RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

31.05.2013 Өс һөйләм менән

«Дамате» идара компанияһы башлығы Наум Бабаев Башҡор­тостанда һөт-тауар етештереүгә һигеҙ миллиард һум инвестиция тәҡдим итә. Тиҙҙән беҙҙә йылына 105 мең тонна һөт етештергән һәм 10,5 мең баш һыйыр аҫралған комплекс барлыҡҡа киләсәк. Төҙөлөш быйыл көҙ башланып, ике йылда тамамланырға тейеш.

Һамар – Өфө − Силәбе автомагистрале идаралығынан хәбәр итеү­ҙәренсә, 1 июндән август аҙағына тиклем ауыр йөк ташыусы транспорт хәрәкәтенә сикләүҙәр индерелә. Һауа температураһы 32 градустан юғары булғанда, улар асфальт юл­дар­ҙан киске сәғәт ундан иртәнге 10-ға тиклем үтергә тейеш. М−5 «Урал», М−7 «Волга», Р−240 Өфө − Ырымбур трассаларындағы хәрәкәткә ҡағылышлы 228-12-18 телефоны буйынса белешмә алырға мөмкин.

Рәсәй, Салауат Юлаев һәм Өфө ҡалаһы көндәрен байрам иткән осор­ҙа – 12 июндә − Республика рус академия драма театры алдындағы сәхнәлә «Берҙәмлек» халыҡ-ара фестиваленең гала-концерты уҙғарыла. Сараның маҡсаты − халыҡ ижадын танытыу, үҙебеҙҙәге һәм сит илдәр­ҙәге коллективтар араһында ныҡлы ижади бәйләнештәр булдырыу, сит дәүләттәрҙең мәҙәниәтенә ҡыҙыҡ­һыныуҙы арттырыу. Быйыл байрам 8 − 12 июндә Ғафури районында, Өфө, Ишембай, Салауат, Күмертау ҡалаларында ойошторола.

n БР Дәүләт Йыйылышы − Ҡоролтай депутаттары ҡарары бу-йынса, Нуриман районында Тирәкле ауылы тергеҙеләсәк. «Башҡортостан Республикаһының Нуриман райо­нында географик объект булдырыу тураһында»ғы закон проекты республика парламентының пленар ултырышында аҙаҡҡы уҡыуҙа тикшерелде. Тирәкле ауылы 1982 йылда теркәү иҫәбенән алынған һәм әлеге ваҡытта дача ҡасабаһы булып иҫәпләнә ине.

Башҡортостандың биш районында ҡарабойҙай сәсеү тамамланды. Мишкә һәм Хәйбулла райондарында был культура планға ҡарата ике тапҡырға күберәк майҙанда сәселде. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгө көнгә сәсеү 25 мең гектарҙан ашыу майҙанда үткәрелгән.

Республикабыҙҙа Төбәк-ара умартасылыҡ продукцияһы етештереүселәр һәм эшкәртеүселәр эшмәкәрлеген координациялау ассоциацияһы булдырылды. Башҡортостан балын һәм умартасылыҡ продукттарын Рәсәй һәм донъя баҙарҙарына сығарыу яңы ойошманың төп бурыс­тарының береһе булып тора. Шулай уҡ ойошма республика һәм Рәсәй умартасыларының үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеүенә һәм уларҙың мәнфәғәттәрен яҡлауға булышлыҡ итәсәк.

З. ЙӘһҮҙина әҙерләне.













Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә