НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за Ноябрь 2017 года

Остеохондрозға ҡаршы
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // Сегодня, 11:00


Остеохондрозға ҡаршыОрганизмды йәшәртеүсе, яңыртыусы һәм тергеҙеүсе биш күнегеү тәҡдим итәбеҙ. Бы­уын­дарҙың һығылмалылығын тәьмин итеүсе күнегеүҙәр һәр ваҡытта ла беҙҙең организмдың ҡартайыу процесын көйләүсе иң уңышлы физик әүҙемлек һаналған. Остеохондроз булмаһын тиһәгеҙ, көн дә шуларҙы бер нисә тапҡыр ҡабатлағыҙ....

«Звезда» телеканалы Миңлеғәле Шайморатов тураһында фильм төшөрә
Яңылыҡтар таҫмаһы // Сегодня, 10:35


«Звезда» телеканалы Миңлеғәле Шайморатов тураһында фильм төшөрәРәсәйҙең «Звезда» телеканалы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, генерал Миңлеғәле Шайморатов тураһында документаль фильм төшөрә. Фильм — «Армия легендалары» циклы серияларының береһе. Был проект Рәсәйҙең легендар хәрбиҙәре тураһында телеочерк булараҡ 2016 йылдан бирле бара....

Моң рингына килегеҙ!
Яңылыҡтар таҫмаһы // Сегодня, 07:00


Моң рингына килегеҙ!
Иғтибар! Иғтибар! Иғтибар! Күрмәй ҡалмағыҙ! Һуңынан, әйтмәнеләр, тимәгеҙ! 23 ноябрҙә, тик бер генә көн, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы тарихында тәүге тапҡыр MоңRingШоу ярышы ойошторола.
Унда филармонияның талантлы, дәртле, амбициоз йәштәре, Башҡортостан эстрадаһында күптән инде үҙ урынын тапҡан, танылыу яулаған сәхнә «йондоҙҙары» менән осрашасаҡ. Музыкаль рингтар ойоштороуҙа ҙур тәжрибә туплаған промоутер – Башҡортос­тандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова был юлы тамашасыларға нимәләр тәҡдим итер? Сәмле бәйгелә еңеүҙе кем яулар? Тамашасы үҙ баһаһын кемгә бирер? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап табырға сәхнә аҡһаҡалдары, эстрада мэтр­ҙары – рефериҙар Азат Айытҡолов, Нәзифә Ҡадирова, Вәхит Хызыров, Ғәли Алтынбаев, Хәлит Фәтихов һәм Вәлит Илембәтов ярҙам итәсәк.
Барлыҡ дуҫтарыбыҙҙы, таныштарыбыҙҙы, туғандарыбыҙҙы һәм баш ҡалабыҙҙа йәшәүсе йыр-моңға, ярыш сәменә битараф булмағандарҙы ҙур залда уҙасаҡ моң рингына саҡырабыҙ! Килегеҙ һәм үҙ баһағыҙҙы бирегеҙ!
Бәйгеселәр ең һыҙғанып алыш­ҡа әҙерләнә. Ә һеҙ әҙерһегеҙме? Билеттар алдығыҙмы?
...

Йондоҙнамә (20-26 ноябрь)
Махсус бит // Вчера, 11:20


Йондоҙнамә (20-26 ноябрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Мәл тәнде һауыҡтырыу өсөн үтә уңайлы. Был арала сирҙәр һеҙҙе мотлаҡ урап үтер, көс-дәртегеҙ артыр. Киләсәгегеҙ тураһында өмөтлө уй-ниәттәр тыуыр. Аҡса мәсьәләләре генә бер аҙ борсоп торор...

Сәлимә ӘХМӘРОВА.
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // Вчера, 10:48


Сәлимә ӘХМӘРОВА. Үҫәргән һылыуымын, йәмле Ейәнсура районында тыуып үҫтем. Әлеге ваҡытта Күмертау ҡалаһының 3-сө башҡорт республика гимназия-интернатының 11-се класында белем алам.
Бәләкәй саҡтан йыр-бейеүгә ғашиҡмын. Гимназиябыҙҙың "Аҡсарлаҡ" бейеү ансамблендә сығыш яһайым.
Кешенең ҡиәфәте генә түгел, ә эске донъяһы ла матур булырға тейеш. Шуға күрә бөтә яҡлап үҫешергә тырышам. Ки­тап уҡыу, фотоға төшөрөү, ҡул эштәре менән булышыу, аш-һыу бе­шереү яратҡан шөғөл­дәремә әүерелде. "Көйөргәҙе һылыуҡайы – 2016" район гүзәллек конкурсында 1-се урын яулау мине ҡанатландырҙы, яңы мөмкинлектәр асты.
Киләсәккә хыялым – матур ғаилә ҡороу....

«Йәшлек»ле лә, бүләкле лә булдылар
Яңылыҡтар таҫмаһы // Вчера, 10:20


«Йәшлек»ле лә, бүләкле лә булдылар«Аҙна һайын – бүләк!» конкурсында был аҙнаның еңеүселәре – Ауырғазы районының Үтәймулла ауылынан Вазифа Ғәлиуллина менән Баймаҡ районының Мерәҫ ауылынан Рәшит Хәсәнов. Улар графин һәм стакандар йыйылмаһы һәм салат һауыттары менән бүләкләнә.
Еңеүселәргә призды алыу өсөн паспорт, СНИЛС, ИНН күсермәләре кәрәк. Үҙегеҙ килеп ала алмаған осраҡта, редакцияға балаларығыҙҙы йәки таныштарығыҙҙы ебәрергә мөмкин.
Бәйге декабрь аҙағына тиклем дауам итә. Гәзиткә яҙылыу тураһындағы квитанцияларығыҙҙың күсермәһен тиҙерәк ебәрергә ашығығыҙ. Ә инде «Республика Башкортостан» дәүләт унитар предприятиеһы уйнатҡан ҡиммәтле бүләктәргә лә эйә булғығыҙ килһә, «Йәшлек» менән район гәзитенә яҙылған квитанцияғыҙҙың да күсермәһен редакцияға ебәрергә онотмағыҙ....

“Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 19-11-2017, 12:13


“Кеше үлемендә  минең дә ғәйебем бар...”
йәки Иреңдең башы аша һикереү кәрәкме?
– Әсәй, Ғәлим ағай үлгән! Атай ҡайҙа? – ишектән инеү менән күңелһеҙ хәбәр менән бүлешә һалдым. Ғәлим ағай менән Дамира апай – беҙҙең ғаилә дуҫтары. Атайым менән урман хужалығы техникумында бергә уҡығандар, ғүмер буйы аралашып йәшәйбеҙ. Хәҙер инде икеһе лә күрше ауыл мәктәбендә уҡытыу­сы булып эшләй (юғары белемде улар педагогия институтында алған, атай иһә һайлаған һөнәренә ғүмере буйы тоғро ҡалды). Мин улар­ҙың балалары менән бер туғандар кеүек аралашып үҫтем. Шуға күрә лә улдары Дим атаһы тураһындағы ҡайғылы хәбәрҙе миңә шылтыратып әйткәндер......

Фикус – шифалы гөл
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 19-11-2017, 12:00


Фикус – шифалы гөл
Фикус – тылсымлы дауалау үҙенсәлегенә эйә үҫемлектәр­ҙең береһе. Уның һуты һәм япрағынан әҙерләнгән төнәтмәләр менән бик күп ауырыуҙы дауалайҙар.

- Билдәле булыуынса, бронхиттан ябай кәбеҫтә япрағы ярҙам итә. Уны бер нисә минутҡа ҡайнар һыуға тығып алалар ҙа йүкә балы һөртөп, күкрәк тәңгәленә һалалар һәм өҫтөнә йылы шәл ябып ҡуялар. Кәбеҫтә урынына фикус япрағын да шулай уҡ ҡулланырға мөмкин. Ул хатта кәбеҫтәнән дә файҙалыраҡ.
- Был үҫемлек яман шешкә ҡаршы көскә лә эйә. Коста-Рикала, мәҫәлән, мастопатияны дауалай­ҙар. Бының өсөн япрағынан әҙерләнгән ҡатнашманы күкрәккә ябалар һәм һутын эсәләр....

Бәшмәк икраһы
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 18-11-2017, 10:00


Бәшмәк икраһы 2 кг бәшмәк, 1 ҙур кишер, 2 эре башлы һуған, 2 ҙур помидор кәрәк. Йәшелсә­ләрҙе турап, 0,5 стакан үҫемлек майы, 2 балғалаҡ тоҙ, берәй семтем шәкәр, төйөлгән ҡара борос ҡушығыҙ. 10 минут быҡтырығыҙ, шунан үткәрелгән бәшмәк өҫтәп, тағы 20 минут бешерегеҙ. Иң һуңынан 2 ҡалаҡ аш һеркәһе, 5 бүлкәт һарымһаҡ һалып, эҫе килеш банкаларға тултырып, ҡапҡастарын ябығыҙ....


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр
  • Иҙел бит ул...



  • Радио Юлдаш FM