RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

12.03.2013 Өс һөйләм менән

Республика урамдарын, шул иҫәптән баш ҡаланыҡын да көрт баҫты. Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡар күп яуыу сәбәпле, әле урамдарҙа техника көсөргәнешле режимда эшләй. Улар иң тәүҙә социаль объекттар – дауаханалар, мәктәптәр, балалар баҡсалары тирәһен ҡарҙан таҙарта.

Баҡтиһәң, илдең иң оптимист кешеләре Өфө, ҡазан һәм Ижевск ҡалаларында йәшәй икән. Быны “Росгосстрах” компанияһының стратегик тикшеренеүҙәр үҙәге бөтә ил халҡы ҡатнашлығында социаль тикшереүҙәр ойоштороп асыҡлаған. Дөйөмләштереп алғанда, ил халҡының 61 проценты киләсәккә ҙур өмөттәр бағлап йәшәй, ә бына Волгоград, Воронеж, Липецк ҡалаларында песси­мизм­ға бирелеүселәр бик күп.

15 – 16 мартта Башҡортос­тандың бөтә һалым инспекциялары ла граждандар өсөн “Асыҡ ишектәр көнө” ойоштора. Унда ҡатнашыусылар Рәсәйҙең һа­лым­ға ҡағылышлы закондарын ентекләберәк өйрәнеү, декларациялар тултырыу, ошо темаға ҡағылышлы лекциялар тыңлау мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Шулай уҡ консультанттар килгән һәр кемгә һалым түләгән ваҡытта документтарҙы дөрөҫ тултырыр­ға өйрәтәсәк.

21 – 22 мартта Өфөлә “Банкылар. Процестар. Стан­дарт­тар. Сифат” тип аталған фәнни-ғәмәли конференция үтәсәк. Был сара беҙҙә туғыҙынсы тапҡыр ойошторола һәм Баш­ҡор­тос­тандың Милли банкыһында буласаҡ. Конфе­ренцияла пленар ултырыштар ҙа буласаҡ.

Башҡортостан вәкилдәре эш сәфәре менән Иран Республи­каһына барҙы. Сәфәр барышында ике республика араһында фәнни-мәҙәни хеҙмәттәшлек буйынса килешеү төҙөлгән. Беҙгә Ирандан дин буйынса дәрес биреү өсөн уҡытыусылар киләсәк.

Балтас районында “Тыуған яҡ моңдары – 2013” тип аталған башҡорт, татар халыҡ һәм эстрада йырҙарын башҡарыу­сылар­ҙың конкурсы үтте. Бәй­гегә тәҡдим ителгән бөтә эстрада йырҙарының да музыкаһын һәүәҫкәр артистар яҙған. Ижади ярышҡа райондың төрлө ауылдарынан 218 ҡатнашыусы килгән, улар араһында айырым йырлаусылар ҙа, ансамблдәр ҙә бар.

28 мартта “Янғын хәүефһеҙлеге буйынса иң шәп белгес – 2013” республика конкурсы уҙасаҡ. ҡыҙыҡлы бәйге алтынсы тапҡыр ойошторола. Унда ҡатнашыусылар ике номинация буйынса көс һынашасаҡ, сәнә­ғәт предприятиелары һәм социаль тармаҡта эшләүсе янғын һүндереүселәр айырым ярышасаҡ.

Л. СИРАЕВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә