RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Заманса проекттарҙы эҙләү туры

07.02.2014 Заманса проекттарҙы эҙләү туры

“Рәсәй старт-ап тур – 2014” Рәсәй үҫеш институттарының роуд-шоуы Өфө дәүләт авиация техник университетында осрашыу ойошторҙо. Бында ҡатнашыусыларҙы Башҡор­тос­тан Президенты Рөстәм Хәмитов та тәбрикләне.

Өфө – проектҡа йәлеп ителгән ҡалаларҙан алтынсыһы. Тур 20 ғинуарҙан алып 27 апрелгәсә 27 ҡалала үтәсәк, сараларҙа һәм оҫталыҡ дәрестәрендә һигеҙ меңдән ашыу кеше ҡатнашасаҡ.
Ойоштороусылар юғары технологик баҙарҙа талап ителгән перспективалы инновацион алымдар табырға, шулай уҡ йәш тикшеренеүселәргә проекттар­ҙы ғәмәлгә ашырыуҙа һөҙөмтәле стратегиялар формалаштырыуҙа ярҙам итергә, старт-ап-команда ҡорорға ниәтләй.
Һәр ҡала өсөн үҙенсәлекле программа эшләнгән. Төбәк инновацион проекттарын күрһәтеүгә айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Өфөлә 540 ҡатнашыу­сы теркәлгән, 105 проект тәҡдим ителеп, эксперттар алдында сығыш яһар­ға 14-е һайлап алынған.
– Бизнес һәм фәндең, яңы программаларҙың үҙ-ара килешеп эш итеүенең ҡыҙыҡлы этабы бара, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Элек идеянан алып уны ғәмәлгә ашырыуға тиклемге баҫҡысты үтеүе ауыр ине. Етештереүсе перспективалы уйлап табыуҙы индерергә тейеш булһа, заманса предприятиеларҙың ундай бурысы юҡ. “Рәсәй старт-ап туры” ғилми һәм инновацион эшмәкәрлекте ысын производство менән бер үк ваҡытта алып барыу мөмкинлеге бирәсәк.
Сессияларҙа авиация университеты ғына түгел, ә медицина һәм педагогия уҡыу йорттары студенттары ла ҡатнаша.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә