RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Изгелек эшләргә ашығайыҡ!

23.11.2012 Изгелек эшләргә ашығайыҡ!

Ғәшүрә көнө, Ғәшүрә байрамы − мосолман донъяһындғы иң әһәмиәтле көндәрҙең береһе. Ул мөхәррәм айының 9-сы көнө тамамланғас башлана. Быйыл 24 ноябргә тура килә. Был көндө Аллаһы Тәғәлә Ерҙе һәм күкте юҡтан бар иткән, Әҙәм ғәләйһис-сәләмде лә Ғәшүрәлә яралтҡан. Изге байрамда бәйғәмбәрҙәрҙең күбеһе бәләләрҙән ҡотолдорола. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм, уның сәхәбәләре ошо көндө мөбәрәк һанап, ураҙа тотҡан.
Ғәшүрә − сауаптарға өлгәшә торған көн. Был көндө Аллаһы Тәғәләнең бәндәләргә рәхмәте киң асыла. Туҙан бөртөгө тиклем генә ҡылған изгелегебеҙгә лә Раббыбыҙ тау ҡәҙәре сауабын бирә, килер бәләләрҙән һаҡлай. Ошо көндө күңелдәребеҙҙе фәҡәт изгелеккә йүнәлтеп, кешеләргә, бүтән тереклеккә изгелек, итәғәтлек, миһырбанлыҡ, шәф­ҡәтлелек ҡылыуға көсөбөҙҙө, зиһенебеҙҙе, мөмкинлегебеҙҙе йүнәлтергә бурыслыбыҙ.
Ғәшүрә көнөндә балаларына, ҡатынына киң күңеллелек күрһәткән, уларға яңы кейем, йә бүтән берәй бүләк биргән, яҡшы, затлы ризыҡ ашатҡан, байрам рухын булдырған кешегә Аллаһы Тәғәлә киләһе йылдың Ғәшүрә көнөнә тиклем ризыҡ киңлеге, донъя бәрәкәте, тормош муллығы насип итә. Бындай бәрәкәтте Раббы­быҙ ул кешенең хәләл ефетенә һәм балаларына ла бирә.
Рамаҙандағы фарыз ураҙаһынан ҡала иң сауаплыһы – мөхәррәм айында Ғәшүрә көнөндә тап килтереп тотҡан ураҙа. Был айҙа тотҡан бер көн ураҙаға Хоҙай 30 сауап бирер.
Шуға ла был изге байрамдың әһәмиәтен аңлап, гонаһтарыбыҙ ярлыҡанһын, сауапҡа өлгәшеү өсөн Ғәшүрәне доғалар уҡып үткәрергә, изгелектәр ҡылырға ашығайыҡ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?