RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Донъя яңылыҡтары

02.04.2013 Донъя яңылыҡтары

Визаға ҡытлыҡ булмаясаҡ
Хорватия быйыл 1 июлдә рәсми рәүештә Евросоюзға инә.
Регламентҡа ярашлы, апрелдән Евросоюзға визаһыҙ инә алмаған илдәргә ҡарата Хорватияла виза режимы эшләй башлаясаҡ. Был ил әлегә Шенген түгел, ә Бол­гариялағы кеүек милли визалар тапшыра.
Хорваттар, виза режимы йылдан-йыл үҫешкән Рәсәй туристары ағымына кәртә булмаясаҡ, тип иҫәпләй. Бының өсөн Хорватия консуллығы яңы офисҡа күсәсәк һәм хеҙмәткәрҙәр һанын арттырасаҡ. Рәсәйҙәргә виза биш көндә әҙерләнәсәк, ябай виза – 35 евро, ә ашығыс рәүештә эшләнгәне 69 евро торасаҡ. Тиҙ арала Хорватия виза үҙәктәре аша документтар ҡабул итә башлаясаҡ.

Хеҙмәт Геройы исеме тергеҙеләсәк

Яҡшы башланғыс, ҡайһы берҙә ғәҙелһеҙлек нигеҙендә онотолоп торһа ла, йыш ҡына кире тергеҙелеүсән.
Моғайын да, ошо иҫәпкә “Хеҙмәт Геройы” тигән абруйлы баһаны ла индерергә булалыр.
Үткән йомала Рәсәй Президенты Владимир Путин Дондағы Ростовта ойошторолған “Халыҡ фронты” конференцияһында ҡатнашҡайны. Бында тап әлеге лайыҡлы баһа тураһында һүҙ күтәрелде.
Президент билдәләүенсә, Со­веттар Союзы осоронда ғәмәлдә булған әлеге исем үҙен аҡлаған, шуға уны тергеҙеү урынлы.
Әйткәндәй, юғары баһаны тергеҙеү башланғысын былтыр августа Президенттың Урал федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Холманских күтәреп сыҡҡайны. Һуңынан йәмәғәт фекерен өйрәнеүсе үҙәк тә, һорашыуҙар уҙғарып, Рәсәй халҡының 67 проценты әлеге исемде ҡайтарыуға риза икәнен асыҡлаған. Декабрҙә иһә Владимир Путин, был эштәрҙе хуплап, хеҙмәт кешеһенә иғтибар биреүҙең мөһимлеген билдәләне.
“Хеҙмәт Геройы” исеме СССР-ҙа 1927 йылда барлыҡҡа килә. һуңғараҡ уны “Социалистик Хеҙмәт Геройы” тип үҙгәртәләр.

Һөттән … араҡы

Британия фермеры һөттән араҡы яһарға өйрәнгән, был продукция урындағы халыҡ араһында бик популяр.
250 баш һыйыр аҫраған 47 йәшлек Джейсон Барберға был идея Себерҙәге Тыва Республикаһы хаҡында документаль фильм ҡарағандан һуң килә. Тыва халҡы төрлө эсемлектәрҙән араҡы яһай белә, мәҫәлән, яктың һөтөнән дә спиртлы эсемлек “ҡыуалар”.

Хуш, Бумбараш!

Ауыр сирҙән һуң РСФСР-ҙың халыҡ артисы, Мәскәүҙең Таганка­лағы театры етәксеһе Валерий Золо­тухин вафат булды.
Ул 1941 йылдың 21 июнендә донъяға килә, актерлыҡҡа уҡып сыҡҡас, бер аҙ Моссовет исемендәге те­атр­ҙа эшләй һәм Таганкалағы театр­ға күсә. Ул 90-дан ашыу фильм­да һәм сериалдарҙа уйнаған.
Валерий Золотухин Владимир Высоцкийҙың яҡын дуҫы була. Актер Алтай өлкәһендә, тыуған ауылында ерләнәсәк.

Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә