RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » ИЗГЕ ЙОМАЛА – ЯҢЫ МӘХӘЛЛӘ

13.08.2011 ИЗГЕ ЙОМАЛА – ЯҢЫ МӘХӘЛЛӘ

ИЗГЕ ЙОМАЛА – ЯҢЫ МӘХӘЛЛӘ
Изге Рамаҙан айының тәүге йомаһында Кү­мертау ҡалаһының, уға ҡараған Ира, Алексе­евка, Көйөргәҙе районының Бөгөлсән, Яҡут, Күгәрсен районының Дауыт-Ҡайып ауылдарының мосолмандары Өфө – Ырымбур трассаһының Мораҡҡа боролған юл сатында кәңәш ҡорҙо. Йыйын­ды Ханты-Манси Автономиялы Округы мөфтөйө кәңәшсеһе, сығышы менән Дауыт-Ҡайып ауылынан булған Мөхтәр Сәғитов асты. Унда ҡатнашыусыларҙы изге Рамаҙан айы менән тәбрикләгәндән һуң, ул сараның маҡсатын аңлатып үтте.
– Эшем буйынса бик күп сәфәр ҡылырға тура килә, – тип башланы һүҙен Мөхтәр Вәлиулла улы. – Ҡайҙа ғына күҙ һалма, күңелдәрҙе ҡыуандырып, иман йорттары ҡалҡып сыға. Ләкин Өфөнән алып Ырымбурға ҡәҙәре юл буйында урынлашҡан башҡорт һәм татар ауылдарындағы мәсеттәрҙе бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Шуға күрә, Башҡортостан мосолмандары диниә назараты етәксеһе, хөрмәтле Нурмөхәмәт хәҙрәттең фатихаһын алып, урындағы етәкселәр, киң йәмәғәтселек менән кәңәшләшкәндән һуң, сәфәрҙә йөрөүселәр өсөн тап ошо юл сатында ғибәҙәтхана төҙөү кәрәклеге тураһында уртаҡ фекергә килдек.
Мөхтәр Сәғитовтың сығышын Күмертау һәм Көйөргәҙе районы имам-мөхтәсибе Салауат хәҙрәт Баймөхәмәтов, Ермолаев ауылы мәсетенең имам-хатибы Азат хәҙрәт Хәлиловтар ҙа хуплап ҡаршы алды.
– Был урында иман йорто төҙөү күптән кәрәк, – тип башланы үҙ сығышын Бөгөлсән ауылынан килгән фермер Хөснулла Вәлиев. – Сөнки Өфөнән Ырымбур яғына ла, Мораҡ, Иҫәнғол, Йылайыр, Сибай тарафтарына ла, кирегә лә юл йөрөүсе бихисап. Ә туҡтап ял итеү, тамаҡ ялғау, ғибәҙәт ҡылыу өсөн шарттар юҡ. Әлбиттә, бер нисә йыл элек ошо юлдар киҫешендә ҡунаҡханаһы ла булған ике ҡатлы ҙур кафе эшләй башланы. Ләкин унда һыра, башҡа төрлө спиртлы эсемлектәр менән сауҙа итәләр. Динле кешеләр өсөн хәләл ризыҡ әҙерләнмәй. Әгәр уның эргәһендә яҡын киләсәктә мәсет төҙөлһә, янында дини ҡанундарға ярашлы тәғәмхана ла эшләһә, сәфәрҙә йөрөүсе мосолман ҡәрҙәштәребеҙгә ифрат уңайлы булыр ине.
Ҡорҙа ҡатнашыусылар бер тауыштан, Ира, Алексеевка, Бөгөлсән ауылдарында йәшәүселәр һәм юлсылар өсөн яңы мәхәллә ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итте. Ойошманың документтарын әҙерләү, уставын теркәү бурысы Ермолаев ауылының имам-хатибы Азат хәҙрәт Хәлиловҡа йөкмәтелде.

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ,
“Йәшлек”тең үҙ хәбәрсеһе.

Көйөргәҙе районы.
Автор фотоһы.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Бөгөн - Мәүлит кисе

19.11.2018 - Иман Бөгөн - Мәүлит кисе


Доға ҡөҙрәте

12.10.2018 - Иман Доға ҡөҙрәте


Ир һәм ҡатын  хаҡы

05.10.2018 - Иман Ир һәм ҡатын хаҡы