RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡанатлы йөрәк ярһыуы

01.08.2014 Ҡанатлы йөрәк ярһыуы

Ҡанатлы йөрәк ярһыуы


– Шиғриәт – минең өсөн тылсымлы, хикмәтле донъя. Шиғыр яҙмайынса йәшәй алмаҫымды алтынсы класта уҡыған сағымда аңланым. Шунан бирле шиғыр – ышаныслы дуҫым, серҙәшем һәм иптәшем. Бер ваҡытта ла ижад емешен бармаҡтан һурып яҙмайым. Ҡапыл башыма килгән фекерҙе яҙып өлгөрһәм, аҙаҡ уҡыйым да – ҡалай ҡыҙыҡ яҙылған әле ул, был фекер тураһында уйлап та ҡараған юҡ ине, тип аптырайым. Шунан шағир кешегә һүҙҙәр йыһандан тапшырылғанына инанам. Иманым камил. Шиғыр уйламағанда, уйламағанса тапшырыла һәм ҡағыҙға ынйы булып һибелә.


Йәшлек” гәзитен уҡыусыларҙы шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның шәхесе менән таныштырып тороу ҙа кәрәкмәй­ҙер. Матбуғатта даими баҫылып торған шәлкемдәре, театр сәхнәләрендә ҡуйыл­ған пьесалары аша уның исеме күптән әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш.
Быйыл апрелдә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев сәхнәләштергән “Ҡыҙҙар моңо – моңо халҡымдың” тамашаһында ла уның шиғыр­ҙарын уҡып, артистар уҡыусыһы күңеленә юл ярҙы. Тамашала алты шағирә ижады сағылыш тапһа ла, һөйләй башлағас, Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның алтын юбилейы уңайынан айырым һүҙ әйтеп китеү ҙә һис хилаф булмаҫ.
Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның ижадына ҡағылған блок төрлөлөгө менән күҙгә ташланды. Урал Әминев юмористик шиғыр менән залға көлкө көлтәһе ташлаһа, Сәғиҙулла Байегет “Халҡым йыры” тип әҫәрләнде, ә Тәнзилә Хисамова “Ярһыуым” тип өҙгөләнде, Миңзәлә Хәйруллина һөйөү өсөн көрәште. Күмәкләп шиғыр уҡыу, күмәк сценалар тамашаны йәнләндереп, бер ҡорға әйләндереп ебәрҙе. Айһылыу Йома­ғолова йәшерәк быуын артистарынан һаналһа ла, шиғырҙы бик оҫта уҡый. Актриса һәр өнгә, ымға мәғәнәне, тонды, һалынған көстө көсәнмәй бирә белә. Бына ошо рәүешле балҡыны шағирәнең ижады кисәлә.
Ә бөгөн юбилейы уңайынан шағирәнең күңел донъяһына, ижад даръяһына күҙ һалырға тәҡдим итәбеҙ. Байрамы уңайынан күҙгә-күҙ ҡарашып әңгәмәләшергә форсаты сыҡмаһа ла, “Бәйләнештә” селтәре аша һөйләштек шағирә менән.


– Нимә ул һеҙҙең өсөн шиғриәт?
– Шиғриәт – минең өсөн тылсымлы, хикмәтле донъя. Шиғыр яҙмайынса йәшәй алмаҫымды алтынсы класта уҡыған сағымда аңланым. Шунан бирле шиғыр – ышаныслы дуҫым, серҙәшем һәм иптәшем. Бер ваҡытта ла ижад емешен бармаҡтан һурып яҙмайым. Ҡапыл башыма килгән фекер­ҙе яҙып өлгөрһәм, аҙаҡ уҡыйым да – ҡалай ҡыҙыҡ яҙылған әле ул, был фекер тураһында уйлап та ҡараған юҡ ине, тип аптырайым. Шунан шағир кешегә һүҙҙәр йыһандан тапшырылғанына инанам. Иманым камил. Шиғыр уйламағанда, уйламағанса тапшырыла һәм ҡағыҙға ынйы булып һибелә. Шуға ла мин Аллаға һәр ваҡыт рәхмәт әйтәм. Ризамын шағир булыуыма. Кешеләргә әйтер һүҙем бар икәнен беләм һәм ул һүҙҙе әйтеп ҡалыр­ға кәрәк икәнлеге лә миңә билдәле.

– Бөгөнгө шиғриәткә баһағыҙ ниндәй?
– Бөгөнгө шиғриәт күп яҡлы һәм күп ҡырлы. Ул төрлөсә үҫешә. Йәштәр араһында бик талантлылар күренә. Шуныһына ныҡ ҡыуанам. Яңыраҡ Яҙыусылар союзына бер төркөм йәштәрҙе ҡабул иттеләр. Быға ла ихлас һөйөндөм. Ҡасандыр, үткән быуаттың һикһәненсе йылдарында, беҙ ҙә шиғриәткә ҙур, көслө тулҡын булып килеп ингәйнек. Ғәбиҙулла, Рәйес, Ҡолдәүләт, Ғилман, Әхмәр һәм башҡалар. Улар менән бергә байтаҡ шағирә лә уңышлы ижад юлына баҫты. Бөгөн дә шундайыраҡ хәл күҙәтелә.
Йәштәр әүҙемерәк булһын ине, тип уйлайым. Ваҡытлы матбуғатта әҫәрҙәрен йышыраҡ баҫтырһындар ине. Ярар әле интернет бар. Уның аша йәш ҡәләмдәштәрҙең ижадын күҙәтеп барам. Шағирҙар күплеге һөйөндөрә. Телевидение, интернет заманында шиғриәт юғалып ҡалыр, тигәнерәк күҙаллауҙар дөрөҫ булмай сыҡты. Кеше яһалманан тиҙ бүгә. Тәүҙә уға танһыҡ булһа ла, тәбиғилек, сафлыҡ йәнде арбай. Ҡасандыр ҡала кешеһенең тормошона ҡыҙыға инек: крандан һыу ағып тора, мейес яғырға кәрәкмәй, анһат йәшәйҙәр, бөтә нәмәне көс түкмәй, магазиндан сығып алалар, йәнәһе. Ә хәҙер, киреһенсә, ауылға тартыла күңел. Байҙар ҙа өй түренә иң тәүҙә мейес ултыртып ҡуя. Ут еҫе, ут ҡото арбай уларҙы. Ауыл тәбиғәт ҡосағында. Унда сафлыҡ, унда таҙа экология, таҙа ризыҡ. Тынғыһыҙ ҡала тормошо теңкәгә тейгәс, һил ауылда йән тыныслығы табабыҙ. Шуның кеүек шиғриәт тә кеше өсөн тәбиғәттәй серле, мөғжизәле, фәлсәфәле тормош ул.

– Йәштәр ижады хаҡында ни әйтерһегеҙ?
– Йәштәргә үҫер өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә булдырылған. З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендәге “Йәштәр тауышы” серияһын ғына алып ҡарайыҡ. Беҙ йәш саҡта шиғырҙар иң тәүҙә шундай уҡ исемде йөрөткән альманахта донъя күрергә тейеш ине. Шунан һуң ғына айырым китапҡа өмөт итәһең. Ә беҙ, үҙгәртеп ҡороу заманына тап килеп, тәүге китапты “дөйөм ятаҡ”та сығарыр­ға мәжбүр булдыҡ. Икенсе китап ҡына айырым “фатир”ға эләкте. Бөгөн нәшриәтселәр талантлы йәштәрҙе үҙҙәре айырым китапҡа әйҙәп тора! Шуның ҡәҙерен белергә, артабан да сәмләнеп ижад итергә кәрәк. Тағы ла йәшлегемә күҙ һалам – “Ағиҙел”дән башҡа журнал юҡ ине бит инде. Бөгөн, унан тыш, “Ватандаш”ҡа, “Шоңҡар”ға ла шиғыр шәлкемен бирергә була. Гәзиттәр ҙә байтаҡ.
Йәштәр альбом шиғырҙарынан ситтәрәк булһын ине, ысын шиғриәттең ҡанундары бөтөнләй башҡа. Нимә күрҙем – шуны яҙҙым, тип һап-һоп сыймаҡлап ырғытылған әҫәрҙәр ҙә күренгеләй. Йәшлек үтә лә китә ул. Ошо хаҡта йыш ҡабатлайым – шағир шағир булып тыуа. Уны бер кем дә шиғыр яҙырға өйрәтә алмай. Яҙа-яҙа оҫтарырға мөмкин, һүҙ юҡ. Тик йылдар буйы өйрәнсек булып йөрөргә хаҡы юҡ уның. Шиғыр яҙырға бер кемде лә өйрәтеп булмай. Алтмышҡа, етмешкә еткәнсе йәш шағир һаналып йөрөгән кеше үҙешмәкәр ижадсы тип һаналырға тейештер. Ҡартайғансы танылыу яулай алмаған шағир – ул, ҡабатлап әйтәм, һәүәҫкәр иҫәбендә. Шиғри күңелле, шағир йөрәкле кеше, әммә ысын оҫта түгел. Шул уҡ ваҡытта төбәктәрҙә йәшәгән шундай ихлас, хисле ижадсылар бар: һәүәҫкәр композитор, һәүәҫкәр йырсы һәм һәүәҫкәр яҙыусылар! Уларҙың ижады мине халыҡсанлығы менән арбай.
Йәш шағир – 30 йәшкә тиклемге шағир, 50-гә тиклемгеһе – өлгөргән шағир, 50-нән ары оло шағир булалыр, тим мин. Йәше утыҙҙан уҙған ижадсы үҙенә талапсанлыҡты арттырырға тейештер, тигән уйҙамын.

– Ижад кешеһе өсөн иң мөһиме нимә?
– Ижад кешеһе өсөн иң мөһиме – арбанан төшөп ҡалмау. Бөтә мәғәнәһендә лә. Үҙемде һәр ваҡыт ат ялына йәбешеп сабып барған һыбайлы итеп хис итәм. Ижад-атым бер ҡасан да һөрлөкмәҫкә, туҡтап ял итмәҫкә, финишҡа ҡарай елергә лә елергә тейеш. Ә финиш – ул ғүмер ахыры, үлем. Мостай Кәрим үҙен бәйгеләрҙә сапҡан ат итеп хис иткән. Ә мин – бәйгелә сапҡан һыбайлы. Пенсияға тиклем беҙ, ижадсылар, ял иҫәбенә яҙышырға мәжбүрбеҙ. Ул ижадсы бит әле, тип беҙгә бер кем дә айырым шарттар тыуҙырмай. Беҙ, бүтән кешеләр кеүек үк, таң һарыһынан эшкә барабыҙ, ҡара төндә әлһерәп өйгә ҡайтып инәбеҙ. Радио-телевиде­ние­ға, йә редакцияларға, алдан һөйләшеп, төшкө аш мәлендә генә йүгереп барып ҡайтам. Ижадсының өҫтөндә – икеләтә йөк, икеләтә яуаплылыҡ. Унан тыш, донъя ла көтөргә кәрәк, ғаиләне ҡарау ҙа бурыс бит әле.
Минең балаларым да, ирем дә шуны яҡшы аңлай. Эштән тыш, ял ваҡыттарында миңә ижад өсөн яҡшы шарттар тыуҙырырға тырышалар. Тик шуныһы үкенесле – иң көслө, шәп мәлдә иң шәп әҫәрҙәр яҙылмай ҡала. Әлеге лә баяғы ял иҫәбенә ижад итеү арҡаһында. “Ҡыҙ хәтере”, “Тирмә” поэмалары декрет отпускыһында саҡта яҙылғайны. Тәүгеһе – 25 йәштә, икенсеһе – 28-ҙә. Хәҙер инде пенсияны көтәм. Иң шәп әҫәрҙәрем шул ваҡытта яҙылыр кеүек. Сөнки күләмле әҫәрҙәр, әйтәйек, пьеса, поэмалар күп ваҡыт талап итә.

– Ижад һәм шәхес бөтөнлөгө һеҙҙең өсөн мөһимме?
– Оскар Уайльд: “Ижади тормош – ул үҙеңде камиллаштырыу”, – тигән. Шәхес бөтөнлөгө минең өсөн – тән, йән һәм рухи-әхлаҡи бөтөнлөк. Кешенең эске донъяһы менән тышҡы торошо тура килергә тейеш. Әгәр ҙә изге һүҙҙәр һөйләп, татыу­лыҡҡа, кеше яратырға өндәп тә, эстән яман уйҙар уйлап, ҡара янып йөрөһәм, шәхес бөтөнлөгө тарҡалыр ине. Тормошто ла, кешеләрҙе лә яҡшы аңлайым. Кемдең кем икәнен үтәнән-үтә күрәм. Ҡурҡаҡты ла, алдаҡсыны ла, һатлыҡ йәнде лә, көнсөлдө лә. Тик уларға, үҙемә аяҡ салһалар ҙа, зыян итһәләр ҙә, бер тамсы ла үс тотмайым. Уларҙы көсһөҙ булыуҙары өсөн йәлләйем генә.
Телем, илем, тип матур шиғырҙар яҙып, һөйләп йөрөгән ҡайһы бер шағирҙарҙың ейәндәре түгел, балалары ла башҡортса бер ауыҙ һүҙ белмәгәне билдәле. Ундайҙарҙың нисек йәне тыныс булалыр, белмәйем?! Тыныс түгелдер. Бына шундай тарҡаулыҡ ижадсыла гармонияны юғалта. Кешегә йән тыныслығы теләүҙәре юҡҡа түгелдер. Йән тыныслығын юғалтыу сиргә һабыштыра, маҡсаттарыңды пыран-заран килтерә. Минең, Аллаға шөкөр, йәнем тыныс, йөрәгем мөхәббәт менән тулы, сөнки үҙ ҡиммәттәрем бар һәм улар бөп-бөтөн. Шул ҡиммәттәр бөтөнлөгө шиғырҙарыма ла күсә. Лирик геройым да үҙем кеүек тура һүҙле, эскерһеҙ, хаслыҡһыҙ, ихлас.

– Кешегә был донъяла бирешмәү өсөн иң мөһим сифат ниндәй?
– Кешегә был донъяла бирешмәү өсөн рух көсө, алдыңда бәхет ишектәре ҡасан да булһа асылырына ышаныс кәрәк. Өмөтһөҙ – шайтан, тиҙәр бит. Кешелә өмөт осҡондары бер ҡасан да һүнмәһен! Ышаныс, өмөт, хыял, рух көсө. Бына ошолар мине йәшәтә. Шуларҙың береһе генә төшөп ҡалһа ла, һыныуың ихтимал.
Үҙебеҙҙең яҡындарыбыҙ алдында яуаплыбыҙ. Туғандар менән беҙ – бер сылбыр, әгәр беребеҙ генә өҙөлһә лә, сылбыр таралып китәсәк. Туғандар бер-береһен ауыр саҡта күтәреп алып, йығылып барғанда беләктән эләктереп өлгөрһөн.
Миндә туғанлыҡ хисе ныҡ көслө. Уларҙың хәлен белеү, хәлдән килгәнсә ярҙам итеү – асылымдың изге бурысы. Яҡын кешеләрем барҙа бер ваҡытта ла ауырлыҡҡа бирешмәйәсәкмен. Уларҙың да ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалыуына юл ҡуймаясаҡмын. Физик көс бер ни түгел ул, матур һүҙҙәр һөйләп, ләпелдәп йөрөү ҙә бер ни түгел. Көслө булыр­ға кәрәк. Рухың көслө булһын!

– Драматургия ене ҡасан ҡағылды?
– Драматургия ене күптән түгел ҡағылды. Яҙып бөтөлмәгән әҫәрҙәрем ята. Уларға ҡул теймәйерәк тора, сөнки оло әҫәрҙәр күп ваҡыт талап итә. Ял иҫәбенә ижад иткән кеше бер-ике аҙнала шәп әҫәр яҙа алмай. Шиғыр яҙыу – икенсе мәсьәлә. Уға ваҡыт күп китмәй. Һауанан торналай теҙелеп, бер туп булып ҡағыҙға ҡунаҡлаған шиғыр камил килеш ярала. Шуныһы ҡыҙыҡ – отпуск мәлендә берәй шәп кенә пьеса яҙып ҡайтайым тип, ижад йортона барһам – шиғыр быуа ла ала. Тыпырлап ҡойолоп-төшөп торған шиғыр бүтән жанрға тотонорға форсат бирмәй. Бына шундай эгоист ул минең иптәштәрем – шиғырҙарым һәм пьесаларым (көлә)!

– Алтын юбилейын туйлаған шағирәнең иң төп әҫәре ниндәй?
– Алтын юбилейға шиғырҙар менән киләм. Ошо көндәрҙә алтынсы китабымды ҡулыма алырмын, тип өмөтләнәм. “Ҡанатлы йөрәк” тип атала, поэмалар һәм һуңғы йылдарҙа яҙылған шиғырҙар тупланған.
Дүрт поэмам 25 – 40 йәштәр араһында яралды. Һуңғы йылдарҙа поэманы пьесалар алмаштырҙы. Улар араһында ниндәйҙер уртаҡлыҡ табам. Шулай ҙа поэмаға хыянат итергә теләмәйем, киләсәктә уға әйләнеп ҡайтырға уйым бар. Ә пьеса яҙыу – минең иң яратҡан шөғөлөм. Балалар конструктор йыйған һымаҡ мажаралы ла, мәҙәк тә драматургия донъяһында сәйәхәт иткем килә. Берәй эшем ҡуҙғалмайыраҡ торһа, әсәйем гел генә: “Аптырама, ҡыҙым, Алланың һуҡҡан сәғәте етер әле”, – тип йыуата торғайны. Алланың һуҡҡан сәғәте етһә, поэмаһы ла яҙылыр, пьесаһы ла түгелеп китер. Һәр нәмәнең үҙ мөҙҙәте.
Байтаҡ шиғыр ижад итеп ташлағанмын. Күпме генә яҙһам да, ижад итһәм дә, күңелдә һәр саҡ ризаһыҙлыҡ тойғоһо бар ул. Шулай инде – ижад кешеһе бер ҡасан да ҡәнәғәтләнеү тапмай. Әгәр ҙә яҙғанымдан ҡәнәғәтләнеп, аяҡ һәлендереп, ҡупайып ултырһам, алға үҫеш тә булмаҫ ине. Илле йәш еткәненә ышанмайым. Ҡартлыҡҡа тәүге аҙым итеп ҡабул итәм һәм быны бик ауыр кисерәм. Әле йәшәлгән тиклем йәшәй алмаясағым әсендерә. Ә әле йәшәлгәнем күҙ асып йомған ара ғына булғайны. Тик шуны беләм – ғүмеремдең иң татлы, иң тәмле осоро башлана!

Л. АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә