RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Рауил табылды!

26.03.2013 Рауил табылды!

Рауил табылды!
Этте ҡотҡарам тип, үҙе бәләгә тарыған
Дауаханала ятыусы Рауил ҡотләхмәтовтың хәлен БР Прези­денты Рөстәм Хәмитов белеште. “Изге эш атҡарҙың – этте ҡотҡар­ғанһың. Хәҙер һине бөтәһе лә белә, герой булдың. Ҙур үҫкәс, ҡотҡарыусы булырһың әле”, − тине Рөстәм Зәки улы. Рауил спорт менән шөғөлләнергә яратыуын, хатта турникта ун бер тапҡыр күтәрелеүен һөйләне. Президент хушлаш­ҡанда малайға планшет компьютер бүләк итте.
18 мартта Рауил урам буйлап китеп барғанында канализация соҡорона төшкән этте күреп ҡала. Ялбарыулы шыңшыған хайуанды сығармаҡсы була, әммә үҙе шунда осоп төшә. Ярҙам һорап ҡысҡыра, әммә уны ишетеүсе булмай. 3,5 метр тәрәнлектәге соҡорҙан беренсе синыф балаһы түгел, оло кеше лә сыға алмаҫ ине. Рауил өс көн буйына ризыҡһыҙ-һыуһыҙ, һалҡында, этте ҡосаҡлаған килеш ултыра. Етмәһә, 18 – 21 мартта 15 градусҡа тиклем һалҡынайтҡайны.
Рауил ҡотләхмәтовтың әсәһе эсергә ярата. ҡатындың дүрт балаһында бер эше юҡ, көндәр буйы кәйеф-сафа ҡора. Ул улының юҡлығын өсөнсө көнгә генә аңлап ҡала һәм полицияға хәбәр итә. Бала юғалыуы тураһындағы хәбәр йәшен тиҙлегендә тирә-яҡҡа тарала. Петр Осипов исемле ҡар таҙартыусы малайҙы канализация соҡоронда таба һәм үҙенең бригадаһын саҡырып, баланы һәм этте сығара. Рауилдың аяҡ-ҡулы туңған, әлеге мәлдә ул республика клиник балалар дауаханаһында, хәле яҡшыра.
Полицияның бәлиғ булмағандар менән эшләү бүлеге инспекторҙары әйтеүенсә, ғаилә күптән иҫәптә тора. Был хәлдән һуң әсә кеше әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителәсәк. Әлеге мәлдә Рауилдың туғандары Михайловка приютына урынлаштырыл­ған.

Г. БИКМӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә