RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Дәүләттә лә мәсет буласаҡ

12.03.2011 Дәүләттә лә мәсет буласаҡ

Әбйәлил мәсеттәр төҙөү, уларҙың һаны буйынса республикала алдынғы райондарҙың береһе һанала. Шулай ҙа иман йорто булмаған ауылдар ҙа бар.
Дәүләт ауыл биләмәһендә бөгөн эшләп торған бер генә мәсет тә юҡ. Шуға ла ауыл биләмәһе үҙәге булған Дәүләттә мәсет төҙөү зарурлығы күптән өлгөргән мәсьәлә. Сөнки ул халҡыбыҙҙы иман юлына ҡайтарыуҙа мөһим роль уйнай.
Һәм бына, Аллаға шөкөр, изге Рамаҙан айында ауылдың оло юлға яҡын күркәм урынында иман йортона нигеҙ ташы һалынды. Әлбиттә, мәсетте төҙөп бөтөү өсөн бик күп көс һәм аҡса кәрәк. Иман йортоноң нигеҙен эшләп ҡуйҙыҡ. Был эштә ауыл халҡының ярҙамы бик ҙур булды. Үткәрелгән өмәләргә халыҡ дәррәү сыҡты һәм улар­ҙың эшенең һөҙөмтәһе – бөгөн мәсеттең нигеҙе әҙер. Был эштә ауылдаштарымдан башҡа район советы депутаты Иван Лавреновтың (ул материалдар менән ярҙам итте), «Асҡар» ЖРЭУ-һы» начальнигы Таңатар Сабитовтың (техника менән) һәм эшҡыуар Айрат Әминевтың (тонна ярым цемент бирҙе), Наил Мәхмүтовтың (аҡсалата) ярҙамдары ҙур булды. Район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙовтың ошо эште башлағандан алып һәр саҡ ярҙам итергә әҙер тороуы ҡыуаныслы. Райондың башҡа ойошма-учреждение етәкселәренең дә изге эштән ситтә ҡалмаҫына иманым камил.
Шулай ҙа әле башҡараһы эштәр бик күп – бинаның стеналарын күтәрергә, башын ябырға, эске эштәре һ. б. Шуның өсөн хәленән килгән һәр кем Дәүләт ауылында мәсет төҙөүгә үҙ өлөшөн индерһә ине, тигән теләгемде еткермәксемен. Төҙөлөш материалдары менән дә, аҡсалата ла ярҙам итергә мөмкин. Был изге эшкә ярҙам итеп, ҙур сауап алыр инегеҙ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр.

Садиҡ ҒИБӘҘӘТОВ,
Дәүләт ауылының имам-хатибы.

Әбйәлил районының Дәүләт ауылындағы мәсет төҙөлөшөнә ярҙам ҡулы һуҙырға ниәт иткән кешеләр өсөн түбәндә реквизиттарҙы күрһәтеп үтмәксемен:
Р/сч 40703810701150000037 в ОАО «Социнвестбанк» г. Уфа ИНН 2021995035 БИК 048073739 к/с 30101810900000000739.
Белешмәләр өсөн тел. 8-34772-2-35-90 (өй),
8-960-851-1320.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Фәрештәләр беҙҙе һаҡлаһын

Рабиғел ахыр айында намаҙ ваҡыты

Яҙмыш һәм уның серҙәре

Баймаҡ районының Билал ауылы мәсете бына ниндәй күркәм!

Бөгөн - Мәүлит кисе

19.11.2018 - Иман Бөгөн - Мәүлит кисе


Намаҙ уҡыһағыҙ, бәрәкәт килер

Исламда никах яңыртыу юҡ

Доға ҡөҙрәте

12.10.2018 - Иман Доға ҡөҙрәте


Насар ҡылыҡтарыңдан арыныуың – үҙеңдән

Сәфәр айына намаҙ ваҡыты

Ир һәм ҡатын  хаҡы

05.10.2018 - Иман Ир һәм ҡатын хаҡы


Мөхәррәм айында намаҙ ваҡыты