RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Донъя яңылыҡтары

12.03.2013 Донъя яңылыҡтары

Уго Чавесты кем алмаштырыр?
Миранд штаты губернаторы Энрике Каприелис Венесуэла президенты вазифаһына үҙ кандидатураһын күрһәтергә ризалыҡ биргән.
Президент һайлауҙары 14 апрелгә тәғәйенләнгән. Кап­риелис 2012 йылда ла Президент һайлауҙарында ҡатнашҡан була, әммә ул ваҡытта Уго Чавесҡа юл бирә.

Ысын әкиәт геройҙары кеүек

Стокгольмда 97 йәшлек принцесса Лилиан Бертиль вафат булған.
Уның принц Бертиль Шведский менән күп йыл­лыҡ романы бөтә донъяға танылыу ала. Лилиан Девис 1915 йылда ябай ғаиләлә донъяға килә. Принц Бертиль менән улар Лондонда Икенсе донъя һуғышы ваҡытында таныша. Улар, принц батша тәхетенә хоҡуғын юғалтыуҙан ҡурҡып, йылдар буйы мөхәббәттәрен сер итеп һаҡлай. Үҙҙәренең никахын 1976 йылда, 33 йылдан һуң ғына теркәй алалар.

Март бураны ҡотора. Үҙ башына булһа ине…

Байрам көндәрендә Новоси­бирск, Томск өлкәләрендә һәм Кузбасс, Красноярск, Алтай край­ҙарында ҡоторған буран һигеҙ кешенең ғүмерен өҙгән.
8-нән 9-на ҡараған төндә Куйбышев ҡалаһы урамында ВАЗ-2106 автомобилендә дүрт кешенең үле кәүҙәһе табылған. Һуңынан асыҡланыуынса, улар һөрөм газы менән ағыуланған. Алтай крайында ҡар бураны арҡаһында өс кеше машина эсендә йоҡларға мәжбүр була. ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, улар ҙа, автомобилдең газы менән ағыуланып, һәләк була. Тағы бер кеше 10 март­ҡа ҡараған төндә Новоси­бирск өлкәһендә туңып үлә. Ул Чебула станцияһынан Болотнинск райо­нының Светлая Поляна ауылына ҡарай юлға сыҡҡан була, әммә өйөнә ҡайтып етә алмай, аҙашып, туңып үлә. Синоптиктар күҙаллауынса буйынса, Кузбаста бурандар тағы буласаҡ әле.

Йәнә телефондың зыяны хаҡында

Тель-Авив университеты ға­лимдары үткәргән тикшере­неүҙәр­ҙән асыҡланыуынса, кеҫә телефондарынан килгән электромагнит нурҙар ҡалҡан биҙенең яман шеше ауырыуына килтереүе бар.
Билдәле булыуынса, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы белгестәре 2011 йылда уҡ кеҫә телефондарының һаулыҡҡа зыяны тура­һында белдергәйне. Атап әйткәндә, телефондан килгән нурҙар баш мейеһендә яман шеш барлыҡҡа килеү хәүефен көсәйтә. Израиль ғалимдарының һуңғы тикшеренеүҙәре кеҫә телефондарының икенсе яман шеш ауырыуы – ҡалҡан биҙе шеше ме­нән бәйләнешен асыҡлаған. Улар фекеренсә, электромагнит тул­ҡындар күҙәнәктәрҙең тиҙерәк бүленеүенә килтерә.
С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә