәләй: улар фитыр саҙаҡаһын бирә һәм байрам намаҙын ҡыла. Фитыр саҙаҡаһы иртәгә Ураҙа ғәйете бу­лырға тейешле кистә йәки иртән ҡояш ҡалҡҡанға тиклем бирелә. Исламдың үҙенсәлеге буйынса, фитыр саҙаҡаһы үҙенең эсенә матди байлыҡты ғына түгел, рухи ҡиммәт­тәрҙе лә һыйҙырған.
Ураҙа ғәйетенең был йолаһы Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең үҙе тарафынан булдырылған һәм шунан бирле үҙгәрешһеҙ ҡала. Ул мохтаждарға һәм мал-тыуары булмағандарға ураҙа ғәйетен үткәреү өсөн аҡсалата, аҙыҡ-түлек йәки ризыҡ менән саҙаҡа таратыуҙан башлана. Сөнки, бәйғәмбәребеҙ васыят итеп әйткәнсә, был хәйер-саҙаҡаһыҙ Аллаһы Тәғәлә ураҙаны ҡабул итмәйәсәк.
Аҡылы зәғиф булмаған, эшкә һәләтле мосолман үҙенең ғаиләһендәге бөтә кеше өсөн дә фитыр саҙаҡаһын бирергә бурыслы. Әлбиттә, был саҙаҡа ла, башҡалар кеүек үк, мохтаждарға бирелә, мохтажлыҡ кисергән кешенең мосолман булыуы ла шарт (урамда эсеүҙән шешенеп бөткән хәйер һораусы­ларға мосолмандар ярҙам итергә тейеш түгел!).
Ысынлап та, хәҙер шундай хәл килеп сыға – саҙаҡаны кемгә бирергә белмәй аптырай­һың. Саҙаҡаға мохтажлыҡ кисергән хаҡ мосолмандар беҙҙә юҡ кимәлендә тип әйтеү һис арттырыу түгел. Шуға ла был саҙаҡаны мәсеткә (изге йортто ҡарау, электр уты һәм башҡалар өсөн саралар талап ителә) бирергә мөмкин. Башҡа урындарҙа йәшәүсе мосолмандарға ярҙам итеү маҡсатында төҙөлгән махсус фондтар бар, аҡсаны шунда күсерергә лә була. Үҙенә байрам ашы әҙерләй алмаған ауырыу, ҡарт-ҡороға ла фитыр саҙаҡаһы итеп тәмле аш-һыу йәки берәй бүләк бирергә мөмкин. Саҙаҡа бер ваҡытта ла теләһә кемгә бирелмәй, уның мәғәнәһе биргән кешенең бурыстан ҡотолоуында ғына түгел, кемгәлер ярҙам итеүҙә лә икәнлеген онотмағыҙ.
Әгәр фитыр саҙаҡаһын бирергә бөтөнләй мөмкинлегегеҙ юҡ икән (кеҫәгеҙ буп-буш, аҙыҡ-түлек кәштәһендә елдәр уйнай), Хоҙай Тәғәлә һеҙҙе был бурыстан азат итә. Бөтәбеҙ ҙә беләбеҙ – Исламда мосолмандарға көс еткеһеҙ йөк һалынмай.
Фитыр саҙаҡаһын рамаҙан айының бөтә көндәрендә лә бирергә мөмкин, ләкин һуңғы кистә биреү дөрөҫөрәк. Ни өсөн тигәндә, саҙаҡаға мохтажлыҡ кисергән кешеләр Ураҙа ғәйетен лайыҡлы кимәлдә байрам итергә тейеш. Һеҙ биргән саҙаҡа уларға байрам өҫтәленә аҙыҡ-түлек, балаларына бүләк алыу өсөн кәрәк. Бер кеше өсөн яҡынса алғанда 50 һум фитыр саҙаҡаһы бирелә. Әлбиттә, хәлле кешеләр тағы ла күберәк бирә ала.
Фитыр саҙаҡаһын биреү мосолмандың күңелендә изгелек, йомартлыҡ уята, мохтаждарға ярҙам итә.

Хәйер биреү этикаһы

Хәләл аҡсаңды арттырып, кемгәлер ярҙам итеүҙең сауаплы икәнлегенә бер кем дә шикләнмәй. Тик шуны онотмаһаҡ ине: хәйер мохтаждарға бирелергә тейеш. Беҙҙә уны оло йәштәге кешегә биреү киң таралған, ҡарттар­ҙың был аҡсаға мохтажлыҡ кисерәме-юҡмы икәнлеген уйлап та тормайбыҙ. Ә ысынында, әбей-бабайҙар өсөн иң һәйбәт хәйер – уларға йорт-ҡураларында ярҙам итеү, ваҡытыңды йәлләмәй генә һөйләшеп ултырыу, үҙең бешергән аҙыҡ менән һыйлау һәм башҡалар. Магазинға йөрөй алмаған ҡарт хәйер аҡсаһын нимә эшләтһен? Әлбиттә, аҡсаға мохтаж ҡарттар ҙа бар, әммә кешегә ҡарт булғаны өсөн генә хәйер биреүҙең бер мәғәнәһе лә юҡ. Шуға ла изгелек эшләргә теләйһегеҙ икән, ярҙам ҡулын мохтаждарға һуҙығыҙ! Кемдер бер мең һум аҡсаға мохтажлыҡ кисерһә, кемдер бер тапҡыр шылтыратып хәл белешеүҙән, ауырып ятҡанда бер йотом һыу эсереүҙән генә рәхмәтле буласаҡ.
ҡайсаҡ кеше башҡалар ҙа күрһен, уға эйәрһен өсөн саҙаҡаны мохтаждарға күрһәтеп бирә. Әгәр уның ниәте башҡаларҙың йөрәгендә изгелек уятыу ғына икән, һәйбәт.
Хоҙай Тәғәлә: «Хәйерҙе асыҡтан-асыҡ бирәһегеҙ икән – һәйбәт, әгәр ҙә уны ярлыларға башҡаларға күрһәтмәй генә бирһәгеҙ – тағы ла яҡшыраҡ...» («Һыйыр» сүрәһе, 271), – тип әйткән. Ошо һүҙҙәрҙән күренеүенсә, ҙур сауап алырға теләгәндәр хәйерҙе күрһәтмәй генә бирергә тейеш. Ундай хәйер­ҙең асыҡтан-асыҡ бирелгәненән етмеш тапҡырға һәйбәтерәк икәнлеген күрһәткән хәҙис бар. Шуға ла бөтәбеҙ ҙә беләйек: хәйер Аллаһы Тәғәлә өсөн бирелә, кемдер һине йомарт тип маҡтаһын өсөн түгел.
Тағы ла шуныһы – кемгәлер хәйер бир­гәнһегеҙ икән, ул кешенең саҙаҡаны нисек, ҡасан, нимә өсөн тотоноуын тикшереп йөрөмәгеҙ. Миҙалдың икенсе яғы ла бар: мосолмандар диндәштәренә ярҙам итергә тейеш, хәйер мосолмандарға бирелә. Тимәк, хә­йерҙең хәрәмгә тотонолмаясағына ышаныс бар. Етем балаларҙы ла онотмағыҙ. Тик был урында тағы ла хәйерҙең аҡса ғына түгел, ниндәйҙер башҡа төр ярҙам да була алыуын иҫегеҙгә төшөргө килә.
Хәрәм юл менән табылған байлыҡтан бирелгән саҙаҡаны Хоҙай Тәғәлә ҡабул итмәйәсәк. Уның быға мохтажлығы юҡ. Әммә хәрәм юл менән эшләнгән аҡсаны тулыһынса кемгәлер ярҙам итеп күсерәһегеҙ икән, һәйбәт буласаҡ. Сауабы булмаһа ла, гонаһығыҙ юйыласаҡ.
Хәйер итеп биреү өсөн әйберҙең сифатлыһын һайлайҙар. Үҙең яратҡан нәмәне хәйер итеп бирә белеү иманлы булыуҙы күрһәтә. ҡыҫҡаһы, хәйер «исем өсөн» түгел, ярҙам өсөн булырға тейеш.
Бөтә нәмә лә Хоҙай Тәғәләнең ҡушыуы, теләге буйынса башҡарыла. Кемгәлер – байлыҡ, кемгәлер – талант, кемгәлер сир бирелә. Ләкин быларҙың бөтәһе лә һынау өсөн генә, мәңгелек түгел. Шуға ла ҡаҙанған байлыҡты Аллаһы Тәғәлә өсөн дөрөҫ ҡулла­ныуҙан да һәйбәтерәк юл юҡ. Хәйер бирергә лә, мохтаж булһағыҙ, алырға ла тартынмағыҙ!

Хәҙистәр
Үлгәндән һуң үкенмәгән кеше юҡ. Яҡшы кешеләр яҡшылыҡтарын күберәк эшләп өлгөрмәгәнгә үкенер, яман кешеләр яманлыҡтан тыйылып тәүбә итмәгәнгә үкенеп бөтә алмаҫ.

Күңеле пак, тәне сәләмәт, барына ҡәнәғәт кеше – иң бәхетле кеше.

Байрам көндәре – улар сама белмәй ашау-эсеүҙәр, күңел асыуҙар менән йәнде яфа­лауҙар мәле түгел, улар үҙ-ара аралашыуҙар, осрашып йө­рөү­ҙәр, сәләм бирешеүҙәр, араларҙа мөнәсәбәттәрҙе тө­ҙөкләндереп ҡалыу өсөн бер сәбәп.
Лилиә СИРАЕВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?