RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Тәҡдиргә яҙылһа...

01.02.2019 Тәҡдиргә яҙылһа...

Хөрмәтле Мәүләнә рәхмәтуллаһи ғәләйһи үҙенең «Мәснәүиҙәр»ендә яҙмыш сере һәм уны төшөнөү мөмкин түгеллеге һәм бының асылда бөйөк мәрхәмәт булыуы хаҡында яҙа.

Бер әҙәм Муса бәйғәмбәргә килгән:
– Эй, Кәлимулла (Алла менән һөйләшкән кеше)! Мине хайуандар телен аңларға өйрәт әле! Уларҙың телен аңлап, үҙемә нәсихәт алырға теләйем!
Муса ғәләйһис-сәләм былай тигән:
– Был уйыңдан кире ҡайт, көсөңдән килмәгән нәмәне аңларға тырышма! Әгәр ҡырмыҫҡа бөтә күл һыуын эсеп бөтөрөргә теләһә, ул сәсәп батасаҡ. Һин дә мөмкин булмағанды аңларға ынтылма! Өлөшөңә төшкән һәләттәр менән Илаһи ҡөҙрәтте танып белергә тырыш! Йөрәгең менән Аллаға уҡтал! Уның серҙәре һәм хикмәте йөрәге һәм ниәттәре саф булған­дар­ға асыла!

Әммә әҙәм ныҡышыуын дауам иткән:
– Этемдең, йорт хайуандарының телен булһа ла аңларға өйрәт!
Уны был уйынан дүндерә алмағас, Муса ғәләйһис-сәләм теләген ҡәнәғәтләндерергә булған, әммә киҫәткән:
– Зирәк бул, мәғлүмәт океанында батып ҡуйма!..

«Йорт хайуандарының телен аңлай башланыммы икән?» – тип уйлаған бәндә иртән торғас.
Был ваҡыт хеҙмәтсе ҡатын иртәнге табындан һуң өҫтәлде йыйыштырып йөрөгән һәм ергә икмәк киҫәген төшөрөп ебәргән. Уны эргәлә йөрөгән әтәс эләктереп тә ҡасҡан, ә эт артынан былай тип ҡысҡырған:
– Һин ғәҙел түгел! Һин бит иген сүпләй алаһың. Ни эшләп миңә тейешле киҫәкте алдың?
– Ҡайғырма, иртәгә хужаның аты үләсәк һәм һин туйғансы ит ашаясаҡһың, – тип яуап биргән уға әтәс.

Билдәһеҙ донъянан килгән хәбәргә ышанып, хужа атын йәһәт кенә һата һалған. Әтәскә эт алдында оят булған. Ул бәхәсләшә башлаған һәм бәхәс өс көнгә һуҙылған. Икенсе көндө шул уҡ әтәстән ишәге үләсәген, өсөнсө көндө хеҙмәтсеһе үләсәген белеп ҡалған хужа. Аҡыллы эш итәм, тип уйлап, уларҙы ла һата һалған. Эт йәнә ҡоро ҡалған. Әтәс уны һәр ваҡыт алдай һымаҡ килеп сыҡҡан. Өс тапҡыр уңайһыҙ хәлгә ҡалған әтәс дүртенсеһендә былай тигән:
– Һис шикһеҙ, беҙҙең хәйләкәр хужабыҙ йолом биреп ҡотолорға уйланы. Әммә был ғәмәле менән ул үҙенә генә насар эшләне. Иртәгә ул үләсәк! Вариҫтары һыҡтаясаҡ, уфтанасаҡ, үгеҙҙе һуясаҡ, һәммәһе үҙ өлөшөн аласаҡ: һин дә, мин дә!..
Иҫәр әҙәм әтәстең әйткәндәрен ишетә, был хәҡиҡәт уны уғата ҡурҡыуға һала. Ҡото осоп, Муса ғәләйһис-сәләмгә йүгереп килә.
– Эй, Кәлимулла! Минең ялбарыуымды ҡабул ит, ярҙам ит! – тип инәлә башлай.

Муса ғәләйһис-сәләм әйтә:
– Һин хәлеңдән килмәгән нәмәне йөкмәнең. Хәҙер хәҡиҡәттән йырағайҙың. Хайуандарыңды, хеҙмәтсеңде һатып, тәҡдирҙән ҡотолам, тип уйланыңмы ни? Мин һиңә, ҡадар һәм ҡада хаҡында белергә тырышма, тип кәңәш биргәйнемме? Аҡыллы кеше аҙағын тәүҙә уйлай, ә иҫәр эш үткәс уйлай башлай. Хәҙер инде ғәмәл ҡылынған. Сауҙала уңыш­ҡа ирешкәнһең икән, йәнеңде файҙа менән һат һәм үҙеңде ҡотҡар!
Был әҙәм, ныҡ үкенеп, Муса бәйғәмбәрҙән күпме генә ярҙам һорамаһын, теге былай тип әйтеү менән сикләнә:
– Уҡ йәйәнән осҡан! Уны кире бороп булмай. Мин Хаҡ Тәғәләнән һинең иманлы булып китеүеңде генә һорайым!
Муса ғәләйһис-сәләм Аллаға ялынып доға ҡыла. Кәлимулла доғалары фатихаһы менән әҙәм бик ыҙа күрмәй генә йән бирә.

Аллаһы Тәғәлә:
– Эй, Муса! Әгәр теләһәң, мин уны ҡабаттан тергеҙәм, – ти.
Әммә Муса ғәләйһис-сәләм:
– Эй, Раббым! Һиңә бик күп дан һәм маҡтау! Яҡты һәм юғары донъя­ларҙа тергеҙ уны! Сөнки унда, мәңгелек донъяла, тәҡдир һәм уның алға килеү серҙәре асыла! – ти.

Хикәйәнән күреүебеҙсә, әҙәм балаһы йыш ҡына үҙенә игелек килтермәҫтәй нәмәләрҙе теләй. Хатта теләгәне уны һәләкәткә илтеүе лә ихтимал. Бындай финалға килеп еткәс, ул мең тапҡыр ялынып һораған нәмәләре өсөн бик үкенә. Шуға күрә фани тормошта күңел тыныслығы табыу һәм мәңгелек донъяла бәхетле булыу өсөн, Алланың Ҡөҙрәтен аңлап, тулыһынса Уның ихтыярына буйһонорға кәрәк. Үҙеңдең көсһөҙлөгөңдө таныу – ҡолоңдоң мәңгелек капиталы.



Автор: З.Йәһүҙина
Фото: vk.com





Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йомадиәл ахыр айында намаҙ ваҡыты

Ғәйбәт – оло гонаһ

25.01.2019 - Иман Ғәйбәт – оло гонаһ


Ауырыуҙан шифа табыу өсөн уҡыла торған доғалар

Өйрәнәйек доға

23.01.2019 - Иман Өйрәнәйек доға


Йомадиәл әүүәл айында намаҙ ваҡыты

Дини ғөрөф-ғәҙәттәрҙе онотмайыҡ!

Фани донъя мәңгелек түгел

Һуғымығыҙ бәрәкәтле булһын!

Фәрештәләр беҙҙе һаҡлаһын

Рабиғел ахыр айында намаҙ ваҡыты

Яҙмыш һәм уның серҙәре