НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за Август 2017 года » Страница 3

Алдан арзан хаҡҡа яҙылып өлгөр, дуҫ!
Яңылыҡтар таҫмаһы // 28-08-2017, 09:57


Алдан арзан хаҡҡа яҙылып өлгөр, дуҫ!Яратҡан гәзит-журналдарығыҙға 2018 йылдың тәүге яртыһына алдан яҙылып ҡуйырға теләйһегеҙме? Рәхим итегеҙ, тик һеҙгә генә ҡулайлы мөмкинлек – августың һуңғы көнөнә тиклем “иҫке хаҡ”тар буйынса яҙылырға була.
“Йәшлек”кә хаҡтар түбәндәгесә: әгәр ҙә “Роспечать” аша П2757 индексы буйынса яҙылһағыҙ, 790 һум 20 тин түләргә кәрәк. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына – 730 һум 56 тин.
Төбәк-ара матбуғат агентлығы (МАП) ойоштор ған подписка хаҡы – 810 һум 12 тин (индексы 80148), һуғыш ветерандарына – 746 һум 46 тин.

Бергә булдыҡ – бергә ҡалайыҡ!...

Бауыр өсөн үлән сәйе
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 27-08-2017, 11:30


Бауыр өсөн үлән сәйеТырнаҡ гөлөнә (календула) кишер орлоғо ҡушып әҙерләнгән сәй бауыр һәм үт ҡыуығы ауырыу­ҙарынан яҡшы ярҙам итә. Ул үт бүленеп сығыуға һәм холецистит менән гепатит ваҡытында елһенеүҙе кәметеүгә булышлыҡ итә. Өҫтәүенә, хуш еҫле бындай сәй эсеүгә лә бик тәмле.
Сәй өсөн ике ҡалаҡ тырнаҡ гөлө сәскәһе, 200 г ҡайнар һыу, бер ҡалаҡ кишер орлоғо һәм 400 г ҡайнар һөт алына. Календула сәскәһенә ҡайнар һыу ҡойоп, ике сәғәт төнәтергә. Кишер орлоғона ҡайнап торған һөт өҫтәп, бер сәғәткә ҡараңғы урынға ҡуйырға. Ике төнәтмә лә әҙер булғас, һөҙөп алып, бергә ҡушып бутарға. Үлән сәйен иртәнсәк ашарҙан алда яртышар стакан алты көн эсергә, һуңынан өс көн тәнәфес эшләргә һәм дауаланыу курсын дауам итергә....

Кемпинг янындағы быуала (Аҙағы. Сайтта тулыһынса бирелгән)
Әҙәбиәт / Проза // 27-08-2017, 07:30


Кемпинг янындағы быуала (Аҙағы. Сайтта тулыһынса бирелгән)Ямашлы быуаһын матурлыҡҡа күмеп, әкрен генә таң атып килә. Ҡояш әле күренмәй, ләкин йылғаны уратып алған тауҙар түбәһе уның нурҙарына мансыла башланы. һыу өҫтөндәге аҡһыл томан яй ғына тарала. Яр буйҙарында өйкөм-өйкөм булып ултырған зифа ҡамыштар асыҡланғандан-асыҡлана. Бына һул яҡ ярҙағы битләүҙәге ҡайынлыҡ урманында – уң яғында Өфө – Сибай юлы һуҙылған – төрлө-төрлө ҡоштар үҙҙәренең иртәнге концертын башлап ебәрҙе. Ара-тирә балыҡ ҡурпыған, ҡамыш араһында суртандарҙың шапылдап ҡорбандарын баҫтырғаны ишетелеп ҡала. Быуаның аҫ яғында ултырған кемпинг та уянды шикелле – кафеһынан тирә-яҡҡа тәмле еҫтәр тарала башланы. Был кәйефте тағы ла күтәреп ебәрә ине…...

Тромбоциттар ни өсөн кәрәк?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 26-08-2017, 14:25


Тромбоциттар ни өсөн кәрәк?Ҡан анализы тапшырғайным, тромбоциттарҙың кимәле бик түбән булыуын күрһәтте. Уның сәбәбе нимәлә булыуы мөмкин һәм хәүефләнергә урын бармы?
Рәзилә.
Миәкә районы.

Тромбоциттар – ҡан әйләнеше системаһында мөһим быуындарҙың береһе. Ялпаҡ формала булғанға күрә уларҙы ҡан пластинкалары тип тә йөрөтәләр. Ҡан тамыр­ҙары йәрәхәтләнгәндә тромбоциттар боҙола һәм шул уҡ ваҡытта тамырҙарҙы төҙөкләндереү өсөн тромб барлыҡҡа килтереүсе матдә бүленеп сыға башлай. Бынан тыш, улар капиллярҙарҙың стенкаларын нығыта. Тромбоциттар иҫәбе кәмегән осраҡта йыш ҡына тире аҫтына ҡан һауа, шулай уҡ танау, ашҡаҙан-эсәк һәм теш ҡаҙнаһы ҡанһырап йонсота. Һөҙөмтәлә гемоглобин кәмеп, анемия барлыҡҡа килеүе ихтимал. Тромбо­циттарҙың кәмеүенә уларҙың етерлек кимәлдә формалашмауы, тиҙ тотонолоп бөтөүе һәм ҡыҫҡа ғүмере (ғәҙәттә, 9 – 10 көн генә йәшәйҙәр) сәбәпсе булыуы мөмкин....

"Мин башкорт телен яратам!"
Яңылыҡтар таҫмаһы / Медиа // 26-08-2017, 13:29



Сит ил кешеләре "Мин башҡорт телен яратам!" тиҙәр.
Беҙгә лә телебеҙҙе яратырға һәм уның менән ғорурланырға кәрәк....

“Көмөш ай”ҙың алтын йылдары
Новости / Мәҙәниәт // 26-08-2017, 08:00


“Көмөш ай”ҙың алтын йылдары
... Әбйәлил районында эшләгән “Көмөш ай” төркөмө тураһында бик күп ишетергә тура килде. Нимәһе ҡыҙыҡ, йырҙарын да, сығыштарын да белә халыҡ, ә бына төркөм ағзалары ту­раһында оҙаҡ ҡына мәғлүмәт табып булманы. Бәхетебеҙгә күрә, Асҡар моңһөйәрҙәре ярҙамы менән Ирек Мусиндың тап шул төркөмдә ижад юлын башлауын белдек һәм үҙе менән бәйләнешкә сыҡтыҡ.

“Көмөш ай” төркөмө тураһында гәзитебеҙҙең үткән аҙналағы 33-сө һанында уҡығыҙ....

Нурзилә САФИУЛЛИНА
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 25-08-2017, 12:39


Нурзилә САФИУЛЛИНА22 йәштә. Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылында тыуып үҫкән. Быйыл Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлап, химия һәм иҡтисад буйынса уҡытыусы һөнәрен үҙләштергән.
Буш ваҡытында ҡыҙҙарға төрлө прическа, макияж эшләргә, беләҙектәр яһарға ярата. Хыялы – бәхетле ғаилә ҡороу....

Сирена тауышынан ҡурҡмағыҙ!
Яңылыҡтар таҫмаһы // 24-08-2017, 11:08


Сирена тауышынан ҡурҡмағыҙ!Кисә һәм бөгөн республикаланың ауыл-ҡалаларында сиреналар олоуы тураһында хәбәрҙәр ишеттек. Бөгөн Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында шулай булған.
Юҡ, ҡурҡмағыҙ - төбәк үҙәкләштәрелгән хәбәр итеү системаһы тикшерелә.
Сирена тауышынан ҡурҡып, баҙап ҡалмағыҙ....

Ҡырҡмай торған үткерлек
Медиа // 24-08-2017, 10:00


Ҡырҡмай торған үткерлек
Киң мәғлүмәт сараһының йәмғиәткә йоғонтоһона ҡағылышлы сығыштарым бынан алда ла байтаҡ булды – уның һаман арта барғаны раҫлай киленде....

«Көрәш – ул көс, таһыллыҡ, талант йыйылмаһы, күнекмәләр һөҙөмтәһе»
Новости / Спорт // 23-08-2017, 15:00


«Көрәш – ул көс, таһыллыҡ, талант  йыйылмаһы, күнекмәләр һөҙөмтәһе»
Башҡортостандың ҡайһы ғына төбәген алма, милли һәм билбау көрәше буйынса дан яулаған спортсыһы бар. Улар төрлө ярыштарҙа үҙ төбәген данлап, еңеү яулай. Ә Ауырғазы районының Мораҙым ауылында көрәшселәрҙең тотош плеядаһы үҫеп сыҡҡан. Һәр осорҙа бер нисә команда йыйырлыҡ егеттәре булған ауыл әле лә үҙ бәҫен төшөрмәй.
Бөгөн ошо ауылдың ике көрәшсеһе – Рушан ИЛЬЯСОВ һәм Илшат ХӘБИБУЛЛИН менән ярыштар һәм еңеүҙәр тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.
...


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM