RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

15.02.2013 Өс һөйләм менән

Башҡортостанда 2012 йылда ҡоролоҡтан зыян күргән аграрийҙар­ға субсидия бирелә башланы. Был­тыр республиканың агросәнәғәт комплексы ҙур зыян күрҙе, ҡоролоҡ буйынса ғәҙәттән тыш хәл режимы 46 районда һәм өс ҡала округында индерелде. Аномаль эҫе көн торошо арҡаһында сәсеүлектәрҙең биштән бер өлөшө һәләк булды.

Өфө демографик күрһәткестәр, сәнәғәт производствоһы индексы, уртаса айлыҡ эш хаҡы күләме, ваҡлап сауҙа итеү әйләнеше буйынса миллионлы ҡалалар араһында ли­дер­ҙар иҫәбендә. Был күрһәткес – 2012 йыл йомғаҡтары. Нимәһе яҡшы – баш ҡала халҡының аҡсалата килеме лә артҡан.

Республикала 600-ҙән ашыу осоусы һәм 200-ҙән ашыу шахтер пенсияларына өҫтәмә аласаҡ. Өҫтәмә суммаһы эш стажы 25 йылдан да кәм булмаған (ҡатын-ҡыҙҙар­ға – 20) осоусыларға – уртаса 11,5 мең, күмер сәнәғәтендә ер аҫтында эшләү стажы 25 йылдан да кәм булмаған (1991 йылдың 1 ғинуарына тиклем) пенсионер-шахтерға өс мең һум буласаҡ. Үҙгәрештәр майҙа, август һәм ноябрҙә лә көтөлә.

“Бала табыу сертификаты” (“әсәлек капиталы”) тормошҡа ашырыла башлағандан алып Баш­ҡорт­останда тыуым 42 меңдән (2006 йыл) 57 меңгә тиклем (2012 йыл) артҡан. Былтыр әлеге программаға фонд тарафынан 600 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Капиталды 56 меңдән ашыу ҡатын файҙаланған.

Башҡортостанда тулайым һауым йыл башынан 134738 тонна тәшкил иткән. Шуның 61626 тоннаһы төбәктең ауыл хужалығы предприятиеларында һәм фермер хужалыҡтарында етештерелгән. Бөгөн иң күп һөттө (тәүлегенә 11 – 15 килограмм) Ауырғазы, Дүртөйлө, ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Тәтешле, Өфө һәм Саҡмағош райондарында һауалар.

“Мәрхәмәт” фондында церебраль фалиж менән сирле балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн консультациялар ойошторолдо. Улар Республика балалар клиник дауаханаһының алдынғы табиптары һәм Санкт-Петербургтан хирург-ортопед Владимир Кенис менән аралашты. Өфөлә балалар церебраль фалижы менән сирлеләр өсөн реабилитация үҙәген асыу мәсьәләһе лә тикшерелә.

Быйыл Өфөлә 100-шәр трамвай һәм троллейбус, 20 электробус һатып алыу күҙаллана. Үткән йылда дүрт заманса трамвай һәм биш троллейбус алынған. Элекке транспорт менән сағыштырғанда, яңылары электр энергияһын 40 процентҡа әҙерәк ҡуллана.

А. АҡБУЛАТОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә