НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Юлдар – тормош көҙгөһө
Экономика // 28-12-2013, 12:37


Саҡмағош юл ремонтлау-төҙөү идаралығы – “Башкиравтодор” асыҡ акционерҙар йәмғиәте ҡарамағындағы ҙур һәм тотороҡло эшләүсе предприятиеларҙың береһе.
Саҡмағош юл хеҙмәтенең тарихы үткән быуаттың 30-сы йылдарына барып тоташа. Йылдар дауамында ҙур эштәр башҡарыла, бай эш тәжрибәһе туплана. Һөҙөмтәлә идаралыҡ техник йыһазландырыл­ған предприятиеға әүерелә. Ул, район биләмәһенең юлдар селтәрен ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү менән бер рәттән, яңы юлдар, күперҙәр төҙөү, предприятиелар, социаль объекттарҙың территорияһын төҙөкләндереү менән шөғөлләнә. Йыл һайын Хөкүмәт территориаль заказын үтәүгә – төҙөлөш, ремонт һәм автомобиль юлдарын хеҙмәтләндереүгә 120 миллион һумдан ашыу аҡса үҙләштерелә. Хәҙерге ваҡытта предприятие ҡарамағында 416 саҡрымға яҡын юл иҫәпләнә. Шуларҙың 392,1 саҡрымы – ҡаты япмалы, 186,4 саҡрымы – асфальт юлдар һәм 34 күпер, 303 һыу үткәреү торбаһы....

Терәлерлек булмаған терәк кәрәкме?
Экономика // 13-12-2013, 04:28


Терәлерлек булмаған терәк кәрәкме?Декабрь айы беҙҙең Рәсәй һәм Башҡортостан өсөн “конституцион“ ай булып иҫәпләнә: 5 декабрь – СССР, йәғни Сталин Конституцияһы, 12-һе – Рәсәй, 24-е Башҡортостан Конституцияһы көнө булып тора. Ошо өс Конституция көнөнөң тик беренсеһе генә ысын кимәлдә байрам итеп ҡабул ителде. РФ Дәүләт Думаһы рәсми байрам тип һаналған Рәсәй Конституцияһы көнөн календарҙың ҡыҙыл битенән төшөрөп ҡалдырҙы. Бынан 20 йыл элек халыҡ референдумында ҡабул ителгән Конституцияны Борис Ельцин күп йылдарға иҫәпләнгән Төп Закон итергә тырышты. Президент булған сағында ул Законға үҙгәрештәр индереүҙе ҡырҡа рәүештә тыя килде. Тик Дмитрий Медведев ҡына бер үҙгәреш индерҙе – президент мөҙҙәтен – 4 йылдан 6 йылға, Дәүләт Думаһыныҡын 4 йылдан 5 йылға тиклем оҙайтты. Башҡортостан Конституцияһы тураһында әйтеп тороу кәрәкмәй – власть вертикале төҙөү һылтауы менән уны аяҡ аҫтына һалып тапанылар тиерлек....

Бал ҡортон ҡараусылар! Субсидия алып ҡалығыҙ!
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 9-12-2013, 14:03


Спешите оформить субсидии до 15 декабря 2013 г.!!!!
Министерство сельского хозяйства Республики Башкортостан выдает субсидии пчеловодам занимающимся профессионально разведением "БАШКИРСКИХ ПЧЕЛ".
Если Вы сельхозтоваропроизводитель с организационно-правовой формой, зарегистрированной в налоговой инспекции и являетесь ИП, КФХ, ООО, то можете обратиться по
тел. 8(347) 223-13-89,
г. Уфа, ул Р. Зорге 9/3 (напротив южного автовокзала),
а также в администрации городов и районов по месту регистрации.

СРОКИ ОГРАНИЧЕНЫ!!! А СУММЫ НЕТ!!!...

Үтескә алыу, юҡ, биреү үкенесле булмаһын
Экономика // 1-11-2013, 14:36


Үтескә алыу, юҡ, биреү үкенесле булмаһынОшо көндәрҙә бер слесарь-сантехник менән һөйләшкән хәбәр күңелемә тынғы бирмәй. «Кредит алғайным, – тип башланы һүҙен 50 йәштәр тирәһендәге ир. – Ҡайтып, кредит килешеүен ентекләп өйрәнгәс, банк вәғәҙә иткән проценттан 2,5 тапҡыр­ға артығыраҡ түләргә кәрәк икәнен белеп ҡалдым. Бынан ике йыл тирәһе элек властар банкылар ошолайтып халыҡты алдамаһын тип ҡабул иткән закон бар икәнен белә инем». Бындай хәл килеп тыуғас, беҙҙең герой түләүен бөтөнләйгә туҡтатҡан. Шылтыратһалар, ана, Путин түләһен, тип яуаплай ҙа ҡуя икән. Банкыларҙың мутлашыуы кешене бурыс һаҙлығына этәрә. Ысынлап та, дәүләт ситтә торғас, ябай кешегә башҡаса әмәл ҡалмай – ул бурысын түләүҙән демонстратив рәүештә баш тарта....

Ҡыяр ашарғамы, әллә ҡарабойҙай бутҡаһымы?
Экономика // 1-11-2013, 11:33


Ҡыяр ашарғамы, әллә ҡарабойҙай бутҡаһымы?Бөгөн баҙар буйлап йөрөп, тағы ла бер тапҡыр инандым – һуңғы арала аҙыҡ-түлеккә хаҡ һиҙелерлек артты. Бигерәк тә йомортҡа менән һөт аҙыҡтарының ҡиммәтләнеүе күренә. Һәр хәлдә, беҙгә, ябай ҡулланыусыларға, көн дә ҡулланыла торған аҙыҡ-түлектең хаҡы артыуы иң тәүҙә күҙгә салына. Башҡортостан статистиктары биргән мәғлүмәттәр буйынса, йыл башынан республикала һөт аҙыҡтарына хаҡ 10,6 процентҡа күтәрелгән. Был аҙ түгел, ни тиһәң дә, эш хаҡы бер ҙә артманы бит. Сырҙың хаҡы – 11,4, аҡ майҙыҡы 14,1 процентҡа артҡан. Шәкәрҙең хаҡы ла 15 процентҡа тиерлек күтәрелгән....

Эшҡыуарҙар өсөн страховкалау иғәнәһе нисек үҙгәрәсәк?
Экономика // 13-09-2013, 13:35


Эшҡыуарҙар өсөн страховкалау иғәнәһе нисек үҙгәрәсәк?Бөгөн пенсия тирәһендә һорауҙар һәм аңлашылмаусанлыҡтар күп. Етмәһә, был өлкәгә әленән-әле бихисап үҙгәреш индерелеп тора. РФ Пенсия фондының БР буйынса идарасыһы Фоат Хантимеров ҡайһы бер көнүҙәк һорауҙарға аңлатма индерҙе.
...

Иң түбән эш хаҡы – 5500 һум
Экономика // 16-08-2013, 14:47


Иң түбән эш хаҡы – 5500  һумРәсәйҙә 2014 йылдың беренсе ғинуарынан иң түбән эш хаҡы 5,5 мең һумға етәсәк. Әҙме был, күп­ме? Шундай күләмдәге хаҡты ниндәй эш өсөн түләйҙәр? Моғайын да, көн һайын һигеҙ сәғәт буйына (беҙҙә 8 сәғәтлек эш көнө) эшләрлек эш түгелдер?...

Кредитһыҙ нисек йәшәргә?
Экономика // 2-08-2013, 12:09


Бөгөн күп кеше үҙенә ошо һорауҙы бирергә мәжбүр. Иҫләп ҡарағыҙ әле – бынан 20 йыллап элек кредитығыҙ булдымы? Ә бөгөн ни өсөн банкыларға бурыслыһығыҙ?
Рәсәй халҡы шул тиклем күп кредит алған, хатта ошо арала дефолт булыуы ихтимал, имеш. «Связной банк» тикшеренеүҙәр үткәргән дә, шундай һығымтаға килгән – ил халҡының хеҙмәт йәшендәге кешеләренең 45 проценты кредит түләй. Уларҙың күбеһе булған бурысын түләргә тағы кредит ала икән. Үҙәк банк һәм кредит бюролары мәғлүмәттәре буйынса, ҡайһы бер төбәктәрҙә эшләүселәр­ҙең 100 проценты кредитлы. Силәбе, Кемерово, Свердловск өлкәләре, Хабаровск крайы шул иҫәптә. Араларында беҙҙең Башҡортостан да бар....

Сит илдең тауығын ҡаҙҙай итеп күреүҙән туҡтарбыҙмы?
Экономика // 2-08-2013, 12:06


Сит илдең тауығын ҡаҙҙай итеп күреүҙән туҡтарбыҙмы?Рәсәйҙә иң күп тыйыу, сикләү иғлан итеүсе етәксе кем тип уйлай­һығыҙ? Юҡ, һис кенә лә Президент түгел, ә илдең баш санитар табибы Геннадий Онищенко. Ул йылына бер нисә мәртәбә, етештереүселәр яғына ҡарап, йоҙроҡ төйнәп ала. Тыңла­ғандар тыңлай уны – сығарған тауар­ҙарын бер аҙ ипкә килтерәләр....

Илдең төп байлығы кешеләр ҙә ул…
Экономика // 12-07-2013, 11:25


Илдең төп байлығы кешеләр ҙә ул…Миҙалдың ике яғы була, тигәндәй, көндәлек матбуғатҡа күҙ баҡһаң, радио тыңлаһаң, телевизор ҡараһаң, бөтәһе лә ал да гөл һымаҡ. Етәкселәребеҙ матур-матур сығыштар яһай, тау-тау вәғәҙәләр бирә, депутаттарыбыҙ йылдар дауамында иҫәпһеҙ-һанһыҙ закон ҡабул итә, төрлө өҫтөнлөклө программалар тормошҡа ашырыла һымаҡ....


  • Бисмилла көсө
  • "Ғашиҡ булдым еҙнәйемә"
  • Йондоҙнамә (8-14 ғинуар)
  • Ҡыҙҙарҙың һылыуҙарын, уңғандарын билдәләнек, “Йәшлек” гүзәле – 2017” конкурсын тамамланыҡ!
  • Яңы йыл ҡаласыҡтары, боҙ һындары... Аҡъяр биҙәге
  • Иғтибар! Өр-яңы әҙәби конкурс! Ҡәләмеңде ал ҡулыңа! 50 мең һумлыҡ бүләк һине көтә!
  • Ҡыш бабай бүләге (хикәйә)
  • Ҡәйнәмә түҙер әмәлем ҡалманы
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (29.12.2017)
  • Яңы йылға бүләкле булдылар



  • Радио Юлдаш FM