RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » ҺАҠЛАНҒАНДЫ ҺАҠЛАР

12.03.2011 ҺАҠЛАНҒАНДЫ ҺАҠЛАР

Был фани донъяның беҙгә аңлашылмаған серҙәре бик күп. Әҙәм балаларының ниндәйҙер көскә, ҡеүәткә эйә, хатта улар­ҙың ҡараштарының кешене көсһөҙләндереү һәләте булыуы ла һәр кемдең энергетик көсөнөң кимәле тураһында һөйләй. Күҙ тейеү төшөнсәһе лә барыбыҙға таныш. Бала бер сәбәпһеҙгә туҡтамай илай икән, үҙебеҙҙең хәлһеҙләнеүебеҙҙе, сырхаулауыбыҙҙы тоя башлаһаҡ, донъябыҙҙан бәрәкәт кит­һә, ирекһеҙҙән әллә күҙ тейҙеме икән, тип уйлай башлайбыҙ. ҡөрьәндә әй­тел­гәнсә, күҙ тейеү төшөнсәһе, ысынлап та, бар. ҡайһы бер ғалимдар­ҙың мәғлүмәттәре буйынса, бәғзе берәүҙәрҙең күҙенән зәһәрле бер ҡеүәт, зыянлы нур һибелә. Ебәрелгән был насар тәьҫирле ҡеүәт кешегә йәки берәй әйбергә барып бәрелгән ваҡытта уға зарар бирә, хәлһеҙләндерә. Раббыбыҙ Аллаһ та тәндәр­ҙә һәм рухтарҙа төрлө көстәр яралтҡан. Күҙ тейеү төрлө йоғонтоға бәйле. Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт тә: «Күҙ тейеү дөрөҫтөр. Ул насар рухлы кешеләр, әҙәм балаһынан көнләшеүселәр үҙҙәренең ҡараштары менән хәлһеҙләндерер, хәсрәтләндерер», – тигән. Күҙ тейеүҙең сығанағы – күҙ менән һоҡланып ҡарау. Кешегә күҙ тейгән кеүек, хайуандарға, йортҡа ла күҙ тейергә мөмкин. Кеше үҙенең балаһына, тормош иптәшенә лә күҙ тейҙерә ала. Хәҙис шәрифтәр­ҙә әйтелгәнсә: «Һеҙҙән берәү башҡаларҙа йәиһә ҡәрҙәшенең байлығында-малында һушты алырлыҡ нәмә күргән ваҡытта, уның өсөн бәрәкәт доғаһын уҡыһын. Күҙ тейеү ысынбарлыҡтыр, был күренеш тауҙы урынынан ҡуҙғатыр, кешене ҡәбергә, дөйәне сүллеккә йығыр».

Күҙ тейеүҙе нисек дауаларға?

Иҫкәртеү саралары сифатында күҙ тейеү мөмкин булған нәмәләр өсөн доғалар уҡып, күҙ тейеүҙән һаҡлауҙы һорап Хоҙайға мөрәжәғәт итеү хәйерле. Күҙе ҡаты тип белгән әҙәм һеҙгә һоҡлана, балаларығыҙға ҡарай икән: «Мәә шәәә-аллаһу ләә ҡүүәттә илләбилләһ», – тип доға уҡығыҙ. Хәҙрәти Ғосман да, матурлығына хайран булып, үҙе ҡабат-ҡабат ҡараған балаға күҙ теймәһен өсөн, был балаға ҡара буяу һөртөгөҙ, тигән. Күҙ тейеүҙе «Фатиха», «Аятел-көрси», «Бәҡара», «Ихлас», «Фәләҡ», «Нәс» сүрәләрен уҡып дауалайҙар. Ауырыу кешенең ҡолағына аҙан әйтеү ҙә файҙалы. Көнсөлдәр көнләшкәндә лә Аллаһҡа һыйынығыҙ, тыйғандарҙан тыйылығыҙ, тип бойора ҡөрьән. Гонаһтарҙан тәүбә итегеҙ. Сөнки гонаһтар дошманлыҡҡа юл аса. Мөмкин булғанса кешеләргә төрлө изгелек ҡылырға, саҙаҡа бирергә кәрәк. Сөнки саҙаҡа һәр төрлө яуызлыҡтан, бәлә-ҡазанан, күҙ тейеүҙән кәртә булып тора. Күркәм мөғәмәлә һәм изге ғәмәлдәр менән көнсөлдөң күкрәгендә ҡайнаған ялҡынды һүндерергә тырышығыҙ. Күҙ тейеүҙе дауалатам тип, күрәҙәселәргә барыу мосолмандың ҡырҡ көнлөк изге ғәмәлдәрен юҡҡа сығара. Яман күҙҙән аралайым, тип балаларға төрлө әйбер, бетеү тағыу ҙа Ислам динендә дөрөҫ ғәмәл һаналмай. Сихырҙан, насар ҡараштан, көнсөллөктән һаҡланыуҙың берҙән-бер юлы – Аллаһы Тәғәләнең барлығын таныу, ҡөрьән сүрәләрен уҡып йөрөү.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?