RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Был аҙнала беҙҙе...

15.03.2013 Был аҙнала беҙҙе...

Уйландырҙы...
Был аҙнала беҙҙе...
Рәсәйҙәге хеҙмәт мигранттары рус телендә 850 һүҙҙе үҙләштерергә, текстарҙы уҡый алырға, уларҙың темаһын һәм йөкмәткеһен билдәләй белергә, шулай уҡ социаль-көнкүреш диалогтарының мәғәнәһен аңлай алырға тейеш буласаҡ.
РФ Мәғариф һәм фән министрлығы белгестәре тарафынан әҙерләнгән яңы закон проектында мигранттарға ҡарата ошондай талаптар ҡуйылған. Бынан тыш, гастарбайтерҙар фе­кер­ҙәрен рус телендә бәйләнешле итеп әйтә белергә бурыслы. Министрлыҡ нормалары буйынса, сит ил кешеһенә рус теленең нигеҙ өлөшөн белеү өсөн 1300 һүҙ етә. Ошо уға әйбер һатып алыу, йәмәғәт транспорты менән файҙаланыу кеүек иң ябай коммуникатив ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерергә ярҙам итә.

Өмөтләндерҙе...
Испания ғалимдары Альцгеймер ауырыуы үҫешен тотҡарлаусы вакцина уйлап тапҡан.
Әлеге көндә донъяла 36 млн кеше Альцгеймер ауырыуы менән интегә. Ғалимдар иһә 2030 йылға был һандың – 66 миллионға, ә 2050 йылға 115 миллионға етеүен күҙаллай. Шуға күрә лә бөтә донъя ғалимдары кешеләрҙе был сирҙән һауыҡтырыу әмәлен эҙләй. Испанияла уйлап табылған вакцина иһә нервы туҡымаларындағы нейрондарға организмдың иммунитетына бер күҙәнәктән икенсе күҙәнәккә импульстар тапшырырға ҡамасаулаусы амилоид ҡатламдары менән көрәшергә ярҙам итәсәк. Улар фекеренсә, ЕВ – 101 вакцинаһын ҡулланыу ауырыуҙың хәлен яҡшыртып, ғүмерен ике тапҡырға оҙайтыу мөмкинлеге бирә.

Хәүефләндерҙе...
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы иң ныҡ эскән илдәрҙең исемлеген атаған.
Уны билдәләгәндә 2006 – 2010 йылдарҙағы статистика иҫәпкә алынған. Шулай итеп, был исемлек буйынса өсөнсө урында Эстония килә. Ә иң ҡурҡыныс хәл – Молдавия менән Люксембургта. Эстонияла йылына йән башына 15 литр таҙа этанол ҡулланалар. Рәсәй иһә исемлектең урта тирәһендә. Беҙҙә йылына йән башына яҡынса 10 литрҙан ашыуыраҡ иҫерткес эсемлек тура килә. Иң айыҡ илдәр – Та­жикстан менән Төркиә. Норвегия, Швеция, Исландия ла исемлектең аҙағында тора.

һөйөндөрҙө...
Легендар «Ласковый май» төркөмөнөң элекке солисы Юрий Ша­тунов икенсегә атай булған.
Уның ҡа­тыны Свет­лана Германияның Бад-Хомбург ҡалаһында ҡыҙ тапҡан. Са­бый­ҙың буйы – 54 см, ауырлығы 4200 г. ҡыҙға ата-әсәһе Эстелла тип исем ҡушырға булған. Белеүебеҙ­сә, Юра­ның Денис исемле улы бар.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә