RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

14.05.2013 Өс һөйләм менән

14 – 16 майҙа Өфөлә «Гагарин көндәре» III республика балалар-үҫмерҙәр фестивале үтә. Йола буйынса, унда Рәсәй Космонав­тика федерацияһы делегацияһы ҡатнаша. Ҡунаҡтар Өфө­нөң 3-сө һәм 103-сө гимназияларына, 60-сы лицейына бара, беҙгә тәүгә Мәскәүҙән Еңеү байрағы килтерелә.

17 майҙа БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы эшһеҙҙәрҙең мәшғүллегенә ярҙам итеү, һөнәри яҡтан белем биреү мәсьәләләренә арналған «ҡыҙыу линия» ойоштора. Белгестәр 14 – 17 сәғәткә тиклем шылтыратыуҙарҙы ҡабул итәсәк. Һорауҙарҙы 8(347)282-46-19, 282-46-40 телефондары буйынса бирергә мөмкин.

Өфө халыҡ-ара аэропортында заманса метеорологик локатор урынлаштырыласаҡ. Ел-дауыл, йәшен булыуын иҫкәртеүсе ҡорамалдың хаҡы − уртаса 100 млн һум. Республикала ошоноң кеүек тағы дүрт прибор ҡуйыласаҡ.

Ауырғазы районында «Ауыр­ғазы – таҙа йылға» экологик акция­һы үтә. Сараның маҡсаты − йылғаның яр буйы зонаһын таҙартып, бәләкәй йылғаларҙы һаҡлауға иғтибарҙы йүнәлтеү. Әле сарала ҡатнашыусылар Солтанморат, Иҫ­ке Әпсәләм, Кешәнле ауылдары буйлап аҡҡан йылғаның яр буйҙарын йыйыштырып, 25 кубометр сүп-сар түккән.

Сибай ҡалаһы прокуратураһы ҡаланың үҙәк дауаханаһы эшмәкәрлегендә тупаҫ етешһеҙлектәр тапҡан. Һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялау программаһына ярашлы, медицина учреждениеһына 100 берәмек медицина ҡорамалы һатып алынған булған. Әммә улар­ҙың барыһы ла тулы ҡеүәтенә файҙаланылмаған, хатта ҡайһы берҙәре бөтөнләй ҙә ҡулланылмаған, ҡумтаһынан да алынмаған.

16 һәм 17 майҙа Яңауыл ҡалаһында Фәтих Ихсанов призына «Моңға бай гармун байрамы − 2013» исемле бәйге үтә. Ике йәш категорияһы буйынса үткәрелгән конкурста 16 йәшкә тиклемге һәм 17 йәштән олораҡ гармунсылар ике көй уйнап ишеттерергә тейеш. Гран-при яулаусыға 30 мең һум аҡса тапшырыласаҡ.

Нефтекама ҡалаһынан полицияның пост хеҙмәтенең өлкән сержанты Ленар Ғәлләмов «За пра­вопорядок» лотереяһында 7 млн һум аҡса отҡан. Беҙҙең республикала был лотереяның беренсе тиражы 80 мең данала һатыл­ған. Отош аҡсаһы түләнә башлаған да инде.

Быйыл тәүге өс айҙа баш ҡалала йәмәғәт транспортын 62,7 мең кеше файҙаланған. 52 млн кеше автобустарҙа йөрөүҙе хуп күргән. Үткән йыл менән сағыштырғанда, күптәрҙең шәхси автомобиль алыуы сәбәпле, пассажирҙар һаны 10,8 процентҡа кәмегән.

Башҡортостандың ҡала-район­дарында йәшерен казиноларҙы асыҡлау буйынса рейдтар үтә. Йыл башынан 8 мең уйын автоматы тартып алынған, 500 законһыҙ клуб эшмәкәрлегенә сик ҡуйылған. 150 осраҡта ҡомарлы уйын бизнесын алып барыусылар суд алдында яуап бирәсәк.

З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә