RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

20.02.2013 Өс һөйләм менән

Башҡортостанда минималь аҙыҡ-түлек тупланмаһы ғинуарҙа 1,3 процентҡа ҡиммәтләнгән. Уның күләме хеҙмәт йәшендәге ир-егет өсөн иң кәм аҙыҡ-түлек тупланмаһы нигеҙендә билдәләнә. Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең БР буйынса территориаль органы хәбәр итеүенсә, ғинуар айы йомғаҡтары буйынса минималь аҙыҡ-түлек тупланмаһы бер айға 2433,7 һум тәшкил иткән.

Башҡортостан ведомство-ара электрон бәйләнеш системаһын ғәмәлләштереү буйынса Рәсәйҙә икенсе урында тора. Бындай система дәүләт, муниципаль хеҙмәт күрһәтеүҙе электрон юлға күсереү маҡсатында бойомға ашырыла. БР Мәғлүмәт технология­ла­ры буйынса агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортос­танға популяр мәғлүмәт буйынса һорауҙарҙың 10 проценты тура килә, ил буйынса барлыҡ һорау­ҙарҙың яртыһын эшкәрткән Мәскәү рейтингыла беренсе урынды биләй, өсөнсө урында – Бүрәт Республикаһы һәм Красноярск крайы (9%), дүртенсе урында Санкт-Петербург (7%) килә.

БР Ауыл хужалығы министрлығы белдереүенсә, сусҡасылыҡ баҙарында хәл киҫкенләшә – етештереүсенән алынған сусҡа итенең 1 килограмының хаҡы 95 һумдан 62 – 70 һумға төшкән. Бының сәбәбе − Аргентина, Бразилия һәм Германиянан килтерелгән оҙаҡ һаҡланған, шунлыҡтан осһоҙ блоклы сусҡа ите урындағы етештереүселәрҙең продукцияһын ҡыҫырыҡлап сы­ғара. Импортҡа ставканың кә­меүе ҡулланыусыларҙың арзан, сифатһыҙ сит ил продукцияһын күпләп һатып алыуына һәм республиканың сусҡасылыҡ тармағын юҡҡа сығарыуға килтерә.

Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы мәғлүмәттәре буйынса, халыҡҡа күрһәтелгән түләүле хеҙмәттәр күләме ғинуар­ҙа 1,5 процентҡа артҡан. Түләүле хеҙмәттәрҙең ҙур өлөшө – 27,5 проценты (3,9 миллиард һумға яҡын) коммуналь хеҙмәттәргә тура килә. Икенсе урында – транспорт хеҙмәттәре (16,5%), өсөнсөлә – элемтә хеҙмәттәре (12,3%), дүртенселә – торлаҡ хеҙмәттәре (10,9%), бишенсе урында – барлыҡ көнкүреш хеҙмәттәре комплексы (9,5%).

Өфөлә «Мәрхәмәтлек акцияһы» хәйриә рейды үткәрелде, сараны Республика комплекслы үҙәге ойошторҙо. Йә­шәргә урыны булмаған кешеләр күпләп йыйылған урындарҙы асыҡлау, мохтаждарҙы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү, улар­ҙың шәхесен раҫлаусы документтарын тергеҙеү һәм тейешле социаль учреждениеларға урынлашыу өсөн юридик, медицина, социаль, психологик, хо­ҡуҡи һәм мәғлүмәти ярҙам күрһәтеү сараның төп маҡсаты булып тора. Акция барышында мохтаждар аҙыҡ-түлек тупланмаһы һәм өҫкө кейем менән тәьмин ителә.

Стәрлетамаҡ районында эре фирма етәкселеге эшселәренә хеҙмәт хаҡы түләү урынына һабантуй уҙғарған. Ойошманың 72 эшсегә 1 миллион һум самаһы бурысы йыйылған булған, тик иҫәптәге 92 миллион һум аҡса кредиттарҙы түләүгә һәм Яҙ һәм хеҙмәт байрамын ойоштороуға тотонолған. Был хәл буйынса енәйәт эше асылған.


Л. ХӘЛИТОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә