НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за Октябрь 2017 года » Страница 8

Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)
Әҙәбиәт / Юмор // 9-10-2017, 11:27


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)
* * *
– Беҙҙең хужа һаңғырауланған.
– Ике ҡолаҡҡа ламы?
– Юҡ, береһенә генә. Юғарынан әйткәнде ишетә, түбәндән әйткәнде – юҡ.
...

2017 йылдың Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаттары билдәле булды
Яңылыҡтар таҫмаһы // 9-10-2017, 11:03


2017 йылдың Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаттары билдәле булдыБашҡортостан Хөкүмәте бойороғо менән 2017 йыл өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһына түбәндәгеләр лайыҡ булды:

Воронова Марина Сергеевна, «Стерлитамакский рабочий» гәзите хәбәрсеһе - замандаштарҙың обраҙдарын тыуҙырыуы, уларҙың ыңғай эштәре тураһындағы мәҡәләләре өсөн;

Ишморатова (Аралбаева) Ләйлә Ҡәҙим ҡыҙы, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы күҙәтеүсеһе - Башҡортостандан ситтә йәшәүсе яҡташтарыбыҙ һәм республиканың сәнғәте, мәҙәниәте тураһындағы мәҡәләләләр теҙмәһе өсөн;

Кузбәков Фанил Тимерйән улы, Башҡорт дәүләт университетының журналистика кафедраһы профессоры - республика гәзит-журналдарында башҡорт журналистикаһына, рухи проблемаларға, туған телгә, тәбиғәт һәйкәлдәрен һаҡлауға, материаль һәм рухи мәҙәниәткә, үҙеп килгән быуынды тәрбиәләүгә бағышланған мәҡәләләре өсөн.
...

Йондоҙнамә ((9 – 15 октябрь)
Махсус бит // 9-10-2017, 07:00


Йондоҙнамә ((9 – 15 октябрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Яҡшы кәйефегеҙ бар эшегеҙгә лә булышлыҡ итер. Тик маҡсатығыҙ хаҡында артығын һөйләмәҫкә тырышығыҙ. Ижади һәләтегеҙ ҙә асылыр. Төрлө кимәлдәге етәкселәр мотлаҡ уңыр. Йомала күрергә теләгән кеше менән осраҡлы осрашыуығыҙ ихтимал....

Йүтәлдән нисек ҡотолорға?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 8-10-2017, 15:52


Йүтәлдән нисек ҡотолорға?
- 2 ҡалаҡ иҙелгән һарымһаҡты 100 грамм аҡ майға ҡушып болғатығыҙ. Ошо май менән төнгөлөккә аяҡ табандарын майлағыҙ, ойоҡбаш кейегеҙ. Был дауа тиҙ арала ярҙам итә.
...

Ҡабаҡ менән күрәгә ҡайнатмаһы
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 8-10-2017, 11:29


Ҡабаҡ менән күрәгә ҡайнатмаһыҠабаҡ ҡайнатмаһын күрәгә, әфлисун, лимон, сәтләүек һалып та әҙерләргә була. 1 кг ҡабаҡҡа 200 г күрәгә, 1 кг шәкәр алына. Ҡабаҡ менән күрәгәне ит үткәргестән үткәреп, үтә күренмәле сироп яһалғансы ултыртып торорға һәм һуңынан ҡайнатып алырға.
...

Имәндәр шаулай
Әҙәбиәт / Проза // 7-10-2017, 10:00


Имәндәр шаулай
йәки бәхетле ҡарт монологы

Ниҙер күрергә теләгәндәй, ҡараштарыңды алыҫтарға төбәйһең дә, йыш ҡына тәрән уйҙарға талаһың. Айырыуса һуңғы бер нисә йыл тирәһе. Беленер-беленмәҫ һырҙар баҫа башлаған йөҙөңә ҡарай-ҡарай, төптәренән салланып үҫеп килгән, көрән төҫкә буятылған сәстәреңдән һыйпап, тик үҙеңә генә әйтә торған һүҙҙәрем бар, ҡәҙерлем. Хәйер, мин әйтәсәк нәмәләрҙе һин үҙең дә бик яҡшы беләһең, тик иҫеңә генә төшөрөп үтәйем. Хәтерләйһеңме, бынан ҡырҡ биш йылға яҡын элек һинең менән тәүге осрашҡан көндәрҙең береһендә, сөм ҡара ҡалын сәсеңә баҙнатһыҙ ғына тейгеләп, күҙҙәреңә ҡарап, радионан отоп алған бер йырҙы йырлағайным:
Ҡарлығандан ҡара, ай, күҙҙәрең,
Бөрлөгәндәй йөҙҙәрең.
Шәкәрҙәрҙән тәмле, ай, балдан татлы
“Һөйәм” тигән һүҙҙәрең......

Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
Новости / Сәйәсәт // 6-10-2017, 17:03


Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ Ағымдағы йылдың 14 сентябрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡул ҡуйған “Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен үҫтереү буйынса саралар тураһында” Указына ярашлы, республикала Йәмәғәт палатаһында ваҡытлыса эшсе төркөм ойошторолғайны. Уның рәйесе итеп Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Ғәлиә Мөхәмәтйәнова тәғәйенләнде. 6 октябрҙә был төркөм барлыҡ йәмәғәт ойошмаларының вәкилдәрен мәсьәләне уртаға һалып һөйләшеү өсөн «түңәрәк өҫтәл»гә саҡырҙы....

Хәүефләнергә урын бармы?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 6-10-2017, 15:38


Хәүефләнергә урын бармы?
Миңә йөрәктең һул ҡарынсаһының гипертрофияһы тигән диагноз ҡуйҙылар. Был сир хаҡында тәүге тапҡыр ишетәм. Ул нимәнән барлыҡҡа килә һәм нимәһе менән хәүефле? Ғөмүмән, нисек дауаланырға һәм һаҡланырға?
Әлмира.
Сибай ҡалаһы.
...

Барыһы ла һеҙҙең ҡулда
Яңылыҡтар таҫмаһы / Гәзиткә яҙылыу // 6-10-2017, 14:25


Барыһы ла һеҙҙең ҡулда5 октябрҙән 15-енә тиклем Рәсәй почтаһы 2018 йылдың беренсе ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө уҙғара.
Ошо декада дауамында һеҙ “Йәшлек” гәзитенә 10 процентҡа ташламалы хаҡ менән алты айға 696 һум 30 тингә яҙылып ҡала алаһығыҙ. Һуңынан ҡиммәтерәк буласаҡ.
Уңайлы мөмкинлекте файҙаланығыҙ! Был ун көнлөктә баҫмабыҙҙың индексы – П2757.
Барыһы ла һеҙҙең ҡулда, дуҫтар! Нәҡ бына ошо риүәйәттәгесә.
Бер Остаз йәшәгән. Уҡыусылары уның һәр нәмәгә яуабы барлығын белгән. Тик берәүһе генә шикләнә төшкән – ә беҙҙең Остаздың белмәгән нәмәһе бармы икән? Шунан был уҡыусы бер күбәләкте тотоп усына йомған да, Остазына килгән.
– Остазым, әйтегеҙсе, минең усымдағы күбәләк тереме, үлеме? – уҡыусы хәҡиҡәт өсөн хатта күбәләкте һытҡансы ҡыҫырға ла әҙер торған.
– Барыһы ла һинең ҡулда...

Бергә булдыҡ,
бергә ҡалайыҡ!...

Ләйсән Әбүзәрова.
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 6-10-2017, 11:07


Ләйсән Әбүзәрова.Фотоһүрәттәге һылыу – Ғафури районының Ташаҫты ауылы ҡыҙы. Бала сағын сылтырап аҡҡан Еҙем буйҙарында үткәргән.
Ләйсән тәбиғәткә ғашиҡ, уны һаҡлау һәм яҡлау өсөн барыһын да эшләй. Бәләкәйҙән дуҫ-иптәштәрен йыйып, һыу буйҙарын, урман-ҡырҙарҙы сүп-сарҙан таҙартырға алып сыҡҡан. Был изге эште әле булһа ла дауам итә. «Тәбиғәт – ул беҙҙең икенсе йортобоҙ, күңел көҙгөбөҙ. Һин уға ҡарата ниндәй мөнәсәбәттә булһаң, ул да һиңә шулай яуап ҡайтара», – ти Ләйсән.
Изге йөрәкле, кешелекле, күңелендә кер йөрөтмәгән ҡыҙ һәр яҡлап та камил. Әле Ләйсән, әсәһенән күреп, дин менән ҡыҙыҡһына, хәҙистәр ятлай.
Буласаҡ һөнәрен дә кешегә ярҙам итеү, изгелек ҡылыу маҡсаты менән һайлаған. Әлеге көндә Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы медицина колледжының 2-се курсында белем ала.

Алина ӘБҮЗӘРОВА....


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр



  • Радио Юлдаш FM