RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Иң хөрмәтле байрам

10.05.2013 Иң хөрмәтле байрам

Иң хөрмәтле байрамЕңеү байрамы алдынан Өфөнөң Конгресс-холында иҫтәлекле датаға арналған тантаналы сара үтте. Бында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандарын байрам менән ҡотланы.
Президент Ленинград янында, Курск дуғаһында, Днепрҙа, Украинала, Белоруссияла, Балтик буйында, Европа илдәрен азат иткәндәге яуҙарҙа беҙҙең яҡташтар күрһәткән үлемһеҙ батырлыҡтарҙы хәтергә төшөрҙө. Беҙҙең республиканан унар меңләгән һалдат һәм офицер орден һәм миҙалдар менән наградланған.
– Еңеү көнөн билдәләгәндә һуғышта ҡатнашыусыларҙың ҡаһарманлығын иҫкә алабыҙ, – тине республика Президенты. – Быйыл Рәсәй Сталинград һуғышының 70 йыллығын билдәләй. Ул яуҙа Башҡортостанда булдырылған бер нисә берләшмә һәм часть һуғышҡан. Сталинград янында күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн уҡсылар һәм кавалерия дивизиялары составындағы алты меңдән ашыу яугир һәм командир ордендар һәм миҙалдар менән бүләкләнгән.
Беҙҙең ветерандар уңайлы шарттарҙа йәшәһен өсөн бары­һын да эшләргә тейешбеҙ. Һуңғы өс йыл эсендә ете меңдән ашыу ветеран, шулай уҡ ветерандарҙың тол ҡатындары торлаҡ шарт­тарын яҡшыртты. Быйыл йәнә 1300 кеше торлаҡ менән тәьмин ителәсәк.
Республика етәксеһе билдәләүенсә, ветерандарға сифатлы медицина ярҙамы күрһәтелергә тейеш. Яҡын арала Республика һуғыш ветерандары клиник госпиталенең яңы дауалау корпусын төҙөү күҙаллана.
Төбәк башлығы һүҙҙәренсә, Еңеү яулаған кешеләрҙең проблемалары һәр ваҡыт һөҙөмтәле һәм ваҡытында хәл ител­һен өсөн, республика етәкселеге артабан да тырышып эшләйәсәк.
Йылдан-йыл ветерандар сафы һирәгәйә. Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған 280 яҡташыбыҙ араһынан һуңғылары – Александр Степанович Пикунов һәм Тажетдин Баһауетдин улы Ғиләжетдинов былтыр вафат булған.
Фронтҡа ебәрелгән 700 мең яҡташыбыҙҙың 322 меңдән ашыуы һуғыштан әйләнеп ҡайтмаған. Бөгөн Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан 6 274 кеше, 58 меңгә яҡын тыл хеҙмәтсәне, һуғышта ҡатнашыусыларҙың 27 меңдән ашыу тол ҡатыны йәшәй. Иҫән ветерандар араһында – 37 Социалистик Хеҙмәт Геройы һәм Хеҙмәт Даны орденының 9 тулы кавалеры.
Һуғыш йылдарының бер хәтере булып әле шундай девиз таралған – бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай. Мөмкинме һуң илде дошмандан һаҡлап ҡорбан булғандарҙы онотоу? Бала саҡтары һуғыш йылдарына тура килгән быуындың кисергәндәре онотолормо ни? Әллә яугир-ветерандар Еңеү байрамында ғына иғтибар уртаһында буламы?
Килер бер көн: 41 – 45-тең һуңғы ветераны донъя менән хушлашыр, әммә тантаналар, хәтер саралары бөгөнгөләй булып торһон ине. Өлкән быуын өсөн иң ҡәҙерле, йәш быуынға иң хөрмәтле байрам ул 9 Май байрамы.
А. ЗИННУРОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә