RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һәр төбәк тарих һөйләй

16.08.2013 Һәр төбәк тарих һөйләй

Һәр төбәк тарих һөйләй   Беҙҙең Бөрйәндә һәр төбәк – йәнтөйәк тамғалы, йәғни атамалы. Һәр ауыл биләмәһендә тарихҡа һәм урындың тәбиғи үҙенсәлегенә бәйле тәғәйен генә исемле әллә күпме ер-һыу. Ауыл эсендәгеләрен генә лә кинәнеп өйрәнерлек, китап итеп яҙырлыҡ. Үҙем йәшәгән Кил­деғол ауылын уратып алған тауҙар һәм ауыл янынан ағып ятҡан йылға хаҡында “Йәш­лек”тә яҙғайным инде (“Һәр тарафым – тауҙар, тауҙар”, 2012, 11 декабрь, “Һарағы”, 2013, 22 март). Бөгөнгө һүҙем – ауыл эсендәге ҡалған ер-һыу атамалары тураһында.

Шәрифә туғайы

Ауылыбыҙҙың үр яғында, уң яҡтан барған юлдан аҫта, һыу буйында ята Шәрифә туғайы – йәтеш кенә бер кәбәнлек сабынлыҡ ер. Элек сабылмай, эре-мары алып, малдың тапандыһы булып ятты. Бер йылы Бибиғәйшә Ғәлина балалары менән бесән эшләгәйне. Аҙаҡ хаҡлы ялға йәштәре етеп, йәйләүгә йөрөмәй башлағас Фәниә һәм Зөбәйер Шәриповтар был туғайҙы кәртәләп, сабынлыҡ итеп тәрбиәләп алды. Башҡортостандың атҡаҙанған малсыһы Зөбәйер ағай мәрхүм инде, ә ҡатыны, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, заманында ра­йон­­дың данын күтәргән һауынсы, хеҙмәт ветераны Фәниә апай, хәҙер йыл да кеше ҡушып эшләтеп, һәүетемсә генә бер кәбән ултыртып ҡуя. Шулай итеп, ер-һыуҙың ҡото ҡайтты. Атамаһы ла яңынан терелгәндәй булды.
Был ер элек Шәрифә тигән инәй­ҙең сабыны булған. Ул Әб­йәлил районының Әхмәт ауылы ҡыҙы. Ауылдашыбыҙ Можа­һитдин Һағын­баевҡа кейәүгә сыға. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда йәше олоғайған Можаһитдинды ФЗО-ға алалар, Белоретта заводта эшләй. Ҡатыны ауылда ҡала, колхоздың барлыҡ ауыр эшен үҙ иңендә күтәрә. Йорт усағын да һүндермәй, балаларын ҡарай. Малдан өҙөлмәҫкә тырыша, бесәнде ауыл осондағы әлеге туғайҙа эшләй.”Бик үткер, сос, баҫҡан урынында ер һелкетеп торған ҡатын ине Шәрифә еңгә. Үҙе телгә оҫта, шаян кеше булды. Минең бер туған ағайымдың әбейе. Һуғыштан һуң ағайым янына, ҡалаға барып йәшәп, шунда үлеп ҡалды”, – тип һөйләй 1928 йылғы Хәшиә апай Вәлиева.
Шәрифә, Можаһитдин, Ғәбдел­хай, Зәкирә, Сәкинә, Ғәбдинур, Кәбир, Нәҙир, Хәбир исемле балаларға ғүмер биргән.
Һуғыштан һуң Можаһитдин ғаиләһен Белоретҡа күсереп ала, балаларын уҡытырға, кеше итергә тырыша. Ҡайғыһыҙ ҙа булмай ғаилә – баш балалары Ғәбделхай һуғышҡа алына, ул яу ҡырында ятып ҡала. Ә ҡыҙҙары Зәкирә Байғаҙы ауылында, Сәкинә Белоретта йәшәне. Ғәбдинур Белорет заводында маҡтаулы крансы булып эшләне. Өсөһө лә гүр эйәһе инде. Кәбир менән Нәҙир уҡытыусылыҡҡа уҡып сыға. Кәбир – Әбделмәмбәт, Нәҙир Байназар мәктәбендә эшләп китә. Белоретҡа күсеп барып йәшәйҙәр, хәҙер хаҡлы ялдалар. Хәбир Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай, яуаплы урындарҙа эшләй. Һуңғы эш урыны Өфө янындағы Черниковка ҡасабаһында торлаҡ-йорт хужалығы начальнигы. Ул да пенсияла.
Шәрифә һәм Можаһитдин Һағынбаевтар (икеһе лә 1896 йылғы) татыу, оҙон ғүмер итеп, фани донъяға күсә.

Мулла туғайы

Ауыл үрендә – һул ҡулда, Ҡолғанаға киткән юлдың уң яғында, Һарағы йылғаһы буйында матур ғына туғай бар. Мулла туғайы тип йөрөтәләр уны. Борон ауылда дин көслө булған. Ауыл уртаһындағы мәсет ҡалҡыу ерҙә тирә-йүнгә йәм бөркөп, кешеләрҙе үҙенә йәлеп итеп ултырған. Диндарлыҡта Һағынбайҙар заты өҫтөнлөк тотҡан. Һағынбайҙың улы Сабитулла даны сыҡҡан дин әһеле була. 1862 йылда имамлыҡ указы ала. Ҡустыһы Әхмәтулла ла муллалыҡ итә. Ҡатыны Бәҙеғол менән балаларында ла иман рухы тәрбиәләргә тырышалар. Улдары Һиҙиәт ауылдағы мәсеттең мәзине була, ә Хәйрулла менән Йыһанур – күренекле муллалар.
Р. Мәһәҙиевтың 1916 йылда Ырымбурҙағы “Ваҡыт” нәшриәтендә баҫылған “Дамулла Ғабдулла хәҙрәт Сәйетбаттал уғлы Мул­лаҡай” исемле китабында беҙҙең диндар ауылдаштарыбыҙ хаҡында ла ҡиммәтле мәғлүмәттәр бар. Муллаҡай мәҙрәсәһендә белем алыусылар араһында улар ҙа булған. 9-сы биттә: “Орск өйәҙе Ҡарағай-ҡыпсаҡ улусы Килдеғол (Сарағ) ауылында имам-хатиб Хәйрулла Әхмәт улы, мөъәҙин Һиҙиәтулла Әхмәт улы”, – тигән юлдар бар. Ә 10-сы биттә: “Мәҙкүр заттың (бында данлыҡлы хәҙрәт Абдулла (Ғабдулла) күҙ уңында тотола – М.Ф.) шәкерттәренән имам булмаһалар ҙа, ғилемлеләренән үә әхлаҡлыларынан бәйән итәм”, – тиелә, һәм һанап кителгән диндар­ҙар араһында ауылдашыбыҙҙың исеме лә телгә алына: “Ҡарағай-ҡыпсаҡ улусы Килдеғол ауылында Йыһанур Әхмәт улы”.
Ауылыбыҙҙың мәсет тотҡан һуңғы муллаһы ла ул Йыһанур Әхмәт улы Һағынбаев. 1861 йылғы, кустарсылыҡ менән шөғөлләнгән. Үҙ донъя­һын үҙе көтөп, халыҡты иманға әйҙәп йәшәһә лә совет власына оҡшамай, мәсетен ябалар, үҙен совет йәмғиәте алдында ғәйепле һанап, 1932 йылда хөкөм итәләр. Төрмәнән ҡайтып, һуғыш башланыр алдынан вафат була.
Йыһанур мулла тыныс тормошонда бесән сапҡан, намаҙ уҡыған баяғы туғайҙы диндарға ихтирам йөҙөнән һуңынан ауылдаштары Мулла туғайы тип йөрөтә башлай.
1928 йылғы Мазһар ағай Билалов олатаһының сабынлығын кәртәләп, бесәнлек итте. Мәрхүм инде. Әммә Һағынбайҙарҙың быуыны ата-олаталары нәҫеле сылбырын дауам итә. Хәҙер Мулла туғайында Мазһар ағайҙың (ете ул атаһы ине) Айрат исемле улы бесән эшләй.
Был күркәм туғай “Шәжәрә”, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамдарында халыҡты үҙенә ылыҡтырып, саҡырып торғандай. Хужаһынан рөхсәт алып, Мулла туғайында – изге урында байрамдар үткәреү – дин әһеле рухына ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеү билдәһелер ул.

Мәсет уяһы

Төньяғындағы тауҙарҙы тотош урындан бүлеп, ауылға тәрән дүрт үҙәк һуҙылып төшә. Уларҙың иң үрҙәгеһен Мәсет уяһы тип йөрөтәләр. Элек был үҙәк-уя йәм-йәшел сиҙәмлек, таҙа, тыныс ятҡан күркәм һәм ҡотло төбәк булды. Уя буйынан сылтырап ҡына йып-йылтыр ҡоҙоҡ һыуы ағып ятты. Ауылдағы оло инәй­ҙәр, уларға эйәреп әсәйҙәр, сәйгә тәмле, тип килеп һыуын алыр ине. Һуңғы ике-өс тиҫтә йыл арауығында үҙәк буйына өй һалдылар, колхоз ҡаралтылары төҙөнөләр. Шунлыҡтан Мәсет уяһының ҡото бер аҙ китеңкерәне. Шулай ҙа һыуы хәленән килгәнсе сылтырап сылтырай әле.
Исеме тигендән түгел, Мәсет уяһының ауылға төшкән генә тарафында – ҡалҡыу урында элек ҙур мәсет булған. 1930 йылғы Нух ағай Көмөшбаев:
– Яҡын-тирәлә иң күркәм дин йорто булып торҙо, тиер ине ауыл ҡарттары мәсет хаҡында. Уны Әбйәлил районының Ярлыҡап ауылынан килеп, 1905 йылда төҙөгәндәр. Алла йортон, күрәһең, кем етте шул эшләмәгән, үҙенең тейешле кешеләре, махсус төҙөүселәре булған, – ти торғайны.
1928 йылғы Хәмит ағай Вәлиевтан ҡалған хәтирә:
– Утыҙынсы йылдарҙа мәсеттәр­ҙе бөтөрөү башланды. Беҙҙәге­һенең манараһын ҡолатҡанда мин булдым. 1940 йыл ине. Өй беренсә йөрөп арҡан йыйҙылар. Уларҙы бер-береһенә ялғап, бер осона манараны уратып бәйләнеләр, икенсе осонан ир-егеттәр күмәкләп тотоноп манараны осора тартып төшөрҙө. Ул саҡта комсомол алда йөрөнө бит, комсомолецтарҙың ҡулы менән эшләттеләр был енәйәтте. Мәсет йортон һуңынан клуб иттеләр.
Үҙем малай сағымдағын хәтерләйем: ул урында колхоз аттарының кәртәһе булды. Һуңынан колхоз техникаһы өсөн гараж, бригада йорто, мастерской төҙөнөләр. Хәҙер ҡайҙа ла колхоздарҙың рәте китте бит. Беҙҙәгеһе эшләүен эшләй, әммә элекке ҡеүәте юҡ, шунлыҡтан гараж да ташландыҡ хәлдә һымаҡ, биләмәнең ҡото юҡ.
Ауылда әле мәсет төҙөү һәм уны боронғо нигеҙенә ултыртыу хаҡында һүҙ алып барыла. Бик мәслихәт, Алла бирһә мәсетебеҙ булып, Мәсет уяһы буйын таҙа, тәрбиәле тотоп сауаптар алып, матур итеп йәшәргә ҡала инде.

Фәтхел туғайы

Ауыл осонан түбәндә урынлаш­ҡан Һарағы йылғаһының бирге һәм арғы яғындағы ҙур булмаған туғайлыҡтарҙы Фәтхел туғайы тип йөрөтәләр. Ауылдашыбыҙ Фәтхис­лам Килдеғолов исеменә бәйле был атама. Борон бит кем ҡайҙа бесән эшләгән, сабынлыҡты шул кешенең исеме менән атап йөрөткәндәр. Фәтхислам ошо туғайҙа, Хәйбулла ағай әйтмешләй, быҙаулыҡ бесән сапҡан. Ул заманда һыйыр, һарыҡ малдарын көтөүлеккә көнсығышта ятҡан Әүҙекте тауы иркенлектәренә ҡыуыр булғандар. Шунлыҡтан ауыл эргәһендәге туғайлыҡтар бесәнгә эшкингән.
Хәҙер былар ҡаҡ туғайҙар. Әлбиттә, быҙауҙар иркенләй, ҡаҙҙар ҡанат ҡаға. Тик туғайҙың исеме изге һаҡлана, ҡолаҡҡа ятышлы матур яңғырай, тарихын барлата.
Фәтхислам ауылды нигеҙләүсе Килдеғол олатайҙың шәжәрәһендә өсөнсө быуын булып тора. Улы Усман. Усмандан ике ҡыҙ, бер ир бала ҡала.
Бөгөн ауылда Фәтхисламдың дүртенсе-бишенсе быуындары йәшәй.

Хәҙрәт кисеүе

Хәтеремдә, ауыл осонда, Таш­морондан ары Һарағы йылғаһы түбәнендә һыуы күгелйем генә булып йәйелеп ағып ятҡан матур ғына кисеү була торғайны. Унан ат арбаһында ғына аша сығып, түбәндәге сабынлыҡтарға – Тирмән туғайы, Һыйыр төбәге, Ҡырсымәле, Күперауыҙ, Кисеүауыҙ туғайҙарына, Томоз, Сейәле яр тигән ерҙәргә бесәнгә йөрөрҙәр ине. Юл һәр ваҡытта ла матур, таҡыр, кисеү таҙа, ике яғындағы ҡуйы муйыл, тал “урмансығы” һыуға еткәнсе башын эйеп, һығылып-бөгөлөп торор ине. Был тирәне беҙ, малайҙар, бик яраттыҡ, бирге яғындағы Фәтхел туғайында быҙауҙарҙы көтөп йөрөйбөҙ ҙә, балаҡтарҙы төрөп, ялан аяҡ кисеүҙе аша сығабыҙ һәм атай-олатайҙар һалабаш батырған ҙур булмаған күлдән барып сыбыртҡы ишергә йүкә “шылдыра”торғайныҡ.
Йылдар үтеү менән тормош та, тәбиғәт тә үҙгәрҙе. Тракторҙар һыу юлын бороп, матурлыҡты боҙҙо һәм юҡҡа сығарҙы, теге кисеү яҡты хәтирә булып тик күңелдә генә ҡалды.
Ул кисеүҙе Хәҙрәт кисеүе тип йөрөттөләр. Ауылдаштарым хәҙрәттең исемен белә алманы, совет осоронда дин тураһында һөйләргә ҡушманылар бит, беҙҙән алдағы быуын белгәндер ҙә, һорашып ҡалмағас, беҙ белмәйбеҙ шул, тинеләр.
Совет власы нығынып киткәнгә тиклем беҙҙең ауылда ла дин көслө була. Ауыл уртаһында биш намаҙлыҡ мәсет балҡып ултыра. Дини йолалар теүәл үтәлә. Ауылдашыбыҙ Сабитулла Һағынбаевтың 1862 йылда алған имамлыҡ указын ҡәҙерләп һаҡлайым.
Ауылда айырыуса Һағынбаевтар, шулай уҡ Миндеғоловтар, Иску­жиндар, Ҡорманғоловтар һәм башҡалар араһынан да дин тотҡан кешеләр була.
Хәйбулла ағай Миндеғолов ҡаты ауырып, быйыл яҙ мәрхүм булды. Янына һуңғы барғанымда: “Һиңә ҡала инде, Мөнир, ер-һыуҙы оноттормау, Хәҙрәт кисеүе урынына яҙыу ҡуй, изге урын бит, йәштәр белһен”, – тине. Баҡыйлыҡҡа күскән аҡһаҡал ауылдашымдың ошо һүҙҙәрен йөрәгем түренә аманат һымаҡ ҡабул иттем.

Оҙонсал

Ауыл түбәнендә, ҙур булмаған таулыҡ аша ята Оҙонсал тигән ер-һыу. Элекке утар урыны булһа ла беҙ уны ауылыбыҙҙың бер өлөшө тип ҡабул итеп өйрәндек. Аҫта йылға. Исеме ошо йылғаға бәйле килеп сыҡҡан. Әйткәндәй, ололар төбәкте төрлөсә: берәүҙәр Оҙонсай, икенселәр – Оҙонса, өсөнсөләр – Оҙонсал тип аңлатыр ине. Әммә өс атама ла бер мәғәнәгә эйә – һуҙымлы ике тау араһындағы үҙәк буйлап бормаланып-бормаланып оҙон юл үтеп таҙа, урыны менән тәрән йылға ағып төшә. Үрҙәге Ҡарағасйорт менән Әүҙекте йылғаларының ҡушылдығынан биргеһен Оҙонсал тип йөрөтәләр. Оҙонсал буйында элегерәк бесән эшләнеләр, түбәндәрәк ҡымыҙ бештеләр. Баҡса тотоп, картуф сәстеләр. Хәҙер ауыл халҡында мал ишәйгәс, Оҙонсал буйы тапанды ергә, буйынан буйына тумарлы туғайға әйләнде. Йылға­һында элекке эре балыҡтары ла юҡ. Ауылдан сыҡҡан оло юлдың торбалы күпере аҫтынан үтеп, Һарағыға барып ҡушыла. Тап ошо ҡушылдыҡ тапҡырында, өҫтә 60 – 70-се йыл­дар­ҙа 5 – 6 хужалыҡтан торған утар булды. Сайыр һыҙыусылар, урман ҡырҡыусылар йәшәне унда. Йәғни урмансылар кордоны ине. Хөкүмәт планы үтәлгәс, эш бөткәс, ҡырҙан килеүселәр күсенде, утар тарҡалды. Оҙонсалдың ҡотон һаҡлап, Зәкирә исемле инәй генә тороп ҡалды.
Зәкирә инәй, үҙе ҡатын да, үҙе ир ҙә – донъяһын гөлт итеп тотор ине. Кеше өҙөлмәне киң күңелле ил инәһе йортонан…
Һуңғы йылдарҙа ейәне Марс менән көн күрҙеләр. Инәй бик теремек, төҫкә-башҡа һөйкөмлө, зирәк зиһенле, ҡырҡыу ғына һөйләшкән кеше булды. Үткәндәрҙе күп һөйләттем, хәтере шәп ине. Әйтеүеңде көтөп тормаҫ, тыпырлатып бейеп китер, зыңғырлатып йырлап ебәрер алсаҡ сырайлы, тәбиғәт йәнле, ҡыҫҡаһы, әкиәт донъялыҡтың торғаны бер әкиәти әбейе. Хәҙер ҙә Оҙонсал аша уҙып барһам, Зәкирә инәйҙең:
– Һәү-һәү – Ҡыҙбикәү, әйҙә ҡайт, малҡайым, әйҙә, һағындырып ҡайһылай оҙаҡ йөрөп ташланың, – тип һәүкәшенә наҙлап өндәшкәне ҡолаҡҡа салынғандай…
Бәләкәй сағымда иптәш малайға эйәреп, уның ата-әсәһе эшләгән яҡындағы Бүреҡырған йәйләүенә барырға ярата торғайным. Дың­ғырлаҡ ат арбаһында ауылдан сығып барғанда: ”Был туғайҙы ниңә Мулла туғайы, тиҙәр?” – тип һорайбыҙ. “Бер мулла бабай килеп намаҙ уҡығанға,”– тигән ҡыҫҡа ғына яуап ишетәбеҙ арбалағы ололарҙан.
Һуңынан төпсөнөп, ана күпме тарихын белдем төбәктең. Юғиһә, туғайҙың атамаһының килеп сығышын бөгөн мин дә шулай биш-алты һүҙ менән генә аңлатыр инем. Күпме тарих, кеше яҙмышы билдәһеҙлектә ҡалыр ине.
Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйтәм: ҡарттарыбыҙ барҙа һәр ауылда ер-һыуҙың тарихын тартынмайса ен­текле яҙып алһаҡ ине. Шулай уҡ унда төбәктең хәҙерге хәленә бәйле ваҡиғаларҙы, кешеләрҙе лә теркәргә кәрәк. Сөнки бөгөнгөбөҙ ҙә тиҙҙән тарих буласаҡ.

Мөнир ФӘЙЗУЛЛИН,
уҡытыусы, тыуған төйәкте өйрәнеү музейы етәксеһе.
Бөрйән районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә