Иген тула ҡураға
Экономика // 6-09-2016, 15:13

Эшмәкәрлеген 1953 йылда башлаған Сибай элеваторының хәле яҡшынан түгел ине. Йыл һайын төбәктә ҡабатланған ҡоролоҡ та йоғонто яһамай ҡалмағандыр, шулай уҡ башҡа сәбәптәр арҡаһында ла предприятие көрсөккә терәлде. 2012 йылда ҡалала үткән «Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция форумында ҡул ҡуйылған килешеүгә ярашлы, «боҙ» урынынан ҡуҙғалды. Элеватор бөгөн «СИТНО» агрохолдингы ҡанаты аҫтына алынған.
...
Ҡалабыҙҙың йәме
Экономика // 31-08-2016, 17:30

Сибайҙар кирбес етештерә
Экономика // 29-08-2016, 13:19

Урал аръяғы райондары иҡтисадын үҫтереүҙең урта ваҡытҡа иҫәпләнгән республика комплекслы программаһын тормошҡа ашырыу барышында төбәктә күп кенә яңы предприятие, ойошма һәм хужалыҡ барлыҡҡа килде. Сибайҙа асылған «Монолит» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшсәндәре быйыл июлдә үҙҙәре етештергән продукцияның тәүге партияһын алып һөйөндө. Директор, тәжрибәле эшҡыуар Владимир Петрович Азов беҙҙе үҙенең шәхси предприятиеһы һәм уның эшмәкәрлеге менән яҡындан таныштырҙы....
Яңы уҡыу йорто яңы ҡаҙаныштар бирһен!
Экономика // 29-08-2016, 13:09

Бөрйән районы үҙәгендәге белем усағы 1 сентябрҙә ишеген асасаҡ
Быйылғы йәй үҙенең эҫелеге, бығаса булмаған тәбиғәт күренеше – меңәрләгән саҡрым ерҙе ҡаплап һәм аҙналар буйы торған монары менән барыһын да аптыратты. Ләкин Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылы мәктәбе төҙөүселәренә был сүп кенә – әле уларҙың ҡыҙыу эш мәле. Бына-бына Белем көнө, яңы уҡыу йылы етеп килә һәм 1 сентябрҙә мәктәп уҡыусыларҙы ҡабул итергә тейеш. Шөкөр, бындай ҡәтғи графикка барыһы ла әҙер буласаҡ, тип тулы ышаныс менән әйтә алабыҙ. Ошо көндәрҙә беҙ Бөрйән районындағы сәфәр мәлендә мәктәп төҙөлөшө менән таныштыҡ....
Уңған умартасылар – беҙҙә!
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 17-08-2016, 15:11

Олатайым Миңлеғәле Абдрахман улы Кинйәбулатов ғүмер буйы бал ҡорттары тотто. Йыл һайын 15 – 20-ләп умарта ҡарай. Быйыл ғына ҡорттары зыян күрҙе – умарталар һаны кәмене. Ә шулай ҙа олатайым күңелен төшөрмәй, сәскәләргә күмелгән гөл-баҡсаға инеп, ҡорттары менән мәж килә. Ауылға ҡайтҡан һайын уның ҡорт ҡарағанын күҙәтеп торорға яратам. Ни өсөн был хәтлем бал ҡорто олатайымды саҡмай икән, тип уйланып та ҡуям. Ул эшен күңелен биреп, яратып башҡара. Шуға ла нәҙекәйбилдәр үҙенә тоғро хеҙмәт итә. Өҫтәлдәренән йүкә, сәскә, ҡарабойҙай балы өҙөлмәй. Ә улар был татлы ризыҡтан бер кемде лә мәхрүм итмәй, балаларына, туғандарына күстәнәс итеп өләшәләр, артҡанын һатып, әҙерәк файҙаһын да күрәләр.
Барлыҡ умартасыларҙы ла байрамдары менән ҡотлайым, эштәрендә уңыштар, һаулыҡ теләйем. Өҫтәлдәрегеҙҙән башҡорт балы өҙөлмәһен!
Илүзә ТАҺИРОВА....
Һитәһе лә витамин!
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 15-08-2016, 15:09

Кем көтөүсе булырға теләй? йәки Был эштең ояты юҡ, яуаплылығы бар
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 28-07-2016, 22:25

Нишләптер беҙҙә көтөүселәргә ҡытлыҡ, йәшел үләнгә аяҡ баҫыу менән ауыл халҡы алдына ҡайҙан көтөүсе табырға тигән һорау килеп баҫа. Быйыл хатта социаль селтәрҙә, тегендә-бында көтөүсе талап ителә, тигән иғландар күренде. Баймаҡ районынан бер фермер 57 баш һыйырын көткән өсөн айына 25 мең һум эш хаҡы түләргә вәғәҙә бирә ине. Насар ғәҙәттәрҙән ары торған, көҙгә тиклем көн һайын эшләргә риза булған ир-ат табылдымы-юҡмы, уныһы билдәһеҙ. Шулай уҡ Өфө, Ҡырмыҫҡалы райондарында үҙ ваҡытында түләнә торған хеҙмәт хаҡы һәм уңайлы шарттары булған торлаҡ менән ҡыҙыҡтырҙылар....
һатыусы һүҙе ҡиммәт
Экономика // 23-07-2016, 15:05

Халыҡҡа кәрәк әйберҙе үҙебеҙҙә лә етештереп була
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 29-04-2016, 13:25

Баймаҡ районының Һаҡмар ауылында дүрт крәҫтиән-фермер хужалығы уңышлы эшләп килә. Илфат Сәфәрғәлин, Радик Арғынбаев, Фәрит Ниғмәтуллин ҡырсылыҡ, малсылыҡ менән шөғөлләнһә, яңы ғына үҙ эшен башлап торған Флүр Мырҙаханов бөтә көсөн баҡсасылыҡҡа һалырға иҫәп тота. Ҙур булмаған ауылда етештереү менән булышҡан шәхси эшҡыуар ҙа бар. Бөгөнгө һүҙебеҙ – нәҡ уның хаҡында....
Юл буйында ашхана ғынамы? йәки Юл буйы эшҡыуарлығының ҡайһы бер үҙенсәлектәре тураһында
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 29-04-2016, 13:19

