RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

17.01.2014 Өс һөйләм менән

БР Президенты Рөстәм Хәми­товтың Указына ярашлы, Евгений Гурьев ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры итеп тәғәйенләнде. Ул Бөрөлә тыуған, БДУ-ны һәм ситтән тороп Бөтә Рәсәй финанс-иҡтисад институтын тамамлаған, юридик фәндәр кандидаты. һуңғы өс йылда «УралСиб»тың идара рәйесе урынбаҫары, идара ағзаһы вазифаһында эшләне.

2014 йыл башынан Башҡортостан хужалыҡтары 16,3 мең тоннанан ашыу һөт һатты. Республика буйынса тулайым һауым был ваҡыт арауығында 39,6 мең тоннанан артты, ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары өлөшөнә шуның 17,5 мең тонна самаһы тура килә. Бөгөнгө көнгә республикала ғинуарҙың тәүге көндәренән алып мең тоннанан ашыу һөттө Стәрлетамаҡ (1145 һәм 1072 тонна) һәм Саҡмағош (1283 һәм 1171 тонна) райондары етештергән.

Ауыл хужалығы министрлығы «500 ферма» республика маҡсатлы программаһы буйынса консультация үткәрә. Һөтсөлөк тармағын комплекслы яңыртыу программаһы буйынса эшләгән ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре, шулай уҡ быйыл унда ҡатнашырға теләүселәр өсөн белешмәләр биреү аҙна аҙағына тиклем барасаҡ. Программаны тормошҡа ашыра башлағандан бирле 133 һөтсөлөк фермаһы, бер тоҡомсолоҡ эше буйынса сервис хеҙмәте һәм 115 ауыл хужалығы предприятиеһы был программа буйынса ярҙам алған.

Өфө ҡалаһының 44-се мәктәбе уҡыусыһы Лия Мостафина Мәскәүҙә үткән «Рәсәйҙең гәлсәр тажы» конкурсында ЮНЕСКО-ның «Гәлсәр тажы»на эйә булды. Бынан тыш, ул «милли костюм» һәм «конкурс моделе» номинацияларында ике гран-при алған. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән килгән 45 ҡатнашыусы араһында Өфө уҡыу­сыһы иң талантлыһы һәм сибәре тип табылған.

Башҡортостан Республика­һының Финанс министрлығы 2014 йылға финансист календарын төҙөнө. Ял һәм байрам көндәре билдәләнгән ғәҙәти календарҙан ул федераль һәм республика ҡануниәттәренә ярашлы юридик һәм физик шәхестәрҙең һалым һәм йыйымдар буйынса түләүҙәрен башҡарыу ваҡытының ҡасан сығыуын билдәләгән көндәрҙең яҙылыуы менән айырыла. 29 битлек календарҙа билдәләнгән дата етеүгә тиклем түләргә кәрәк бурыстар тураһында мәғлүмәт, белешмәләр бирелгән.

З. Йәһүҙина әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә