RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » РФ Президенты Владимир Путин: “Күп балалы ғаилә ҡабаттан Рәсәй символына әүерелергә тейеш”

08.03.2013 РФ Президенты Владимир Путин: “Күп балалы ғаилә ҡабаттан Рәсәй символына әүерелергә тейеш”

РФ Президенты Владимир Путин:  “Күп балалы ғаилә ҡабаттан Рәсәй символына әүерелергә тейеш”
Хәтерегеҙҙәлер, былтыр майҙа Вла­димир Путин, Рәсәй Президенты вазифаһында яңынан әйләнеп ҡайтҡас, байтаҡ Указға ҡул ҡуйғайны. Улар араһында “Рәсәй Федерацияһында демография сәйәсәтен бойомға ашырыу буйынса саралар тураһында” тигәне лә бар ине.
Рәсәйҙә демографияға ысынлап тотонмаҡсы булдылар, буғай. Ил етәкселеге лә был темаға торған һайын йышыраҡ иғтибар итә һәм күп бурыс билдәләнә.
Ошо көндәрҙә лә Владимир Путин демография сәйәсәтен һәм өҫтөнлөклө милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса совет ултырышы үткәрҙе.
Айырыуса күп балалы ғаиләләргә булышлыҡ итеү программаларына баҫым яһалды. Быға, әлбиттә, торлаҡ төҙөү өсөн ер участкалары бүлеү, “әсәлек капиталы” буйынса түләү инә. Хөкүмәткә тиҙ арала етем балаларҙы үҙебеҙҙең ватандаштар тарафынан уллыҡҡа алыу процедураларын ябайлаштырыу сараһын күрергә лә ҡушылды.
Бынан тыш, Президент инвалид бала тәрбиәләүсе эшләмәгән ата-әсәләргә түләүҙәр арттырылыуы хаҡында Указға ҡул ҡуйыуы хаҡында ла белдерҙе.
Һандарға туҡталғанда, бер аҙ кәйефте күтәрерлек күрһәткестәр ҙә бар, әммә демография беҙҙә киҫкен мәсьәлә булып ҡала.
“Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы белгестәренең 2000 йылда эшләнгән фаразына күҙ һалһаҡ, улар Рәсәйҙә халыҡ 133 мил­лион­ғаса ҡыҫҡарасаҡ, тигән һығымтаға килгән. Бөгөн илдә 143 миллиондан ашыу кеше йәшәй. Был, фараздарға ҡарағанда, ун миллионға артыҡ”, – тине Владимир Путин совет ултырышын башлағанда.
Әммә ошо һан ҡәнәғәтләнеп туҡталырға тигәнде аңлатмай әле. Демография хәл-торошон һәр төбәктә, өҫтөнлөклө йүнәлеш булараҡ, контролдә тоторға һәм уның яҡшырыуына булышлыҡ итеүсе саралар күреү мөһим.
Президент билдәләүенсә, һуңғы йылдар­ҙа тыуымдың әҙме-күпме үҫеүгә барыуы Рәсәй ғаиләһенең килеме артыуы тураһында ла һөйләй. Был, тимәк, киләсәктә лә граждандарҙың эш хаҡтарын арттырырға, юғары хеҙмәт хаҡы түләрлек эш урындары булдырырға кәрәк тигәнде аңлата.
Йәнә лә һандарға туҡталайыҡ. Белә­һегеҙҙер, бала тыуғас та бер тапҡыр түләнә торған пособиеның суммаһы 13 мең һумдан ашыу. Йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособие күп осраҡта ҡатындың һуңғы ике йылдағы эш хаҡының 100 процентын тиерлек тәшкил итә. Әммә был сумма 40,6 мең һумдан артырға тейеш түгел. Бынан тыш, демография хәле ҡырҡыу торған 50 төбәктә быйылдан федераль бюджеттан өсөнсө һәм унан һуң тыуған балаларға өҫтәмә пособие түләү ҡарала. Был уртаса 6 – 7 мең һум булыр. Йәнә лә 13 төбәктә урындағы бюджет иҫәбенә ошондай пособие түләнәсәк.
Владимир Путин “әсәлек капиталы”на ҡарата ла фекерен белдерҙе. Быйыл әлеге сумма 408 мең һумға еткән. Ул үҙ һөҙөмтәлелеген күрһәтә бара. Әммә 2016 йылда программаны тормошҡа ашырыу тамамлана. Рәсәй Президенты әйтеүенсә, артабан беҙ бергәләп был программаны 2016 йылдан һуң да оҙайтыу яйын табырға тейешбеҙ.
Торлаҡ мәсьәләһе – демографияға туранан-тура йоғонто яһаусы фактор. Был юҫыҡта ил етәкселеге төбәктәргә проблеманы хәл итеү юлдарын күрһәткән тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.
Бала ҡарау буйынса декрет ялында ултырыусы әсәләргә лә булышлыҡ итеү ҙә – көн талабы. Бында әсәнең бала ла ҡарар­ға, эшләргә лә теләге булыуынан сығып ҡарарға кәрәк. Йыш ҡына әүҙем әсәләр уңайлы көн тәртибе буйынса ваҡытлыса эшләүҙе хуп күрә. Был ғаилә бюджетына ярайһы өлөш индерә. Бәғзеләр юҡлыҡтан, аҡса етешмәүҙән тиҙерәк эшкә сығырға теләй.
РФ Дәүләт Думаһы беренсе уҡыуҙа мәшғүллектең дистанцион формаларын билдәләп, Хеҙмәт кодексына үҙгәрештәр индереүҙе ҡараны. Путин депутаттарға был законды мөмкин тиклем тиҙерәк ҡабул итергә ҡушты. Ғөмүмән, йәш әсәләрҙең һөнәри квалификацияһын күтәреү ҙә әһәмиәтле мәсьәләгә әүереләсәк. Был тәңгәлдә төбәктәр етерлек аҡса бүлергә бурыслы ине. Әммә ҡайһы бер субъекттар быны ғәмәлдә насар үтәгән. Хатта, Владимир Владимирович әйтеүенсә, был маҡсатҡа йылына бер кешегә ни бары 10 мең һум түләгән төбәктәр ҙә булған.
Ултырышта ҡаралған тағы бер мәсьәлә – балалар баҡсаларында урын етешмәүе. Был проблеманы хәл итеүҙә дәүләт мәктәпкәсә учреждениелар төҙөү генә түгел, ә шәхси балалар баҡсалары һанын үҫтереүгә лә булышлыҡ итәсәк. Мәҫәлән, әле Мәскәү, Һамар өлкәләре, Пермь крайы баҡсаға сиратты байтаҡҡа ҡыҫҡартһа, Курск, Орел һ.б. өлкәләрҙә хәл яҡшынан түгел.

Әйткәндәй

Кәңәшмәлә бала көткән ҡатындарҙың һаулығын һаҡлауға бәйле тема күтәрелеп, уға етди урын бирелде. Беҙ илдә әсә һәм сабый үлемен ҡыҫҡартыуға өлгәшкәнбеҙ. Был бигерәк тә перинаталь үҙәктәр, яңы бала табыу йорттары төҙөлгән төбәктәрҙә асыҡ күренә. Тимәк, һығымта яһарға мөмкин.
Барығыҙға ла билдәле – күп ерҙә оптималләштереү һылтауы менән фельдшер-акушерлыҡ пункттары ябылған. Ә, Пре­зидент белдереүенсә, һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялаған осорҙа бының киреһе, йәғни медицина ярҙамы селтәре киңәйергә тейеш ине. Артабан граждандар­ға уңайлы булған ҡарарҙар ҡабул ителһен өсөн тырышырға кәрәк. Был юҫыҡта ил Хөкү­мәтенә ҡала халҡын ғына түгел, ауыл хал­ҡын да кәрәкле медицина хеҙмәтләндереүе менән тәьмин итеүҙең критерийҙарын билдәләргә ҡушылды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә