RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һөнәри йүнәлеш биреүҙә предприятиелар менән бәйләнеш

20.02.2013 Һөнәри йүнәлеш биреүҙә предприятиелар менән бәйләнеш

Республика Хөкүмәтендә үткән «түңәрәк өҫтәл» Башҡортостан Республикаһында йәш граждан­дар­ға һөнәри йүнәлеш биреү системаһын үҫтереү мәсьәләһенә арналды. Һөйләшеүҙә ҡатнашыусылар билдәләүенсә, хеҙмәт баҙарында һорауҙар менән тәҡдимдәр тура килмәй. Уҡыу йорттарын тамамлаусылар һөнәре буйынса эш таба алмай, шул уҡ ваҡытта предприятиеларға квалификациялы кадрҙар етешмәй.
– Эшкә яраҡлы халыҡтың 40 процентын йәштәр тәшкил итә, беҙҙең төп көс тап ошо категорияға йүнәлтелгән булырға тейеш, – тип билдәләне БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова.
БР хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау минис­тры Ленара Иванова әйтеүенсә, республикала был йүнәлештә эш алып барыла, әммә системалылыҡ етешмәй. Айырым мәктәптәр, эш биреүселәр, профессиональ белем биреү учреждениелары, мәшғүллек үҙәктәре генә үткәргән һөнәри йүнәлеш биреү саралары хәлде үҙгәртмәй.
Белем биреү учреждениелары белгестәр әҙерләү йүнәлешен хеҙмәт баҙарындағы ихтыяжға ҡарап һайлай. Ул иһә ғәҙәттә йәмғиәттең матди файҙа һәм һөнәрҙең абруйы хаҡындағы фекеренән сығып билдәләнә. Шул уҡ ваҡытта халыҡҡа бер кем тарафынан да был һөнәр белгестәренең талап ителеү-ителмәүе һәм эш хаҡы тураһында дөрөҫ мәғлүмәт бирелмәй. Ленара Иванова әйтеүенсә, мәғариф системаһы менән хеҙмәт баҙарына Иҡтисади үҫеш министрлығы йүнәлеш бирергә тейеш.
– Республика пландары тураһында белгән хәлдә, мәҫәлән, алдағы ике-өс йылда хеҙмәт баҙарында төҙөлөш һөнәрҙәре, артабан ҡунаҡхана бизнесы белгестәре талап ителәсәген күҙал­лар­ға мөмкин. Был мәғлүмәтте Иҡтисади үҫеш министрлығы күҙалларға, ә мәшғүллек хеҙмәте абитуриенттарға еткерергә тейеш.
Ленара Ива­нова миҫал итеп күптән инде кадр­ҙар әҙерләү эше яйға һалынған Ауыл хужалығы министрлығын килтерҙе.
Мәғариф министры урынбаҫары Владимир Аристархов иһә мәсьәләнең тамырын эшҡыуарлыҡтың мәктәптәрҙән һәм профессиональ белем биреү учреждениеларынан алыҫ тороуында билдәләне. Уның фекеренсә, һөнәри йүнәлеш биреү эше тармаҡ предприятиелары тарафынан көйләнергә тейеш.
Республикала предприятиеларҙың мәктәптәр­ҙе шефлыҡҡа алыу миҫалдары бар, әммә улар күп түгел. Бындай хеҙмәттәшлектә иң ҡыҙыҡлыһы – уҡыусылар өсөн предприятиеларға сәйәхәттәр ойоштороу.
– Уҡыусыларҙы предприятиеларға йөрөтөргә кәрәк. Һәр мәктәптең һөнәри йүнәлеш биреү эше буйынса юл картаһы булһын, – тип иҫәпләй БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова. Шулай уҡ юғары класлы белгестәрҙең республиканан ситкә китмәүенә өлгәшеү өсөн һәләтле балалар менән эшләүгә ҙур иғтибар бирергә кәрәк, тигән фекерҙә ул. Сөнки тап улар республиканы алға этәреүгә һәләтле. Бының өсөн Лилиә Салауат ҡыҙы тармаҡ министрлыҡтарына һәләтле балаларҙың мәғлүмәт банкын булдырырға, юғары уҡыу йортона уҡырға ингәс тә улар хаҡында онотмаҫҡа һәм тыуған илендә уларға лайыҡлы хеҙмәт хаҡы булған лайыҡлы эш бирергә тәҡдим итә.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә