RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Әйҙәгеҙ, һабантуйға!

28.05.2013 Әйҙәгеҙ, һабантуйға!

Республикабыҙҙа иң күңелле ваҡыт етте − һабантуйҙар башланды. Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов райондарыбыҙҙа милли байрамды үткәреү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйғайны. Әле байрамдар ойошҡанлыҡ менән үтһен һәм унда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре теүәл үтәлһен өсөн бөтә саралар ҙа күрелгән, байрамды үткәреү өсөн яуап­лы кешеләр билдәләнгән.
Һәр йылдағыса, һабантуйҙар төрлө райондарҙа төрлө ваҡытта үтәсәк. 1 июн­дә Әлшәй, Архангел, Баҡалы, Биш­бүләк, Бөрйән, Дәүләкән, Ейәнсура, Йылайыр, Ҡалтасы, Ҡырмыҫҡалы, Күгәр­сен райондарында яҙғы сәсеүгә йомғаҡ яһалған матур байрамда ҡатнашырға мөмкин. 8 июндә республикабыҙ тотошлайы менән тиерлек байрам майҙанына әүерелә. Был көндә Әбйәлил, Асҡын, Ауырғазы, Баймаҡ, Балтас, Бәләбәй, Балаҡатай, Белорет, Бөрө, Благовар, Благовещен, Бүздәк, Борай, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Иглин, Илеш, Ишембай, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Краснокама, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Мәләүез, Мәсетле, Мишкә, Миәкә, Салауат, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Тәтешле, Туймазы, Өфө, Учалы, Федоровка, Хәйбулла, Шишмә, Шаран, Яңауыл райондарында һабантуйҙар ойошторола.
Бынан һуң һабантуй байрамы 9 июн­дә – Ғафури районында, 12-һендә − Саҡмағошта, ә инде 15 июндә Дыуан һәм Нуриман райондарында уҙасаҡ. Ут күршеләге Силәбе өлкәһе лә милли байрамдан ситтә ҡалырға йыйынмай – унда 2 июндә балалар өсөн башҡорт һабантуйы ойошторола.
Әле республикала район һабантуйҙары башланмаһа ла, мәктәптәр йәки башҡа ойошмалар күләмендә ойошторолған байрамдар гөрләй ҙә инде. Мәҫәлән, яңыраҡ Өфөлә Республика башҡорт лицей-интернаты менән берлектә “Үҫеш” фонды һабантуй ойоштор­ҙо. Унда килгән халыҡҡа уйнап-көлөргә лә, төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға ла мөмкинлек бар ине.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә