НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за Октябрь 2017 года » Страница 6

“Гамаш кейгәнмен дә баһа!”
Әҙәбиәт / Юмор // 18-10-2017, 12:07


 “Гамаш кейгәнмен дә баһа!”
Совет осоронда була был хәл. Хәҙерге шикелле магазин кәштәләре тауарҙан һығылып тормай. Ауылдарға ҡаланан йәиһә район үҙәгенән, әллә ни ҙә бер булһа ла, автолавкалар килер ине. Буранғолға ла килеп туҡтай бындай машина. Кешеләр кемуҙарҙан йүгерешә икән. Шунда бер ҡарт:
– Ҡыҙым, ҡыҙым, трикоң юҡмы? – тип һорай икән һатыусынан.
– Күрмәйһеңме, гамаш кейгәнмен дә баһа! – тип ҡысҡыра асыуынан шартлар сиккә еткән хәсрәт һатыусы....

Йондоҙнамә (16-22 октябрь)
Махсус бит // 18-10-2017, 09:51


Йондоҙнамә (16-22 октябрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Ҡатмарлы осор. Дошмандарығыҙ һеҙҙең турала юҡ-бар хәбәр таратыр. Бәғзеләр асыҡ көрәш менән булышыр, бәлки. Бер аҙ түҙергә тура килер. Йомала ишеткән яңылыҡ мотлаҡ күңелегеҙҙе күтәрер....

Теплицала көҙгө эштәр
Махсус бит // 17-10-2017, 14:04


Теплицала көҙгө эштәр
Әлбиттә, эш быйылғы уңыш ҡалдыҡтарын, япраҡ-һабаҡтарҙы йыйып яндырыуҙан башлана. Теплицаның стеналары мотлаҡ йыуыла. Бының өсөн һыуға марганцовка менән дегетле һабын ҡушалар. Һауаны таҙартыу ҙа мөһим. Был маҡсатта көкөртлө шашкалар ярҙам итер. Ошо килеш теплицаны өс көн тоталар, ишектәр, тәҙрәләр ябылырға, тишек-тошоҡ яма­лыр­ға тейеш. Өс көндән һуң асып елләтергә генә ҡала....

Таҙалыҡ үҙебеҙ өсөн
Яңылыҡтар таҫмаһы // 17-10-2017, 08:00


Таҙалыҡ үҙебеҙ өсөнЙылайырға ҡунаҡҡа килгәйнем. Район үҙәгенең урамдары буйлап автомобилдә лә, йәйәүләп тә йөрөп сыҡтым. Бер ниндәй ҙә тәртип, таҙалыҡ булмауына әсенеп ҡайттым. Урам буйлап һы­йыр­ҙар, малдар йөрөй. Юл, урам буйҙарын кесерткән, әрем баҫҡан. Ә ҡышын тау-тау ҡар өйөмдәре сығарылмай ята, хатта юл билдәләре күмелеп ҡала, тиҙәр. Ситтән килгәндәр ҡайҙа боролош, төп юл икәнен дә аңлай алмай. Ҡасандыр кәртәләнгән ағаслыҡтарҙың кәртәһе алып ташланған. Ул ағастарҙы ҡырҡып, магазиндар, әллә нимәләр төҙөйҙәр. Ә беҙ ҡалала һәр ағас өсөн көрәшәбеҙ. Автовокзал эргәһенән үтерлек тә түгел, сүп-сар. Экология йылы тибеҙ, ә йылайырҙар ауылдарын ҡыйға батыра…

З. Вәлитова.
...

Аяҡ тирләгәндә
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 16-10-2017, 09:00


Аяҡ тирләгәндәИртәле-кисле аяҡтарҙы ромашка йәки һоло һаламы төнәтмәһе менән йыуырға. Һыуға 20 тамсы сәй ағасы майы тамыҙырға була. Аҙағынан һалҡын һыу менән сайҡатырға. Ҡоротҡансы һөрткәндән һуң, бармаҡтар араһына һәм табанға бер нисә тамсы сәй ағасы майы һөртөргә мөмкин. Ике аҙнанан һуң аяҡ тирләүенең нимә икәнен дә оноттом. Өҫтәүенә, күп йылдар ыҙалатҡан хроник тымау ҙа юҡҡа сыҡты.

Өлфәт М.
Шишмә районы....

Сәскәләр ҙә өшөй инде…
Рубрикалар // 15-10-2017, 09:00


Сәскәләр ҙә өшөй инде…
Георгин һәм гладиолустарҙы ни тиклем генә яратһағыҙ ҙа, артығын алмағыҙ. Сөнки улар­ҙы икенсе миҙгелгә тиклем һаҡлау ауырға төшә. Баҡсасылар көҙ айҙарында сәскә һуғанбаштарын күп итеп ҡалдырырға тырыша. Ләкин яҙ етеү менән күңелһеҙ күренеш күҙгә ташлана: һуғанбаштар юҡҡа сыҡҡан, серегән була. Бындай хәл һирәк булһын өсөн маҡсат менән мөмкинлекте дөрөҫ самаларға ғына кәрәк. Әгәр мөгәрәп, гараж йәки верандағыҙ юҡ икән, юрғанды аяҡҡа ҡарап һайларға тура киләсәк. Һуғанбаштар һаҡланасаҡ урында һәр ваҡыт тиерлек 5 – 8 градус йылы булырға тейеш. Икенсе мәсьәлә лә бар: киләһе йылда сәселәсәк орлоҡ саҡ ҡына булһа ла боҙолһа, шундуҡ ырғытығыҙ. Үҙе лә серейәсәк, эргәһендәгеләрҙе лә зарарлаясаҡ.
Һуғанбаштарҙы ҡыш буйы тикшереп тороу талап ителә. Боҙолған урындарын ҡырҡып ташларға,”зеленка” менән таҙартырға онотмағыҙ. Ә инде ул яртылаш тиерлек боҙолһа, сүпкә ырғытырға ғына ҡала....

Ҡөрьән ашы тәртиптәре
Новости / Иман // 14-10-2017, 13:26


Ҡөрьән ашы тәртиптәреМиңә Ҡөрьән ашы тураһында бик күп һорау бирәләр. Уларға яуап итеп, түбәндәгеләрҙе бәйән итәм.

Дини мәжлескә саҡырылған­һығыҙ икән, иң беренсе динде ихтирам итегеҙ. Кеше саҡырһағыҙ, үҙегеҙ өлгө булырға тейешһегеҙ. Бында иң әүәл дөрөҫ кейенеү, табында хәләл ризыҡтар булыу мөһим. Аятта кәрәкһеҙ темаға һөйләшеү булырға тейеш түгел. Миңә, имам булараҡ, Ҡөрьән аштарына көн дә йөрөргә тура килә. Иң беренсе һүҙҙе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дөрөҫ кейенеүҙән башлайым. Әлбиттә, вәғәземде дөрөҫ аңларлыҡ итеп, үпкәләшеүҙәр булмаҫлыҡ итеп һөйләйем....

Ҡөрьән ашы тәртиптәре
Новости / Иман // 14-10-2017, 13:26


Ҡөрьән ашы тәртиптәреМиңә Ҡөрьән ашы тураһында бик күп һорау бирәләр. Уларға яуап итеп, түбәндәгеләрҙе бәйән итәм.

Дини мәжлескә саҡырылған­һығыҙ икән, иң беренсе динде ихтирам итегеҙ. Кеше саҡырһағыҙ, үҙегеҙ өлгө булырға тейешһегеҙ. Бында иң әүәл дөрөҫ кейенеү, табында хәләл ризыҡтар булыу мөһим. Аятта кәрәкһеҙ темаға һөйләшеү булырға тейеш түгел. Миңә, имам булараҡ, Ҡөрьән аштарына көн дә йөрөргә тура килә. Иң беренсе һүҙҙе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дөрөҫ кейенеүҙән башлайым. Әлбиттә, вәғәземде дөрөҫ аңларлыҡ итеп, үпкәләшеүҙәр булмаҫлыҡ итеп һөйләйем....

Баш шаулағанда
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 14-10-2017, 11:07


Баш шаулағанда- Ҡолаҡҡа бешкән сөгөлдөр һуты йәиһә һуған һуты тамыҙырға.

- Бер литрлыҡ банкаға кипкән туҡранбаш (клевер) үләне һалып, өҫтөнә араҡы ҡойоп, 12 көн ҡараңғы урында төнәтергә. Төнәтмәне өс ай буйы төнгөлөккә берәр ҡалаҡ эсергә. Һуңынан бер аҙ туҡтап торорға ла, йәнә дауалау курсын ҡабатларға мөмкин. Туҡранбашты сәй урынына бешереп эсергә лә мөмкин. Ул баш ауыртыуын баҫа, ҡан баҫымын төшөрә, гемоглобинды күтәрә.
...

Ике йондоҙ балҡышы
Яңылыҡтар таҫмаһы // 13-10-2017, 09:55


Ике йондоҙ балҡышыБөгөн Башҡортостандың, Татарстандың, Рәсәйҙең халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Нурия Ирсаеваның тыуған көнө - матур юбилейы. Ул үҙенең 75 йәшен билдәләй.

Ә кисә Нурия Исхаҡ ҡыҙының коллегаһы, Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Фидан Ғафаров та күркәм ғүмер байрамын - 70 йәшен ҡаршыланы.

Ике йондоҙ бына инде нисәмә йыл бер-береһенең янында емелдәшә. Ике артистың ижади дуэттары, башҡарған йырҙары халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы булып тора....


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр
  • Иҙел бит ул...



  • Радио Юлдаш FM