RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

12.07.2013 Өс һөйләм менән

Иглиндә муниципаль милек менән идара итеү комитеты рәйесен хөкөм итәсәктәр. Сәбәбе – чиновник ҡатын етемдәргә тәғәйенләнгән фатирҙы коллегаһы, район хакимиәте хеҙмәткәренә ҡулланыу­ға тапшырған. Фатир бушатылған, ә закон боҙоусыға дүрт йылға тиклем төрмә янай.

Өфөлә төҙөлөш өсөн ер участкаларын һатыуға ҡуйҙылар. Тәүгеһе (44,8 миллион һумлыҡ ер) – Киров, Әй, Чернышевский, Минһажев, Ветошников урамдары һәм Салауат Юлаев проспекты менән сикләнгән биләмә, икенсеһе – Октябрь проспектында, «Ҡурсаҡ театры» туҡталышындағы элекке трамвай ҡулсаһы урыны, хаҡы 152 миллион һум. Шулай уҡ Ленин урамы һәм Ибраһимов бульвары, Дуҫлыҡ монументы янындағы ерҙәр йорттар төҙөү өсөн һатыла, ҡала хакимиәтендә белдереүҙәренсә, тендерҙа еңгән төҙөүсегә участканы үҙләштереү өсөн өс йыл ваҡыт бирелә.

Шәмбелә баш ҡалала Һауа шарҙары фестивале үтәсәк, бында килеүсе һәр кем бушлай һауа шарына эйә буласаҡ. Якутов исемендәге паркта ҡунаҡтарҙы төрлө конкурс­тар, фокустар, концерт, һауа шарҙарынан төрлө һындар яһау һәм башҡа сюрприздар көтә. Сара аҙағында флешмоб ҡаралған – йәйғор төҫөндәге меңәрләгән һауа шары бер юлы күккә осасаҡ.

Республикала йәшелсәгә хаҡ төшөргә уйламай, киреһенсә, арта бара. Улар араһында рекордсы – картуф, июндә уға хаҡ 30,9 процент­ҡа өҫтәлгән. Кәбеҫтә, һуған, кишер һәм сөгөлдөр 2,9 – 17,1 процентҡа артҡан, ә лимон, виноград һәм банан 3,5 – 5,1 процентҡа арзанай­ған, тауыҡ йомортҡаһына 16,1 процентҡа хаҡ кәмегән.

Республиканың юғары уҡыу йорттарында уҡыу өсөн түләү йылдан-йыл арта. Һәр ваҡыттағыса, иң юғары хаҡ – техник вуздарҙа, ӨДНТУ – был йүнәлештә лидер, йылына 90 – 150 мең һум түләргә кәрәк. Сағыштырыу өсөн: ӨДАТУ – 63 – 128,5 мең, БДУ – 45 – 112 мең, БДАУ – 63 – 112 мең һумлыҡ хаҡтар билдәләгән, ә РФ Мәғариф министрлығы вузда белем алыуға ҡуйған минималь хаҡ – 63 мең һум.

Л. ХӘЛИТОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә