RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Торатауға тауыш бир!

16.08.2013 Торатауға тауыш бир!

Торатауға тауыш бир!Белеүегеҙсә, Рус география йәмғиәте, «Рәсәй» телеканалы һәм «Комсомольская правда» гәзите менән берлектә ойошторолған «Рәсәй 10» тип аталған мультимедия проекты дауам итә. Махсус рәүештә асылған сайтта Рәсәйҙең 700-гә яҡын тәбиғәт, мәҙәниәт, археология, фәнни-техник үҫеше ҡомартҡыһының фотоһүрәттәре һалынған. Проект авторҙары интернет менән ҡулланыусыларҙан сайтта үҙҙәренә оҡшаған 10 ҡомарт­ҡыға тауыш ҡалдырыуҙарын һорай. Иң күп тауыш йыйған объекттар Мәскәү өлкәһендәге «Рәсәй» ландшафт паркында урынлашасаҡ миниатюрала урын аласаҡ. Проектта Салауат Юлаев һәйкәле һәм уникаль шихандарыбыҙға тауыш биреү мөмкинлеге бар.
Сағыштырыу өсөн тәүге урындарҙы түбәндәге ҡомартҡылар: Коломна кремле, Ә. Ҡадиров исемендәге «Чечня йөрәге» мәсете, Богородица музей-ҡурсаулығы, Мамай ҡурғаны һәм «Ил-әсә саҡыра» скульптураһы, Хопер ҡурсаулығы (Воронеж өлкәһе), Екатерина скверындағы Екатерина II һәйкәле (Краснодар), Байкал күле, «Легенда» скульптураһы паркы (Пенза), «Будда Шакьямуниҙың торған алтын урыны» (Элиста) һәм Әстерхан кремле тәүге ун баҫҡысты биләй. Күрше Татарстандағы Ҡол-Шәриф мәсете 16 урында килә. Ә беҙҙең шихандарыбыҙ – 25-се, Салауат Юлаев һәйкәле 54-се баҫҡыста.
Әгәр ҙә Рәсәй кимәлендә шихандарыбыҙға иғтибар йәлеп иттерәйек тиһәгеҙ, көн дә http://10russia.ru/object_12 адресы буйынса тауыш бирегеҙ, бында тәүлегенә 3 тапҡыр тауыш биреү мөмкинлеге бар. Төбәктең данын яҡлау өсөн кеҫә телефонын да ҡулланырға мөмкин – 1880 номерына 12 12 12 йөкмәткеле смс хәбәр ебәрегеҙ. Смс хаҡы ни бары 3,54 һум, 1 хәбәр – өс тауышҡа бәрәбәр.
Тауыш биреү «Рәсәй 10» сайтында 29 сентябргә тиклем барасаҡ. Әүҙемерәк булайыҡ, дуҫтар! Республикабыҙҙың йөҙөк ҡашы булған ҡомартҡыларыбыҙға проектта еңергә бергәләп ярҙам итәйек!

Л. ҺИҘИӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә