RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ғәйбәт тураһында хикәйәт

26.04.2019 Ғәйбәт тураһында хикәйәт

Ҡиәмәт көндө берәүҙең ғәмәл дәфтәрен уң ҡулына биргәндәр. Белеүегеҙсә, уң ҡулға бирелгән дәфтәрҙә изге эштәр генә яҙылған була. Был кеше яҙыуҙарҙы ҡарағас, тик изге ғәмәлдәре яҙылыуын ғына күрә. « Эй, Илаһым, был яҙыуҙар бит минеке түгел, сөнки бер ҡасан да изгелек эшләгәнем булманы. Фәрештәләр яңылышҡан булһа кәрәк», – ти.
Шул ваҡытта бер йәшерен тауыш ишетелә.
– Дәфтәр – һинеке. Ҡайһы бер әҙәмдәр һине яманлай, һинең хаҡта ғәйбәт һата ине. Һин иғтибар бирмәнең. Изге ғәмәлдәр шуға һиңә яҙылды, – ти ул.
Ҡиәмәт көнөндә икенсе берәүгә ғәмәлдәре яҙылған китапты һул ҡулына бирәләр. Яҙыуҙы уҡығас, ул намаҙ уҡыуҙары, ураҙа тотоуҙары, хәйер - саҙаҡа биреүҙәре тураһында бер нәмә лә тапмай.
Аллаһы Тәғәләгә аптырап: « Эй, Аллам, донъялыҡта мин намаҙ уҡыным, ураҙаны һәр ваҡыт тотоп килдем. Саҙаҡалар бирҙем. Был дәфтәргә уларҙың ниңә береһе лә теркәлмәгән?» – тип һораны.
– Фәлән- фәлән кеше тураһында һин ғәйбәт һөйләгәйнең, – ти Аллаһы Тәғәлә, – шуға изге ғәмәлдәрең юҡҡа сыҡты, йәғни улар һин ғәйбәт итеп һөйләгән әҙәмгә яҙылды.



Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. АМАНОВ




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?

Шәүүәл айында намаҙ ваҡыты

Мулла рухын шатландырып

Тыуған көндә аят уҡытайыҡ

Ураҙа тотоусыларға табип кәңәштәре

Рамаҙанда тотасаҡ ураҙаларыбыҙға  сауабы насип булһын!

Рамаҙан айында намаҙ ваҡыты

Хәҙистәр

19.04.2019 - Иман Хәҙистәр


Ауырыуҙан шифа табыу өсөн уҡыла торған доғалар