RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

07.02.2014 Өс һөйләм менән

Башҡортостан Хөкүмәте менән «Урал-Волга буйы агросәнәғәт төркөмө» йәмғиәте тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендәге килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Унда ике яҡтың да тирә-яҡ мөхитте яҡшыртыу буйынса бурыстары ҡаралған. Урал-Волга буйы агросәнәғәт төркөмө 2014 – 2020 йылдар­ға иҫәпләнгән производствоны яңыртыу һәм заманса технологиялар индереү программаһын уйлап табыр­ға йөкләмә алды.

Былтыр Башҡортостанда онкологик сир диагнозы ҡуйылғандарҙың һаны 11 689 кеше тәшкил иткән, был 2012 йыл күрһәткесенән ҙурыраҡ (10 953). Беренсе урында, элеккесә – һөт биҙҙәрендәге яман шеш, икенселә – үпкә рагы, өсөнсө урында – тире рагы. Республика онкология диспансерында 77 мең кеше иҫәптә тора.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса белемде күтәреүҙе ойошторорға ярҙам итәсәк. Башҡарма комитеттың милли мәғариф һәм фән комиссияһы ултырышында билдәләнеүенсә, туған телде уҡытыу, бөгөнгө мәғариф проблемалары, тыуған яҡты өйрәнеүгә ҡағылышлы мәсьә­ләләр буйынса эште әүҙемләштереү мөһим. Әйткәндәй, комиссияның былтырғы эшмәкәрлеге ҡәнәғәтләнерлек тип баһаланған.

Республика халҡы хәҙер поезға билетты «Рәсәй тимер юлдары» (РЖД) йәмғиәтенең берҙәм мәғлүмәт-сервис үҙәге телефоны буйынса заказ биреп ҡалдырта ала. Элек бронь хеҙмәте менән Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе халҡы ғына файҙалана ала ине. Шылтыратыуҙар 8-800-775-00-00 телефоны буйынса ҡабул ителә.

Үткән йылдың 11 айы һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостанда уртаса эш хаҡы, дөйөм алғанда, биш процентҡа артып, 22 мең һум булған. Бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы эҙмә-эҙлекле арта. Мәҫәлән, уҡытыу­сылар былтыр айына уртаса 23 600 һум алған.

Башҡорт дәүләт университетының компьютер филология лабораторияһында шиғри корпус барлыҡҡа килгән. Уға 20-се, 21-се быуатта ижад ителгән 17 меңдән ашыу башҡорт шиғыры һалынған. Был электрон эҙләү системаһы ҡулла­ныу­сыларҙың киң даирәһенә тәғәйенләнә.

Стәрлетамаҡта «ДревПром» компанияһы бүлексәһе етәксеһенә ҡарата «Ҙур суммала мутлашыу» статьяһы буйынса енәйәт эше асыл­ған. Хоҡуҡ һаҡлау органдары уны финанс пирамидаһы ойоштороуҙа ғәйепләй. Тентеүҙәр «ДревПром»­дың ил буйынса таралған бер нисә офисында бара.

А. АҠБУЛАТОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә