RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Бөгөн - Мәүлит кисе

19.11.2018 Бөгөн - Мәүлит кисе

Бөгөн - Мәүлит кисе
Изге ғәмәлдәр менән үткәрәйек!
Мөхәммәт бәйғәмбәр ғәләйһис - сәләм Миләди иҫәп менән 571-се йылда Рәбиғел әүүәл айының 12 - һендә, дүшәмбе көндө изге Мәккә ҡалаһында тыуа. Ата - әсәһе был тирәлә билдәле кешеләр - Ғабдулла бин Ғәбдел Моталлип менән Әминә бин Ваһб була. Атаһы бала тыуғансы уҡ үлеп ҡала, 6 йәшендә әсәһе лә вафат була. Малай әсә наҙы күрмәй етемлектә үҫһә лә, әҙәп-әхлаҡ эйәһе , халыҡ араһында абруйлы, ышаныслы ир булып үҫә.
Мәүлит , Мөхәммәт бәйғәмбәр тыуған көн – Ислам динендәге иң мөбәрәк кистәрҙең береһе. Байрам кисендә Рәсуллуллаһ йәшәгән замандар, уның күргән хәлдәре, мөғжизәләре тураһында китаптар уҡыу, вәғәздәр тыңлау, уның тормошон өйрәнеү сауаплы. Бәйғәмбәрҙең кендек инәһе Абдулмоталиб ҡыҙы Сафия: «Мөхәммәт ғәләйһис - сәләм тыуғанда эргәһендә булдым. Был сабыйҙың үҙендә 35 ғәләмәт күрҙем. Быларҙың һәр береһе уның бәйғәмбәрлегенә дәлил ине. Әсәһенән башы менән тыуҙы, сабый тыуыр-тыумаҫ сәждәгә китте. Ана шул ваҡыт Ер йөҙөндә булған барса йәнле-йәнһеҙ ойоп, Уға һәм Аллаһы Тәғәләгә саждә ҡылды. Ул пак тыуҙы. Йыуырға булғас:« Уны йыумағыҙ, беҙ йыуҙыҡ һәм паклык ебәрҙек” тигән ап-асыҡ бер ауаз ишеттем. «Алланан башҡа тәңре юҡтыр. Мин уның бәйғәмбәремен», - тип әйтән кеүек тә тойолдо сабый. Фәрештәләрҙең уға: «Әссәләмәғәләйкүм, Рәсуллуллаһ», - тип сәләмләгәне лә ишетелде. Малаймы, ҡыҙмы икәнен ҡарайым тиһәм, эргәмдә бер яҡты нур пәйҙә булды. Әсәһенән тыуғанда ҡараңғы төн ине, ҡарайым, бөтөн ер яҡтырҙы, көн уртаһы кеүек булды. Шул арала бөтә ер йөҙө йәшелләнде. Сәхрәләр яҡтырҙы, бөтә ағастар япраҡ ярҙы, сәскәләр атты. Һуңғы бәйғәмбәр донъяға тыуҙы, тигән яҙма күк көмбәҙендә күренде. Бөтә шайтандар ҡурҡты», - тип хәтерләй.
Мәүлит – тыуыу ваҡыты йәки тыуған көн тигәнде аңлата. Мөхәммәт бәйғәмбәр рәбиғел - әүүәл айының 11-нән 12-се көнөнә тыуып, 23 йыл бәйғәмбәрлек иткәндән һуң ошо уҡ айҙың шул уҡ көнөндә 63 йәшендә вафат була.
Исламда изге көн һаналған Мәүлит кисендә саҙаҡа биреү, мосолмандарҙы йыйып табын үткәреү һәм доғалар уҡыу, тыңлатыу – был кисте хөрмәт итеү булыр. Мөхәммәт тыуған көндө һәм төндө мосолмандар намаҙҙа үткәрә, Ҡөрьән Кәрим аяттарын уҡый, байрамдың асылына тап килгән мөнәжәттәр әйтә, изге эштәр ҡыла.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Йомадиәл әүүәл айында намаҙ ваҡыты

Дини ғөрөф-ғәҙәттәрҙе онотмайыҡ!

Фани донъя мәңгелек түгел

Һуғымығыҙ бәрәкәтле булһын!

Фәрештәләр беҙҙе һаҡлаһын

Рабиғел ахыр айында намаҙ ваҡыты

Яҙмыш һәм уның серҙәре

Баймаҡ районының Билал ауылы мәсете бына ниндәй күркәм!

Намаҙ уҡыһағыҙ, бәрәкәт килер

Исламда никах яңыртыу юҡ

Доға ҡөҙрәте

12.10.2018 - Иман Доға ҡөҙрәте


Насар ҡылыҡтарыңдан арыныуың – үҙеңдән