RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Беҙгә лә еңел булманы

09.05.2010 Беҙгә лә еңел булманы

Беҙгә лә еңел булманыЕңеүҙең 65 йыллығына ҡарата яҡшы хәбәрҙәр ишетеп торабыҙ. Һуғыштан ҡайтҡандарға бәхет йондоҙо асыла. Уларға машина өҫтөнә машина, өй өҫтөнә өй бирелә. Беҙҙең кеүек «һуғыш ҡалдыҡтары»на бер ни юҡ.
Атай-ағайҙарыбыҙ тыуған ер өсөн, беҙ рәхәт йәшәһен өсөн һуғышып, баштарын һалды. Ғүмеребеҙҙә бер мәртәбә лә «атай», «ағай» тип әйтә алмайынса, 70-те лә тултырмайынса үлеп китәбеҙ. Шул ғәҙелме?
Атайыбыҙҙың һуңғы хатын беҙ һаман да һаҡлайбыҙ. «Һуғышҡа инәбеҙ, теләктәр теләгеҙ», – тигән ул.
Беҙ биш бала ҡалдыҡ. Кинйәбеҙ ете айлыҡ ҡына, бишектә ине. Барыбыҙ ҙа кеше булдыҡ. 1925 йылғы ағайым командир булған, 18 йәше лә тулмайынса һәләк булған. Әсәйебеҙ үлгәнсе ошо улын көтөп иланы.
Беҙгә лә бында еңел булманы. Бәләкәй генә көйө эшләргә тырыштыҡ, утаныҡ, бесәнгә йөрөнөк. Ас-яланғаслыҡтан үлгән өсәр кешене бер ҡәбергә ҡуйҙылар. Етем үҫтегеҙ бит, тип, беҙҙең баштан бер кем һыйпамай. Беҙ ҙә хәҙер күп ҡалманыҡ – йыл һайын кәмеп торабыҙ, һуғыш ветерандары кеүек. Шул етем үҫкән балаларға ла бер йылы һүҙ әйтһәләрсе...
9 Май байрамында йыл да клуб эргәһенә барып, ветерандарҙы хөрмәтләгәндәрен ҡарап торабыҙ. Беҙҙең, һуғышта һәләк булғандарҙың балаларының, ике күҙенән – йәш, ә йөрәктәренән ҡан тамғанын бер кем белмәй ҙә, ишетмәй ҙә...

Миңнура МӨХӘМӘТДИНОВА.
Салауат районы,
Нәсебаш ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә