НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за 26.07.2017

Сая, ғәййәр башҡорт егеттәре! Һеҙҙе «Урал бөркөтө» көтә!
Яңылыҡтар таҫмаһы // 26-07-2017, 15:56


Сая, ғәййәр башҡорт егеттәре! Һеҙҙе «Урал бөркөтө» көтә!
29-30 июдә Баймаҡ районында үтәсәк "Башҡорт йәштәре йыйыны"нда «Урал бөркөтө» конкурсы ла үтәсәк.
Шарттары: «Урал батыр» эпосын (10 юлын булһа ла), Салауат Юлаевтың, Рәми Ғариповтың шиғырҙарын яттан һөйләргә, шәжәрәһен белергә, «Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ» тип аталған этапта милли үҙенсәлек һаҡлауға, башҡорт халҡын (тыуған төбәкте) үҫтереүгә арналған проектты яҡларғатейеш.
Ҡатнашыусылар шулай уҡвокал, музыка ҡоралдарында уйнау, бейеү һ.б. һәләттәрен күрһәтә ала.
Физик әҙерлекте тикшереү өсөн уҡтан атыу, таш ырғытыу, 500 метрға йүгереү ҙә ҡаралған. Тарихи милли кейемгә өҫтөнлөк биргән йәштәр иҫәбенә өҫтәмә мәрәйҙәр яҙыласаҡ....

"Асылыкүл" курорт паркы" үҫеш аласаҡ
Яңылыҡтар таҫмаһы // 26-07-2017, 14:43


"Асылыкүл" курорт паркы" үҫеш аласаҡБөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә "Асылыкүл" курорт паркы" туристик-рекреацион кластерҙы үҫтереү буйынса килешеүгә ҡул ҡуйылды. Хәҙер күл урынлашҡан биләмәләр - Әлшәй, Бәләбәй, Бүздәк райондары үҙ-ара эшлекле мөнәсәбәткә инәсәк.
Осрашыуҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәрхәт Самедов етәкләне. Йыйылыусылар Асылыкүлдең Рәсәйҙә туризм өсөн иң ҡулайлы ун һыу ятҡылығы исемлегенә инеүе, бында туризмдың үҫеше кәрәклеге, инвестициялар, объект үҫеше өсөн "юл картаһы" булдырылыуы тураһында һөйләште....

“Хыялымда мин – атай фамилияһында”
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 26-07-2017, 13:26


“Хыялымда мин – атай фамилияһында”– Мин атайһыҙ үҫкәнем өсөн ғүмер буйы әсәйемде ғәйепләп йәшәнем, – тине Йәмил*, утыҙ өс йәшлек ир, һыу һаҡлағыстың аҡ бүрекле тулҡындарынан күҙен дә алмай. – Һис ҡасан әсәйем менән әллә ни яҡынлыҡ тойманым. Уға мөнәсәбәтемде үтә һалҡын тип кенә түгел, хатта дошмандарса тип атарға булыр ине. Сөнки әсәйемә гелән үпкә призмаһы аша ҡараным. Атайлы малайҙарға ҡарап нисек көнләшеүемде белһәгеҙ! Күр­шелә Мансур йәшәне, ул да атай­һыҙ үҫте, әммә олатаһы бар ине. Олатаһы менән ат һыуларға ла, ҡуянға тоҙаҡ ҡорорға ла бергә йөрөнөләр, сыйырсыҡ ояһын да икәүләп эшләнеләр. Ә мин бер үҙем тағараҡ эшләп аҙап­ландым, эт ояһын йүнәтеп хитландым....

Микротулҡынлы мейес
Махсус бит // 26-07-2017, 12:06


Микротулҡынлы мейесМикротулҡынлы мейесе булмаған кешеләр һирәктер. Тиҙ генә һыуынған ризығыңды, бәлештәреңде йылытып алыу өсөн бик уңайлы замана техникаһы ул. «Микроволновка»ның зыяны тураһындағы уйҙырмалар һәм дөрөҫлөккә тап килгән факттар менән танышып сығайыҡ.
Микротулҡындар зарарлы тиҙәр. Маг­нетрон тарафынан таратылыусы тулҡындар ионлаштырылмай. Шуға күрә уларҙың ри­зыҡҡа ла, кешеләргә лә кире йоғонтоһо юҡ....

Йырсы, спортсы, ҙур маҡсатлы
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 26-07-2017, 11:52


Йырсы, спортсы, ҙур маҡсатлыЙәшлек – дәрт ташып торған, иң бейек үрҙәргә ҡурҡмай үрләй, тормоштоң бөтә йәмен-тәмен тойоп йәшәй торған мәл. Ә тормоштоң тәмен һәр кем үҙенсә татып ҡарай. Ололар, хәҙерге йәштәр тәртипһеҙ, тип әйтергә ярата. Тормош юлының иң матур, күңелле мәлдәрен нисек үткәрә һәм ниндәй уй-маҡсаттар менән йәшәй һуң бөгөнгө егет-ҡыҙҙар? Салауат ҡалаһының Башҡорт иҡтисад-юридик колледжында уҡып, яңыраҡ ҡулына диплом алған Индира Вәлиева менән ошо хаҡта һөйләштем....

“Дуҫлыҡтан мөхәббәткә бер аҙым”
Новости / Мәҙәниәт // 26-07-2017, 09:58


“Дуҫлыҡтан мөхәббәткә бер аҙым”Ҡарабулатовтарҙың икенсе быуын ижадсылары

Кескәй генә ике йөрәкте бер итерҙәй оло мөхәббәт хисе һәр кешелә һәр төрлө тарих менән уяна. Кемдәрҙер тәү ҡараштан уҡ үҙҙәренең яҙмышына яҙылған йәрҙе таный, кемдәргәлер бер нисә осрашыу кәрәк. Ә бәғзеләр йылдар дауамында дуҫлашып, аралашып йөрөп кенә мөхәббәт хистәренә төрөнә. Күптәргә таныш “Сәңгелдәк” ветераны, “Тамыр” балалар телеканалы “йондоҙсоғо”, хәҙер инде профессиональ бейеүсе Ильяс Ҡарабулатов үҙенә тиң булырҙай кәләше менән интернет селтәрендә таныша ла, байтаҡ дуҫлашып йөрөгәндән һуң ғына тормош ҡорорға тәҡдим яһай. Осрашыуҙарына олатаһы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев сәбәпсе булһа, өйләнергә фатиханы өләсәһе Клара Ғүмәр ҡыҙы биргән икән. Хәйер, барыһын да баштан бәйән итергә кәрәктер...
...


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM