RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Иғтибар үҙәгендә – Салауат ҡалаһы

08.03.2013 Иғтибар үҙәгендә – Салауат ҡалаһы

Аҙна башында БР Президенты Рөстәм Хәмитов Салауат ҡалаһында булды һәм ҡаланың бер нисә предприятиеһын, социаль объектын ҡараны, ҡала советы депутаттары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, етәкселек менән осрашты.
Президент «Салауатбыяла» асыҡ акционер­ҙар йәмғиәтендә, «Газпром нефтехим Салауат» заводында туҡталды, бәләкәй һәм урта бизнес үҫеше менән ҡыҙыҡһынды. «Автомаркет» үҙәгендә, мәҫәлән, Рөстәм Хәмитовты ҡалала эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итеү үҙәген булдырыу проекты менән таныштырҙылар. Проекттың төп маҡсаты – эшҡыуарҙарға һәр яҡлап ярҙам итеү.
Республика Президенты 18-се балалар баҡсаһының реконструкциянан һуң асылған яңы корпусына ла барҙы. Ул мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн тәғәйенләнгән. 1990 йылда учреждение ябылған, ә корпусы офисҡа әйләнгән. Хәҙер иһә мәктәпкәсә белем биреү системаһына кире ҡайтарылған. Бында 120 бала тәрбиәләнә.
«Алмас» физкультура-һауыҡтырыу комплексында капиталь реконструкция башҡарылған. Рөстәм Хәмитов айырыуса спорт һәм тренажер залдары, бассейн торошона баһа бирҙе. Әйткәндәй, бассейн Башҡортостан Президенты инициативаһы буйынса тергеҙелгән. Был маҡсатҡа республика бюджетынан 93,6 миллион һум аҡса бүленгән.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә