НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за Апрель 2017 года

Ялҡауҙарға ял йәки Планка
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 30-04-2017, 10:01


Ялҡауҙарға ял йәки ПланкаКем ҡояш менән бергә тороп стадионға йүгергән, ете ҡат тиреһе сыҡҡансы тренажер залында шөғөлләнгән кешеләргә һоҡланып ҡарап, үҙе һаман “киләһе дүшәмбенән” генә спорт менән дуҫлаша башларға йыйына? Был һеҙме? Тимәк, ПЛАНКА тип атал­ған күнекмә тап һеҙҙең өсөн! Ҡорһаҡ мускулдарын ғына түгел, тотош тәнде нығытҡан күнекмәне башҡарыу өсөн бер нәмә лә кәрәкмәй, ни бары таҙа иҙән, ике минут ваҡыт һәм теләк кенә булһын. Ҡыл да ҡыбырлатырға теләмәгән ялҡауҙар, ҡасмағыҙ! Һеҙҙән бер кем дә хәрәкәт итеүегеҙҙе талап итмәй бит, планка – статик күнекмә. Унда иң мөһиме – тәнде дөрөҫ тотоу....

Илатмайыҡ ҡайындарҙы
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 30-04-2017, 06:00


Илатмайыҡ ҡайындарҙыӘле ҡайындарҙың һутҡа тулышып ҡына ултырған мәле. Яҙҙың тәүге яртыһында халыҡ ҡайын һутына йөрөй башлай ҙа инде.
Аңлайым, йылына бер тапҡыр ғына булһа ла, тәнгә көс-ҡеүәт бирә торған эсемлекте һәр кемдең тәмләп ҡарағыһы киләлер. Әммә дөрөҫ итеп кенә ҡайын һутын алырға өйрәнәйексе. Бәләкәй генә уйым яһап та, уға көпшә ҡуйып, һыуҙы ағыҙып алып була. Юғиһә күптәр ағасты балта менән тумырып, һут эсеү урыны яһай. Ҙур улаҡтар ҡуялар. Һуңынан был урынды ямап ҡуйып та булмай. Һөҙөм­тә­лә ағастың йә­шәү һуты япраҡ ярыуға китмәй, ағып тик тора. Яраға паразит бәшмәктәрҙең споралары үтеп инеп, ҡайынды ауырыта. Бер нисә йылдан ул ағас үҙәгенән сереп һынып, ҡороп ултырасаҡ. Минеңсә, диләнкәгә бирелгән урындарҙа ҙа ҡайын һуты йыйыу­ҙы ойошторорға була. Йәш ағастарҙы бөтөнләй зарарламағыҙ. Илатмайыҡ ҡайындарҙы!
Н. СӘҒИТОВА.
Ҡариҙел районы....

Башҡортостандың халыҡ шағирҙары исемлеге берәүгә артты
Яңылыҡтар таҫмаһы // 28-04-2017, 22:20


Башҡортостандың халыҡ шағирҙары исемлеге берәүгә арттыХәсән Назар ошондай абруйлы исемгә лайыҡ булды. Әҙипте ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!...

"Ҡаһармандар эҙе буйлап" автоуҙышына старт бирелде!
Яңылыҡтар таҫмаһы // 28-04-2017, 19:39


"Ҡаһармандар эҙе буйлап" автоуҙышына старт бирелде!
Бөгөн баш ҡаланың Еңеү паркында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының утлы ла, ҡанлы ла, данлы ла юлының тарихын барлап, алыҫ сәфәргә сығасаҡ ир-уҙамандарын тәбрикләү үтте.
Тантана барышында Башҡортостан делегацияһына данлыҡлы дивизияның Еңеү байрағы күсермәһе тапшырылды. Шуның менән оло сараға - "Ҡаһармандар эҙе буйлап" автоуҙышына старт бирелде!

Әле автоуҙышсылар юлға әҙерләнә. Йәкшәмбе иртәһен көтәбеҙ!

"Бәйләнештә" селтәрендәге альбомға көн дә сәйәхәт фотоларын һаласаҡбыҙ....

Үрсегән осоронда уларға теймәйек
Махсус бит / Проблема // 28-04-2017, 08:30


Үрсегән осоронда уларға теймәйек
Яҙ етеү менән бар тереклек йоҡоһонан уяна. Был ваҡыт – ҡайһы бер ҡоштарҙың, йәнлектәрҙең, балыҡтың үрсегән осоро. Балыҡ ташҡын ваҡытында ыуылдырыҡ сәсә. Шуға ла май айында беҙҙең йылға-күлдәрҙә балыҡ аулау тыйыла, тик ҡармаҡ менән генә тоторға мөмкин. Был сикләүҙәр нимә өсөн кәрәк һуң?
Үрсеү мәлендә барса йәнлек, шул иҫәптән балыҡ та тирә-яҡтағы факторҙарға бик һиҙгер. Моторлы кәмәлә йөрөп, балыҡ тотоу уларҙың тынлығын боҙа. Һыуҙа йәшәүселәр сит­кә китеп, икенсе урын һайлай, йәшенә.
Балыҡтар үрсеүсән йән эйәләре. Бер инә балыҡ ҡына меңдән алып 300 меңгә тиклем ыуылдырыҡ сәсеүгә һә­ләтле. Мәҫәлән, бәрҙе – ур­таса 10 мең, ҡорман балығы 100 мең ыуылдырыҡ сығара. Уларҙың һаны балыҡтың йәшенә лә бәйле. Ыуыл­дырыҡтың күп өлөшө юҡҡа сыға, личинкаға әүерелгәндәренең һәм бәләкәй балыҡ булып хасил булғандарының күптәре үлә, ни бары 0,1 проценты ғына үҫеп етә. Бәрҙе үҙенең артынан ун тоҡом ғына ҡалдыра ала тигән һүҙ. Ике-өс йылдан һуң был унау үҙҙәре 100 тоҡом ҡалдыра. Һыла балығы менән дә шундай уҡ хәл. Ул 100 тоҡомға ғүмер бирә. Ыуылдырыҡ сәскәндә ошондай ун балыҡты тотһағыҙ, һеҙ киләсәктә 1000 һыла балығын юҡҡа сығараһығыҙ. Башҡа балыҡтар менән дә шундай арифметика. Балыҡ тотоуҙа айырым ҡағиҙәләр ҙә бар. 32 сантиметрҙан ҡыҫҡа суртанды, 40 сантиметрҙан ҡыҫҡа һыла балығын, 25 сантиметрҙан ҡыҫҡа ҡорбан балығын һыуға кире ебәрергә кәрәк. Билдәле ҙурлыҡта булғандары һәйбәт тоҡом ҡалдыра. Балыҡтар популяцияһында ла ҡан яңыртыу бара. Ыуылдырыҡ сәскәндә бер үк балыҡтар ҡатнашһа, уларҙың төрө юҡҡа сығыуы ла бар.

Илдус НУРМӨХӘМӘТОВ,
«Шүлгәнташ» тәбиғәт дәүләт ҡурсаулығы һәм «Башҡортостан» милли паркының ғилми хеҙмәткәре....

Ҡайғылы хәбәр: халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Әмир Юлдашбаев мәрхүм булды
Яңылыҡтар таҫмаһы // 27-04-2017, 13:11


Ҡайғылы хәбәр: халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Әмир Юлдашбаев мәрхүм булдыБөгөн Өфөлә билдәле ғалим, йәмәғәт һәм сәйәсәт эшмәкәре, философия фәндәре кандидаты, БР халыҡ мәғарифының атҡаҙанған хеҙмәткәре Әмир Мырҙағәле улы Юлдашбаев яҡты донъянан китте. Уға 77 йәш ине....

Беренсе мөхәббәт юҡ ул!
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 27-04-2017, 11:45


Беренсе  мөхәббәт  юҡ ул!
Бәҙретдин ағай менән Әлфирә апай йәштәре алтмыш биште уҙғандан һуң ғына өйләнешкән. Икеһе лә тәүге хәләлдәренән тол ҡалғас, яҙмыштарын бергә бәйләргә ҡарар иткәндәр. Тик бында бер әтнәкә бар – улар йәшлек йылдарында бер-береһен үлеп яратҡан, осрашҡан булған. Класташтар, бер ауылда, күрше тиерлек үҫкәндәр. Ғүмер буйы бер-береһен һағынған, көткән кешеләр булып сыға бит! Уларҙы һөйләндереп, яҙмыштары менән ҡыҙыҡһынмай нисек сыҙайһың инде! Таптым сараһын, сыҡты форсаты – бына мин Әлфирә апай менән диванда рәхәтләнеп ултырып, мөхәббәт тарихын тыңлайым. Тик ишеткәндәрем нисектер күңел ҡайтарғысыраҡ булды:...

Баланың температураһын нисек төшөрөргә?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 27-04-2017, 11:33


Баланың  температураһын  нисек төшөрөргә?Айырым сығырға мөмкинлегебеҙ булмағас, ҡайны-ҡәйнәм менән бергә йәшәйбеҙ. Татыу ғына йәшәргә теләһәк тә, ҡайһы ваҡыт бәхәсләшеп тә китәбеҙ. Яңыраҡ йәш ярымлыҡ балабыҙ һалҡын тейҙереп, температураһы күтәрелде. Ҡәйнәм, бөтә балаларымды шулай дауаланым, тип, ейәнсәрен һыу менән шыйығайтылған һеркә ме­нән ыуырға теләгәйне, мин быға юл ҡуйманым, ҡыҙыма температураны төшөргән дарыу эсер­ҙем. Баланы тыуғандан алып “химия” менән ағыулай­һығыҙ, тип, ҡәйнәм миңә асыу­ланды. Әсәйемә зарланып шыл­тыратҡайным, ул да ҡоҙағыйын яҡлашты: “Мин дә һинең температураңды шулай төшөрә торғайным”. Ҡыҙымдың өләсәйҙәре хаҡлымы ни?

Сәриә. Өфө ҡалаһы....

Өфөлә ташҡын: Кооператив аҡлан биҫтәһендә 28 ихатаны һыу баҫҡан
Яңылыҡтар таҫмаһы // 27-04-2017, 09:54


Өфөлә ташҡын: Кооператив аҡлан биҫтәһендә 28 ихатаны һыу баҫҡан
Был ихаталар Һул яҡ яр, Бәләкәй йылға аръяғы, Туймазы урамдарында, Болонло тыҡрығында урынлашҡан.
Дүрт кешелек бер ғаилә сәнғәт институты ятағына урынлашҡан. Бер ҡатынды тиҙ ярҙам дауаханаһына һалғандар....

Өфөлә ташҡын: һыу Кооператив аҡлан биҫтәһен баҫҡан, өс кеше ситкә күсерелгән
Яңылыҡтар таҫмаһы // 26-04-2017, 20:58


Өфөлә ташҡын: һыу Кооператив аҡлан биҫтәһен баҫҡан, өс кеше ситкә күсерелгән
Был кешеләр әле сәнғәт институты ятағына урынлаштырылған. Әйткәндәй унда тағы ла 100 кеше йәшәтергә бүлмәләр әҙерләнгән.
Әле район-ҡалаларҙа ташҡынға ҡаршы комиссиялар эшләй.
...


  • Бер уңмаған һис уңмай
  • Иманың юлдаш булһын, Башҡортостан һандуғасы...
  • Кемпинг янындағы быуала
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (28.07.2017)
  • Серҙәремде кемгә һөйләйем?
  • Уҙмыштар юҡ, күрәһең…
  • ЙЫРҒА ӘЙЛӘНГӘН ҒҮМЕР (Хәниә Фәрхи рухына бағышлап)
  • Бала күңеле
  • Уйындан – уймаҡ
  • Йондоҙҙоң батырлығы



  • Радио Юлдаш FM