НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за 11.05.2017

Иглингә "Еңеү поезы" килде
Яңылыҡтар таҫмаһы // 11-05-2017, 17:36


Иглингә "Еңеү поезы" килде
Билдәле рәссам, быға тиклем Өфөләге күп ҡатлы йорттарҙы биҙәгән Олег Кайбышев ике аҙна дауамында Иглин ауылының күп функциялы үҙәге бинаһында монументаль һүрәт төшөрҙө....

Баймаҡ районы "Таҙа Һаҡмар" акцияһын ҡабул итте!
Яңылыҡтар таҫмаһы // 11-05-2017, 16:57


Баймаҡ районы "Таҙа Һаҡмар" акцияһын ҡабул итте!Уралтауҙың ҡуйынынан урғып,
Ҡиблаларға табан юл алған.
Тарихтарҙа данлы эҙҙәр ҡалған
Һаҡмар ҙа ғына тигән йылғанан.
Тормош һүнмәҫ,
Сүллек хәлен күрмәҫ,
Алҡынланып та аҡһа мең дәүер.
Таҙа һаҡмар итеп,
Кемдәр һине һаҡлар?!
Хужа була белсе, түңгәүер!
(Мәүҙиға Баймөхәмәтова)

Һыуҙың ҡәҙере йылға ҡороғас ҡына беленә, ти халыҡ әйтеме. Ер ҡуйынын сылтырап аҡҡан шишмә – күлдәр, йылғалар кемгә генә ҡәҙерле түгел икән? Беҙҙең, һәр беребеҙҙең бала саҡтары шунан башлана бит. Малайҙарҙың тәрән йылғаларҙа ат йөҙҙөрөүе, еңгәйҙәребеҙҙең кер сайҡауы, бала - сағаларҙың ғына түгел, өлкәндәрҙең дә ҡолас ташлап бер йылға ярынан, икенсеһенә йөҙөп сығыуы, ағайҙарҙың балыҡ ҡармаҡлауы үткән заманда ғына ҡалып бара түгелме? Йылғалар тәбиғәткә йән өрөүсе булараҡ, борон-борондан бик ҡәҙерле булған. Һәр йыл һайын экологик өмәләрҙә ҡатнашһаҡ та йылғаларыбыҙға иғтибарҙы кәметеп ебәрҙек....

Һис онотолмаҫ башҡорт яугиренең исеме!
Яңылыҡтар таҫмаһы // 11-05-2017, 16:18


Һис онотолмаҫ башҡорт яугиренең исеме!112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының данлы һәм шанлы яу юлы буйлап уҙғарылған автоуҙыш 5 майҙа тамамланды

... Меңдәрсә саҡрым юл үтеп, Волгоград, Ростов ҡояшы аҫтында ҡара янып, йәнә лә үҙебеҙҙең һыуыҡ яҡтарға етеп киләбеҙ. Бына “Башҡортостан республикаһы” тип яҙылған юл тамғаһы. Шунда уҡ бөтәбеҙ ҙә, бар донъяны яңғыратып, “Шайморатов генерал”ды йырлай башланыҡ. Эйе, “Башҡорттар китте һуғышҡа” тип был йырҙы юл башында башҡарырға тейеш инек: ләкин бер аҙна самаһы һуҙылған сәфәр дауамында ғына һуғыштың бар афәтен, тыныслыҡтың ни тиклем мөһим икәнен аңланыҡ, күңел менән тойҙоҡ. Беҙҙең был йыр Шайморатовтың, яуҙа баштарын һалған дивизия һалдаттарының яҡты рухына арналған гимн булып яңғыраны...

"Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмөбөҙгә инеп фотоларҙы ҡарағыҙ!
https://vk.com/album-35065816_244458884...

“Почта Мөхәрләм”
Әҙәбиәт / Юмор // 11-05-2017, 14:29


“Почта Мөхәрләм”Мөхәрләм ағай оҙаҡ ҡына ауылда почтальон булып эшләне. Гәзит-журналды, хаттарҙы ул һәр саҡ һыбай йөрөп ташыны. Бер көн ҡыҙмаса көйө үҙ эшен башҡарып йөрөгән ағай йорт янындағы эскәмйәлә һөйләшеп ултырған әбейҙәр янына килеп туҡтай ҙа уларҙан: «Мин кем?» – тип һорай икән. Әбейҙәрҙең береһе: «Һин – Мөхәрләм», икенсеһе: «Һин Шәрипов Мөхәрләм», – тип яуаплай, ләкин ат өҫтөнә ҡунаҡлаған ағай: «Икегеҙ ҙә белмәне», – тип белдерә. Шул саҡ Сәмиғә инәй: «Һин бит почта Мөхәрләм», – тип яуаплай. Был һүҙҙәр менән ризалашҡан ир: «Бына Сәмиғә апай белде», – ти ҙә урам буйлап сабып китә. Шул көндән башлап уға «Почта Мөхәрләм» тигән ҡушамат тағыла.
...

Яҙылығыҙ, бүләкле булырһығыҙ!
Яңылыҡтар таҫмаһы // 11-05-2017, 13:29


Яҙылығыҙ, бүләкле булырһығыҙ!Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Ырыҫ ул шундай нәмә – кемгәлер даими рәүештә бәхет һәм байлыҡ килтереп тора, ә кемгәлер көтмәгәндә генә йылмая ла ҡуя. Әммә «Йәшлек»кә яҙылғандарҙың береһен дә урап үтмәй ул! Тағы ла бер тапҡыр быны иҫбат итер өсөн «Республика Башкортостан» нәшриәт йорто ойошторған « Аҙна һайын – бүләк» уйынында ҡатнашырға саҡырабыҙ.
Бәйгенең шарттары ябай – икенсе ярты йыллыҡҡа «Йәшлек»кә яҙылыу тураһындағы квитанцияғыҙҙың күсермәһен редакцияға ебәрергә кәрәк. Еңеүселәр лототрон ярҙамында һайлап алынасаҡ. Бүләккә көрөшкәләр, салат һауыттары тупланмаһы, сәйнүк әҙерләнгән. Республика баҫмаһына һәм район гәзитенә яҙылыусыларға «Республика Башкортостан» нәшриәт йорто тағы ла ҡиммәтерәк бүләктәр вәғәҙә итә. Тәүәккәлләгеҙ!...

Арзан хаҡ ваҡыты – 10 көн
Гәзиткә яҙылыу // 11-05-2017, 13:27


Арзан хаҡ ваҡыты – 10 көн«Рәсәй почтаһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһы 11 майҙан 21 майға тиклем Рәсәй почтаһының рәсми каталогына ингән республика, район, ҡала баҫмаларына яҙылыусыларға 10 процент ташлама яһай. Ошо ун көндә «Йәшлек» гәзитенә «Рәсәй почтаһы» каталогы буйынса ярты йылға арзан хаҡҡа яҙылып ҡала алаһығыҙ.
Баҫмабыҙға яҙылыу индексы – П2757.
Ташламалы хаҡҡа тиҙерәк яҙылып ҡалығыҙ, дуҫтар!...


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM