RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

07.05.2013 Өс һөйләм менән

Өфө ресторандарының береһендә ашнаҡсы булып эшләгән Кирилл Гусев «Рәсәй – ваҡыт буйлап сәйәхәт» акцияһында еңеүсе булды, уға төп приз – «Лада-гранта» автомобиле тапшырылды. Башҡа ҡатнашыусыларҙы күпкә артта ҡалдырып, ул 4181 дөрөҫ смс-хәбәр ебәргән. «Рәсәй – ваҡыт буйлап сәйәхәт» акцияһы «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының, «Ижтимағи электрон гәзит»тең һәм «Республика Башкортостан» гәзитенең мәғлүмәти ярҙамы менән 25 мартта старт алғайны.

1 майҙа Йылайыр районының Юлдыбай ауылында 2013 йылдың яҙғы-йәйге туристик миҙгелен асыу тантанаһы үтте. Сарала Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һыу туризмы менән мауығыусылар ҡатнашты. Туристарға экологик яҡтан таҙа продукттар, шулай уҡ төрлө милли ризыҡтар тәҡдим ителде.

8 майҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 68 йыл тулыу айҡанлы «Йөрәктәрҙә – Еңеү яҙы» исемле концерт үтә. Тантаналы сарала театр артистары, сәхнә «йондоҙҙар»ы ҡатнашасаҡ, һуғыш тураһында йырҙар һәм шиғырҙар яңғыраясаҡ. Шулай уҡ артистар театр репертуарынан тематик өҙөктәр күрһәтәсәк.


Башҡортостанда 2013 йылдың беренсе кварталында 330,2 мең тонна һөт етештерелгән. Шулар­ҙың 120,9 мең тоннаһы – ауыл хужалығы предприятиеларына (2012 йылға ҡарата 96,3 процент), 186,7 мең тоннаһы шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға тура килә. Респуб­ликабыҙҙа етештерелгән һөт өлөшө Рәсәй Федерацияһында – 5,3 процент, Волга буйы федераль округында 16,4 процент тәшкил итә.

13 − 17 майҙа Республика табип-физкультура диспансерында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өсөн «Асыҡ ишектәр көнө» ойоштороласаҡ. Дауалау учреждениеһы белгестәре йәрәхәттәр алған, быуындары, умыртҡалары яфалаған яугирҙарҙы 9 сәғәттән 16 сәғәткә тиклем ҡабул итәсәк. Ошонда уҡ Һаулыҡ үҙәгендә тикшереү ҙә үтергә мөмкин.

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында яңы уҡыу йылынан физик культура (тренер специальносы), документтар менән эшләү һәм архив, лингвистика (тәржемә һәм тәржемәне өйрәнеү), социаль эш һөнәрҙәре буйынса студенттар ҡабул ителәсәк. Шулай уҡ был вуз, Рәсәйҙә икенселәрҙән булып, «Педагогика һәм девиантлыҡ торошо психологияһы» буйынса педагогтар әҙерләй башлаясаҡ. Барлыҡ йүнәлештәргә лә бюджет урындары бүленгән.

Башгидрометүҙәк республика буйлап ел-дауыл үтәсәге тураһында иҫкәртә. елдең тиҙлеге секундына 21 – 26 метрға тиклем көсәйеүе көтөлә. Бофор шкалаһы буйынса дауыл ағастарҙы йығыр­ға, электр бағаналарын ҡолатырға, ҡыйыҡ баштарын емерергә һәләтле.

З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә