RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бил бирмәҫ көрәшсе

09.07.2013 Бил бирмәҫ көрәшсе

Бил бирмәҫ көрәшсеӘсхәт Ямғурсинды Бөрйән баһадиры тип беләләр. Сөнки ул бына нисәнсе йыл инде Бөрйән һабантуй­ҙарында ал бирмәҫ көрәшсе булараҡ билдәле. Үҙе уҡыған Башҡорт дәүләт университетының физика-техник институты данын да бишенсе йыл яҡлай. Быйылғы йыл Әсхәт өсөн бик уңышлы булды: ул Ҡазан, Күмертау, Бөрө ҡалаларында, Саҡ­ма­ғошта балаҫта көс һынашты. Саҡ­мағошта республиканан йыйылған утыҙлап көрәшсе араһында 4-се урын яулаһа, Күмер­тауҙа һәм Бө­рө­лә 1-се урын алып ҡайтты. Ә Бөрйән һабантуйында үҙенең ауырлыҡ категорияһында егеттәр булмау сәбәпле, 75 килограмм ауырлыҡтағы егеттәр менән алышты, шулай ҙа һыр бирмәне – өсөнсө урынға сыҡты. Өфөлә Ҡала көнөндә үткән ярышта 70 кг ауырлыҡ категорияһында ул тағы еңеү яуланы!
Әсхәттең буш ваҡыты юҡ: ул йә тренировкала, йә ярышта, йә эштә... Эйе, эштә. Үҙе БДУ-ла ра­дио­физика бүлегенең 5-се курсында уҡып йөрөһә лә, Бөрйән районының Әтек ауылында йәшәүсе ата-әсәһенә көс һалмайым тип, эшләргә лә, уҡырға ла өлгөрә Әсхәт.
Әсхәт июнь айында диплом яҡланы. Унан июнь аҙағында хәрби хеҙмәткә китте. Бөрйән батыры Әсхәт Ямғур­синдың ил алдындағы бурысын үтәүҙә лә һынатмаҫына ышанабыҙ.

Земфира Аҡбутина,
РФ, БР Журналистар союзы ағзаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә