RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Сиҙәмселәр ҙә хөрмәткә лайыҡ

01.08.2014 Сиҙәмселәр ҙә хөрмәткә лайыҡ

Мин һеҙгә, үҙемдең ҡыҙыҡһынып уҡыған баҫмама, атай-әсәйем тураһында яҙып үткем килә. Ниңәлер сиҙәм күтәреүселәр тураһында бик һирәк иҫкә төшөрәбеҙ. Ә бит ҡасандыр улар ҙа яҡты киләсәк өсөн көс түкте.

Сиҙәмселәр ҙә  хөрмәткә лайыҡӘбйәлил районының Сиҙәм ҡасабаһына әсәйем Вафира Ғәлина – Дәүләкән районының Иҫке Мерәҫ, ә атайым Ғәфүр Ғәлин Учалы районының Исламғол ауылдарынан 1954 йылда, комсомол юлламалары менән сиҙәм күтәртергә бара. Ҡола ялан уртаһында землянка ҡаҙып, шунда йәшәгәндәр. Ел-ямғыр, һыуыҡ көндәр улар­ҙың, яңы тормош төҙөргә, тигән маҡсатын һындырмаған. Еңел тормош эҙләп, кире ҡайтыу тураһында уй баштарына ла инмәгән. Атайым төҙөүсе булып эшләгән. Уның ҡатнашлығы менән ҡасабаның байтаҡ йорто, дауахана, мәктәп, мәҙәниәт йорто, балалар баҡсаһы биналары төҙөлгән. Ғаиләлә икенсе бала тыуыуға уларға барактан фатир биргәндәр. Күршелә йәшәгән үҙҙәре кеүек үк йәш ғаиләләр менән һәр саҡ дуҫ, татыу йәшәнеләр. Ә 1959 йылда атайым да, әсәйем дә фермала эш башланы. Әсәйем 25 йыл һауынсы булып эшләне, хеҙмәт ветераны. Ҡартлыҡ көндәрендә ауырырбыҙ, тип тә тормай, резина итектә йөрөнөләр. Уның менән бергә эшләгән һауынсы апайҙар – Фәриҙә, Бибиямал, Нәжибә, Са­ния, зоотехник Рауза Ураҙ­бахтина иҫтә ҡалған. Улар “Урал” ауыл хужалығында арымай-талмай эшләп, хужалыҡты алға сығарҙы. Хужалыҡ рәйесе М. Мир­саяповты “Ҡыҙыл Башҡор­­тостан” хужалығына эшкә күсергәс, ул уңған һауынсыларҙы ла үҙе менән саҡырған. Тик әсәйемдәр, ошонда сиҙәм күтәрҙек, ошонда уҡ ерләнербеҙ тип, баш тартҡандар.

Беҙ ғаиләлә алты бала үҫтек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оло ағайыбыҙ Ғәлинур вафат булды. Заһира апайыбыҙ хаҡлы ялда. Һылыуым Рәйлә Өфө ҡалаһында табип булып эшләп йөрөй. Зарифулла ҡустыбыҙ Бөрө ҡалаһында, ә Ғарифуллабыҙ тыуған ауылыбыҙҙа, атай нигеҙендә йәшәй. Атай менән әсәйҙең нәҫелен 14 ейән-ейәнсәре һәм 12 бүлә­һе дауам итә.

Быйыл әсәйебеҙҙең вафатына – 10, атайыбыҙҙыҡына 6 йыл тула. Иҫән саҡтарында мәктәп уҡыусылары килеп, уларҙан иҫтәлектәр алып, сиҙәм күтәреүселәр хаҡында иншалар яҙа ине. Шул саҡта Башҡортостандың сиҙәм күтәреүселәре тураһында китап баҫыла тигән һүҙ сыҡҡас, әсәйем көлөп тә ҡуйғайны. “Беҙ иҫән саҡта, ҡулыбыҙҙан эш килгәндә генә сиҙәмгә кәрәк инек. Фотоларыбыҙ хөрмәт таҡтаһынан төшмәне. Ә үлһәк, беҙҙе иҫтәренә лә алмаҫтар әле”, – тине.
Һәм ул хаҡлы булып сыҡты. Беҙҙә 28 июндә, сиҙәмселәрҙең 60 йыллыҡ тарихын билдәләп, “Һау­мыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтте. Тик сиҙәмселәргә арналған плакаттарҙа уларҙың фотоларын да, исемдәрен дә күрмәнек. Алдан һанап үткән һауынсы апайҙар ҙа, атайымдың йәштәштәре Вәжди, Марат ағайҙар ҙа һәм башҡа бик күптәр юҡ инде.

Әйҙәгеҙ, йылы иҫтәлектәр һәм матур һүҙҙәр менән арабыҙҙан киткән ветерандарҙы иҫкә алып үтәйек.

Зөһрә САЛАУАТОВА.

Әбйәлил районы,
Сиҙәм ҡасабаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә