НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за 10.05.2017

Еңел бәлеш
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 10-05-2017, 16:03


Еңел бәлешҠамыр өсөн 4 ҡалаҡ майонез, тәменсә тоҙ, 2 йомортҡа, 1 стакан он кәрәк. Эслеккә 500 г фарш, һуған, 2 – 3 картуф, тәмләткестәр алырға. Майланған табаға ҡаймаҡ ҡуйылығындағы ҡамыр­ҙың яртыһын ҡоябыҙ. Өҫтөнә фарш менән ҡырғыста ыуылған картуфты һалабыҙ һәм ҡалған ҡамыр менән өҫтөн ҡаплайбыҙ. Бәлеш ҡыҙыу мейестә 0 – 45 минут бешә.
...

Йондоҙнамә (8 – 14 май)
Махсус бит // 10-05-2017, 15:54


Йондоҙнамә   (8 – 14 май)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Элекке бурыстарығыҙ даими борсоп торор. Уларҙы ҡайтарыу буйынса күп уйланырға тура килер. Шаршамбыла кемдер үткән ваҡиғаны иҫегеҙгә төшөрөп, кәйефегеҙҙе боҙорға тырышыр. Быға тыныс ҡарағыҙ....

Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (10.05.2017)
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 10-05-2017, 15:51


Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (10.05.2017)
Берәүҙәр – ил инәһе,
Берәүҙәр – мир бисәһе.

* * *
Берәүҙәр – ҡурсалар,
Берәүҙәр – ҡурҡалар.

* * *
Берәүҙәр – типтерә,
Берәүҙе киптерә....

Герой-ҡалаларҙы йыһандан ҡарағыҙ!
Яңылыҡтар таҫмаһы // 10-05-2017, 13:54


Герой-ҡалаларҙы йыһандан ҡарағыҙ!Бөйөк Ватан һуғышы мәлендә халҡының һәм һалдаттарының ҡаһарманлығы, Еңеүгә һалған өлөштәре өсөн ҡайһы бер ҡалалар герой исемен йөрөтә. Альбомда шул герой-ҡалалар: Мәскәү, Керчь, Киев, Минск, Мурманск, Новороссийск, Одесса, Севастополь, Смоленск, Санкт-Петербург, Тула, Волгоград һәм Брест герой-ҡәлғәһе йыһандан төшөрөлгән фотолары урын алған....

“Хәтер – мәңгелек”
Яңылыҡтар таҫмаһы // 10-05-2017, 09:41


“Хәтер – мәңгелек”9 майҙа Баймаҡ районының Билал, Һәмән ауылы халҡы Билалға “Хәтер – мәңгелек” исемле хәтер һәм ҡәҙер кисәһенә йыйылды.
Халыҡ ауыл урамдары буйлап “Үлемһеҙ полк”тың үткәнен ҡарап атай – олатайҙарын хәтерҙән үткәрҙе. Обелиск янында тантаналы митингҡа йыйылыусылар яу яландарында, тыныс тормошта ҡайтып һуғышта алған яраларынан үлеп ҡалыусы ветерандарыбыҙ иҫтәлегенә венок һалды. Артабан ветерандар байрам кисәһе үтәсәк мәҙәниәт йортона тиклем тере коридор аша үтте.
Беҙ 15 тыл, 2 һуғыш ветеранын, Афған яуы үтеп ҡайтҡан егеттәрҙе тәбрикләнек. Район депутаты Илнур Мырзагилдин, хакимиәт башлығы Мәжит Заманов, мәктәп директоры Фәнүр Садыҡов, ағинәйҙәр Советы рәйесе Гөлдәр Юлмөхәмәтова, хәрби өҫтәл начальнигы Фирҙәүес Бикйәнова ветерандарға изге теләктәрен еткерҙе. Уҡыусылар, уҡытыусыларҙың бейеүҙәре, ауылымдың йырсылары Фирҙәүес Ҡаһарманова, Ләйсән Әминева, Нурзиә Иҫәнюловаларҙың моңло йырҙары бар тамашасыларға ла оҡшаны.
Хәтер – мәңгелек. Ул тере саҡта кеше лә йәшәй. Беҙгә тыныс тормош бүләк иткән яугирҙәрҙе оноторға тейеш түгелбеҙ!...


  • «Башҡортостандың 100 шәхесе»
  • Аҙашҡан хыял (тулыһынса)
  • Ҡайтыу (хикәйә) тулыһынса
  • “Тиҙерәк үлһәм ине…”
  • Беренсе мөхәббәт юҡ ул!
  • “Үҙебеҙҙеке йәл”
  • Юрамал ҡағыҙ (булған хәл)
  • Йома ни өсөн изге көн?
  • «Самауыр янында» йыйылайыҡ
  • Танышыу (булған хәл)



  • Радио Юлдаш FM