RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

25.10.2013 Өс һөйләм менән

Республика йортонда Баш­ҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова күп балалы әсәләрҙе «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләне. Күп бала тәрбиәләүсе 59 әсә был мәртәбәле наградаға лайыҡ булды. Улар араһында социаль учреждение, мәктәп һәм балалар баҡсалары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, һатыусылар, һауынсылар, һалым инспекторҙары бар.

Өфө дәүләт нефть техник университетының спорт базаһында бадминтон буйынса республика вуздары студенттары универсиадаһы иҫәбенә ярыштар үтте. Ярышта ӨДАТУ, БДУ, БДАУ, ӨДНТУ һәм ВЭГУ академияһы командалары ҡатнашты. Беренсе урынды майҙан хужаһы командаһы яулаһа, 2-се урынға – ӨДАТУ, 3-сө урынға БДУ командаһы сыҡты.

Башҡортостанда шәкәр сөгөлдөрөнөң уртаса уңышы гектарынан 350 центнерға тиң. Иң юғары уңыш – Благовар районында, бында гектарына 444 центнер татлы тамыр тура килә. Бүздәк, Шишмә, Йәрмәкәй райондарында был күрһәткес – 434, 418, 410 центнер.

Йыл башынан республиканың алты хужалығы һәр һыйырҙан һауым буйынса дүрт меңлек сикте үтте. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Саҡмағош районы хужалыҡтары, мәҫәлән, һәр һыйырҙан уртаса – 4149, Стәрлетамаҡ районы – 4481, ауырғазылар – 4149, дүртөйлөләр – 4139, тәтешлеләр – 4026, Өфө районы хужалыҡтары 4005 кг һөт һауа. Республика буйынса уртаса алғанда, һәр һыйырҙан 3194 кг һөт һауып алына.

Башҡортостандан социаль ташламаға хоҡуғы булған 277 369 кеше социаль хеҙмәтләндереү урынына уның аҡсалата эквивалентын һайлаған. Ай һайын улар пенсия менән бергә аҡсалата компенсация аласаҡ. Әлеге ваҡытта социаль пакеттың хаҡы айына 839 һум 65 тин тәшкил итә, шуның 646 һум 71 тине – дарыу­ҙарға, 100 һум 5 тине – шифахана-курорттарҙа дауаланыуға, 92 һум 89 тине транспортҡа бүленә.

26 октябрҙә Өфөнөң Киров райо­нында махсуслаштырылған сауҙа майҙансығында быйыл тәүге тапҡыр башҡорт дебет шәле йәрминкәһе ойошторола. БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Киров районы хакимиәте ойошторған йәрминкәлә Башҡор­тостандың шәл бәйләп кәсеп итеүсе райондар вәкилдәре ҡатнашасаҡ – данлыҡлы Стәрлебаш, Ейәнсура, Мәләүез оҫталары һәм башҡалар. Йәрминкә иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 4-кә тиклем Рабкорҙар урамы, 20-се йорт адресы буйынса уҙасаҡ.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә