RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Доға ҡөҙрәте

12.10.2018 Доға ҡөҙрәте

Доға ҡөҙрәте
Бер кеше 15 йыл төрмәлә ултыра. Бер ғәйебе булмаһа ла, ни өсөн үҙенә яла яғып хөкөм итеүҙәрен белмәй. Бер ваҡыт уға үлем язаһына тарттырылыуын әйтәләр. Ғәҙелһеҙлек ҡорбанының күҙ алдында ер убылып төшкәндәй була. Бөтә донъя ҡараңғылана. Ҡолаҡтары ишетһә лә, йөрәге аяныслы хәбәрҙе ҡабул итмәй.
“Был хөкөм миңә түгелдер. Минең исемемде башҡалар менән бутайҙарҙыр. Шаһиттарым бар. Бәлки, улар тағы ла ғәйеп­һеҙ булыуымды иҫбат итер. 15 йыл төрмәлә ыҙа сиктем. Күпме ултырып та, мине бер кем ҡыҙғанманы. Ошо тиклем күргән михнәттәремдән һуң да мине, ғәйепһеҙ кешене, яҡты, ирекле көндәр түгел, ә үлем язаһы көтә”, – тип эстән генә һыҙлана ул.
Йома көнө иртә менән төрмә хеҙмәткәр­ҙәре инә лә, ғүмереңдең һуңғы көнө, тип васыятнамә яҙырға ҡуша һәм һуңынан, үлтерергә тип, майҙанға алып сыға. Унда күп кеше йыйылған була. Хөкөм ителеүсенең теле Аллаһы Тәғәләгә зекер әйтеүҙән туҡтамай. Уның күҙҙәрен, аяҡ-ҡулдарын бәйләйҙәр, хөкөм ҡарарын уҡый башлай­ҙар. Ғәйепләнеүсе Хоҙайға: “Йә, Раббым, мин – һинең рәнйетелгән бер мөьминең. Донъяла бер ғәйебе лә булмаған әҙәмдең доғаһын ишетәһеңдер. Һинән бөйөк илаһ юҡ! Һин бар нәмәне йәшерен белеүсеһең”, – тип доғалары менән ялбара. Бер ваҡыт кешеләр араһынан берәү: “Үлтермәгеҙ уны, үлтермәгеҙ! Мин – үлтереүсе! Уның бер ниндәй ҙә ғәйебе юҡ!” – тип ҡысҡыра. Хөкөм ителеүсе, ҡулдары, аяҡтары бәйләнгән килеш, был хәлгә шаҡ ҡатып ҡала. Хоҙайҙың мөмкин булмағанды ла эшләр ҡөҙрәт эйәһе булыуына аптырай. Төрмәнән иреккә яңы тыуған балалай күңеле сафланып сыға.
Доға ҡөҙрәте бар нәмәнән дә өҫтөн һәм көслө. Хоҙайҙың барлығына һәм берлегенә ышан һәм ғибәҙәт ҡыл.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Фәрештәләр беҙҙе һаҡлаһын

Рабиғел ахыр айында намаҙ ваҡыты

Яҙмыш һәм уның серҙәре

Баймаҡ районының Билал ауылы мәсете бына ниндәй күркәм!

Бөгөн - Мәүлит кисе

19.11.2018 - Иман Бөгөн - Мәүлит кисе


Намаҙ уҡыһағыҙ, бәрәкәт килер

Исламда никах яңыртыу юҡ

Насар ҡылыҡтарыңдан арыныуың – үҙеңдән

Сәфәр айына намаҙ ваҡыты

Ир һәм ҡатын  хаҡы

05.10.2018 - Иман Ир һәм ҡатын хаҡы


Мөхәррәм айында намаҙ ваҡыты

ҠОРБАН БАЙРАМЫ /Аңлатыу/