RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары арта

23.08.2013 Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары арта

Башҡортостан инвестиция проекттарын бойомға ашырыу­ҙы дауам итә. Белеүегеҙсә, һуңғы йыл­дар­ҙа төбәккә инвестиция инеү күләме артты. Бөгөн өҫтөнлөклө проекттар иҫә­бе тағы ла киңәйҙе.
БР Иҡтисади үҫеш министрлығының инвестпроекттарҙы ҡарау һәм булышлыҡ итеү комиссияһы ете проектты хупланы. Улар араһында ”Лассел­с­бер­гер” йәмғиәтенең керамик плита етештереү күләмен 3,7 миллион квадрат метр­ғаса арттырыу, “БашБройлер” йәмғиәтенең Кушнаренко ра­йо­нында йылына 130 мең тонна бройлер етештереү комплексын төҙөү, ”Биосистема” йәм­ғиәтенең үҫемлек һәм иген биомассаһын тәрән эшкәртеү буйынса комплексын төҙөү тураһындағы проекттар бар. Ә ”Газпром­нефтехим Салауат” йәмғиәте бер юлы дүрт проект тәҡдим итә (”Строительство установки алкилирования”, ”Комплекс гидрокрекинга вакуумного газойля”, ”Уста­новка изомеризации пентан-гексановых фрак­ций”, ”Комп­лекс каталитического крекинга”) .
Әлегә өҫтөнлөклө проекттар һаны 80-гә еткән. Был барлығы 490 миллиард һум инвестиция, тигән һүҙ. Улар бойомға ашырылғанда республикабыҙҙа 42 меңгә яҡын яңы эш урыны булдырыласаҡ.

Әйткәндәй
Бүздәк районында 10500 баш һыйырға иҫәпләнгән үҙенсәлекле комплекс төҙөү күҙаллана. Уны “ДАМАТЕ” агросәнәғәт компанияһы төҙөй. Бүздәк районы хакимиәтендә үткән кәңәшмәлә шул турала һүҙ барҙы. Сарала БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Эрнст Исаев, Милли һөт етештереүселәр союзы идараһы президенты, РФ Ауыл хужалығы министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы рәйесе, “ДАМАТЕ” агросәнәғәт комплексы” йәмғиәтенең Ди­рек­торҙар советы ағзаһы Алексей Даниленко ҡатнашты.
Эрнст Исаев Хөкүмәттең был проектты республика ярҙамы программаһына индерергә әҙер булыуын билдәләне.
Яңы комплекс өсөн Ком­сомол ауылы эргәһендә майҙан һайланған. Алексей Даниленко һүҙҙәренсә, проект буйынса әҙерләнгән технологиялар Рәсәйҙә бығаса ҡулланылмаған. Комплекс 100 гектар майҙанды биләйәсәк, йәнә 30 мең гектар ер мал аҙығы етештереү өсөн кәрәк буласаҡ. Голштин-фриз тоҡомло һыйыр­ҙарҙан тәүлегенә 287 тонна һөт йәки йылына 105 мең тонна һөт алыу күҙаллана.
Проектҡа һалынасаҡ инвес­тиция күләме – һигеҙ миллиард һумдан ашыу.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә