RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Электрон белем биреү тәжрибәһе өйрәнелә

05.03.2013 Электрон белем биреү тәжрибәһе өйрәнелә

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Көньяҡ Кореяның Мәғариф буйынса генераль секретары Хван Дэ-Джун менән электрон белем биреүҙе үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе. Корея вәкиле Өфөгә “Смарт-төбәк: электрон белем биреү мөмкинлектәре” тигән халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияға килгәйне.
Беҙҙә электрон белем формаһы яңы танылып килә тиерлек. Президент әйтеүенсә лә, ҡайһы бер һөҙөмтәләр бар, әммә улар дөйөмләштерелмәгән. Шуға күрә әлеге этапта электрон белем биреүҙең маҡсаттарын һәм бурыстарын формалаштырыу һәм был өлкәне системалы үҫтереү талап ителә.
Көньяҡ Кореяның Мәғариф буйынса генераль секретары ҡайһы бер күҙәтеүҙәре менән уртаҡлашты. Хван Дэ-Джун уҡыу­сыларҙың электрон уҡытыу мөмкинлектәрен тулы кимәлдә фай­ҙаланмауына үкенес белдерҙе. Рәсми ҡунаҡ фекеренсә, электрон белем биреү системаһын индереп, “аҡыллы” йәмғиәт төҙөгән ваҡытта мәктәптәр, юғары уҡыу йорттары һәм сәнәғәт предприятиелары араһында бәйләнеш булдырыу мөһим. Тәү сиратта мәктәп директорҙарын да уҡытыу зарурлығы бар.
Бынан тыш, электрон белем биреүҙе киң йәйелдергән хәлдә, граждандар өсөн белем алыуҙа кәртә булмаясаҡ. Сифатлы белем алыу мөмкинлегенә ҡалала йәшәүселәр ҙә, ауыл халҡы ла эйә буласаҡ.
Электрон университет эшмәкәрлегенең бөтә механизмдарын көйләү өсөн Хван Дэ-Джун пилот проекты булдырып, һөҙөмтәләргә даими күҙәтеү ойошторорға тәҡдим итте. Был тәңгәлдә экспериментта ҡатнашасаҡ мәктәптәрҙе һәм юғары уҡыу йорттарын ентекле һайлап алырға кәрәк. Ә артабан улар­ҙың тәжрибәһен файҙаланыу мөһим.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә